Ошо көндәрҙә үткән «Ҡаҙ өмәһе» ауыл тормошона тағы йәм өҫтәне. Буранғолдан Рауил ауылына килен булып төшкән уңған хужабикә Нажия Уйылданова быйыл дүрт тиҫтәнән ашыу өйрәк-бройлерҙар үҫтереп һуйып алған. Өмә үткәреп, 35 ҡаҙын таҙалатты. Тормош иптәше Нурмөхәмәт ағай ете йыл элек мәрхүм булһа ла, бер үҙенә ҡыйын тип тормай, һыйыр малын да күпләп аҫырай. Уйылдановтар өс ҡыҙға, бер улға ғүмер биреп, уларҙы башлы-күҙле иткән. Туғыҙ ейән-ейәнсәр буй еткерә. Балалары ярҙамлашҡас, шуға ла ишле мал-тыуарын кәметергә иҫәбе юҡ Нажия Мирйән ҡыҙының. Ул йәмәғәт тормошонда ла әүҙемлеге менән айырылып тора, әле ауылдың ветерандар ойошмаһын етәкләй.
Ҡаҙ өмәһе гөрләп үтте. Зәки Мәхмүтов менән хужабикәнең улы Марс ҡаҙҙарҙы салып, башҡа эштәрендә ярҙамлашты. Оҫта ҡатындарҙың да эше оҙаҡҡа һуҙылманы. Зилә Баһранова, Миңлегөл Вәлиева, Флүрә Таһирова, Әлфиә Бәхтийәрова, Гөлсинә Кәримова, Шәүрә Мәхмүтова, Мәликә Вәлиева, Фәймә Ғәлимова ҡаҙҙарҙың йөндәрен йолҡоп, эсен таҙалаған арала донъя хәлдәре тураһында һөйләшеп, йырлашып та алдылар.
Унан инде флүр яулыҡтарын ябынып, балитәкле күлдәктәрен кейеп, гармун моңдарына ҡушылып, йырлай-йырлай ҡаҙҙарҙы сайҡатырға Ҡыҙыл йылғаһына юлландылар.
Эш һуңынан уҙғарылған һыйлы табында өмәселәрҙең «Ҡаҙ ҡанаты» йыры, Мәликә апайҙың «Ҡаҙ өмәһе» шиғыры байрамға йәм өҫтәне. Әлфиә Бәхтийәрованың гармун моңона ҡушы-лып, өмәселәр заманса һәм ретро йырҙар башҡарҙы.
Ауыл тормошо иҫәпһеҙ-һанһыҙ мәшәҡәттәре менән йәмле. Рауил ауылы халҡы бөтәһе лә тиерлек ихата тултырып ишле ҡош-ҡорт, мал көтә, бер һүҙ менән әйткәндә, күңелле мәшәҡәттәр менән көн күрә. Яҙ етеү менән себештәр алып аҫырайҙар, баҡса үҫтерәләр. Көҙ етһә, өмәләр үткәреп, һуғым аштарына саҡырышыу башлана — был да борондан килгән йола. Ауыл йәшәһә, йолалар онотолмаҫ, уларҙы киләсәк быуын да дауам итер.
Зөлфиә ЗАҺИТОВА.