Таштимер ауыл биләмәһендә 33 ғаилә байрамдар осоронда күҙәтеү аҫтында. Яңы йыл алдынан махсус комиссия төҙөлгән.
Ауыл биләмәһендә 9 ауыл, шуларҙың һәр береһендә яуаплы кешеләр беркетелгән. Һәр ғаилә күҙ уңында тотола. Көн дә хәлдәрен белешеп торалар. Мәктәп йәшендәге балалар булған ғаиләләргә уҡытыусылар ҙа йөрөй. Яңы йыл алдынан был өйҙәргә автономлы төтөн- янғын хәбәр итеүсе приборҙар ҙа ҡуйып сыҡҡандар. Яңы йыл каникулдары тыныс үтһен өсөн ауыл биләмәһе башлығы Земфир Арғынбаев һәм комиссия ағзалары тырышып эшләйҙәр.
Амангилде ауыл биләмәһендә лә һәр ғаиләгә яуаплы кешеләр ҡуйылған, Комиссияла ауыл биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин, район Советы депутаттары Фәнил Әсәҙуллин, Йәмил Баймырҙин, Ансар Өмөтҡужин,ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы, ауыл старосталары берләшеп эш алып баралар.
Мәҫәлән, яңғыҙ оло ҡатындың өйөнә ингәс тә газ еҫе килеүен асыҡлап газ хеҙмәтен саҡырталар. Яңғыҙаҡ ирҙең йортонда электр проводтары насарлығы асыҡлана, депутаттар материалдар алып, электр проводтарын алмаштыралар.