2025 йылда махсус операцияла ҡатнашыусы 2,5 меңдән ашыу яугиргә һаулығын нығытыу өсөн бюджеттан 100 миллион һум аҡса бүлеү планлаштырыла. Был хаҡта республика хөкүмәте хәбәр итә. Бөгөнгө көнгә республика шифаханаларында 5 911 яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары дауаланған.
БР бюджетынан финансланған путевканың хаҡы 14 көн өсөн 60 200 һум, ете көн дауаланған өсөн 30 100 һум тәшкил итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, МХО-ла ҡатнашыусылар ҡулайлы вариант һайлай ала: шифаханала үҙҙәре ял итергә, яҡындары менән дауаланыу курсын бүлешергә йәки ҡатынына, ата-әсәһенә (уллыҡҡа алыусыларға) дауаланыу хоҡуғын тапшырырға була. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың туғандары республиканың 15 шифаханаһында дауаланыу курсын үтә ала.