Ағымдағы йылда Башҡортостанда кәмендә 486 километр юл төҙөкләндереләсәк, тиҫтәләгән күпер ремонтланасаҡ. Был эштәр “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашылырыла.
Ҙур күперҙәр-Архангел районында Ағиҙел, Хәйбулла районында Таналыҡ, Башҡортостан менән Татарстан сигендә Октябрьский янындағы Ыҡ йылғалары аша күперҙәр һәм ҡалған объекттарҙа эштәр планлаштырыла. Асҡын – Көнгәк юлының яҡынса өс, Ишембай – Воскресенск – Мәләүез трассаһының алты, Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск трассаһының 11, Миәшәгәр – Торналы – Мөрсәлим юлының өс саҡрымы һәм башҡа юлдар рәткә килтереләсәк.
Бөтә эштәрҙе лә 2025 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.
– Беҙҙең төп бурыс – республика халҡына юлдарҙа хәүефһеҙлек тәьмин итеү, шулай уҡ ҡалалар һәм ауылдар араһында юлдарҙы тәртипкә килтереү, – тип билдәләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.