Көнүҙәк
18 Апрель 2025, 05:20

18 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

18 апрелдән Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Ул махсус бойороҡҡа тиклем ғәмәлдә ҡала. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

18 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелде18 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелде
18 апрелдән янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

Янғынға ҡаршы режим осоронда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә, төбәк әһәмиәтендәге айырым һаҡланған территорияларҙа, запастағы ерҙәрҙә, юл буйҙарында, йылға һәм күл яндарында, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә, коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәрендә усаҡ яғыу тыйыла.

Ҡарарға ярашлы, граждандарҙың ял итеү урындарында, коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәттәре биләмәләрендә рейдтар, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәү буйынса аңлатыу эштәре ойошторола. Шулай уҡ урман эсендә урынлашҡан һауыҡтырыу объекттарынан халыҡты, балаларҙы тиҙ арала эвакуациялау өсөн эш тәртибе әҙерләнә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә булған осорҙа янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн түбәндәге штрафтар ҡаралған:

  • граждандарға – 10-20 мең һум;
  • вазифа биләгән кешеләргә – 30-60 мең һум;
  • шәхси эшҡыуарҙарға – 60- 80 мең һум;
  • ойошмаларға – 400-800 мең һум.

Урмандарҙы һаҡлау һәм тергеҙеү  “Экология” милли проекты нигеҙендә бойоймға ашырыла.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас