Көнүҙәк
1 Май 2025, 11:20

1 Май байрамы гөрләне!

Район үҙәгендә 1 май байрамы үтте. Район хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәлилов барыһын да ошо яҡты көн менән ҡотланы һәм берҙәмлектең мөһимлеген билдәләне. Сауҙа рәттәре әүҙемлектән ҡайнаны: бында бал, ит, үҫентеләр һәм башҡа бик күп тауарҙар һатып алырға мөмкин ине.

1 Май байрамы гөрләне!1 Май байрамы гөрләне!
1 Май байрамы гөрләне!

Предприятие-ойошмалар коллективтары үҙҙәренең
туҡталҡаларында ҡунаҡтарҙы төрлө тәм-томдар һәм ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәлдәр менән ҡаршыланы һәм һәр кемде ихлас һыйланы
Ойошмаларҙы бүләкләүгә айырым иғтибар бүленде: Руслан Ғөзәир улы коллективтарға намыҫлы хеҙмәттәре һәм ауылыбыҙ үҫешенә индергән өлөштәре өсөн рәхмәт хаттары тапшырҙы. Был һәр кемдең тырышлығын таныу һәм баһалау булды!
Байрамдың тантаналы өлөшөндә Руслан Хәлилов оҙаҡ йылдар фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн бер төркөм райондаштарға район хакимиәтенең почет грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы. “Әсәлек даны” миҙалы күп балалалы әсәләргә тапшырылды (был турала һуңғараҡ бирербеҙ).
Гусев ауыл биләмәһе ойошторған байрам концерты байрамды йәмләне. Спорт уйындары һәм балалар өсөн аттракциондар байрам кәйефенә шатлыҡ өҫтәне.

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас