Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Май 2025, 11:10

Күлдәр ҙә яҡлауға мохтаж

Яҡтыгүл, Сабаҡты һәм Ҡарабалыҡты күлдәре тирәләй йылдан-йыл халыҡ күберәк ял итә. Әммә күлдәрҙәге һыуҙың бактериологик хәүефһеҙлеге торошо борсолоу тыуҙыра, сөнки улар йәй көндәре“сәскә ата”. Өҫтәүенә, күлдәрҙең яр буйҙарында заманса бәҙрәф һәм канализацияның булмауы, был кеше эшмәкәрлегенең ҡалдыҡтарының һыуға эләгеүенә килтерә. Шулай уҡ күлдәр тирәләй, мәҫәлән, Яҡтыгүл буйында урынлашҡан ауылдар, ял базаларынан, үҙәк канализация булмаған шарттарҙа бөтә көнкүреш ағымдары һыу ятҡылыҡтарына үтеп инә һәм уларҙы бысрата. Һөҙөмтәлә улар һыу ятҡылығында кешеләр өсөн хәүефле бактериялар барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә ала. Эйе, һыу объекттарының үҙ-үҙен таҙартыу һәләте бар, әммә уларҙың мөмкинлектәре сикһеҙ түгеллеген аңларға кәрәк, бигерәк тә экологияға хәҙерге заман тәьҫирендә.  Ошо көнүҙәк мәсьәләне тикшереүҙе һорап, бер төркөм әбйәлилдәр республиканың Йәмәғәт палатаһына  мөрәжәғәт итте. Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, әлегә Башҡортостандың бер генә һыу ятҡылығы ла санитар ҡағиҙәләргә тап килеү тураһында йыллыҡ санитар-эпидемиологик һығымта алмаған. Көндәр йылына башланы, тимәк, тиҙҙән республикала һыу инеү миҙгеле асыла. Ғөмүмән, Башҡортостандың һыу ятҡылыҡтарының торошо нисек?

Күлдәр ҙә яҡлауға мохтаж
Күлдәр ҙә яҡлауға мохтаж

Был хаҡта БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, биология фәндәре докторы Василий Мартыненконың яуабын килтерәбеҙ.

Һыу ятҡылыҡтарының торошона кире йоғонто яһаған иң төп проблемаларҙың береһе — урмандарҙың ҡырҡылыуы. Бигерәк тә беҙҙең төп һыу артерияһы — Ағиҙел йылғаһы ошонан яфалана. Элек Ағиҙелдән баржалар йөрөһә, хәҙер иһә йылғаның инешендә ағастар ҡырҡылғас һәм үҙәнде тәрәнәйтеү буйынса эштәр алып барылмағас, йылға һайыҡты. Хәҙер Волгала ла ошондай уҡ хәл күҙәтелә — был йылғаға ҡойған бәләкәй йылғалар буйында ағастарҙы ҡырҡыу арҡаһында уның да һыуы кәмене.

Бынан тыш, һыу ятҡылыҡтарына һуңғы 40-50 йылдарҙа климаттың үҙгәреүе лә йоғонто яһай. Уртаса яуым-төшөм күләме үҙгәрмәне лә кеүек, әммә йәйге ямғырҙар кәмене, ҡышҡыһын  яуым-төшөм күберәк була. Дөйөм алғанда, баланс һаҡлана кеүек, әммә ҡарҙың ташҡын ваҡытында бик тиҙ ағып китеүен онотмаҫҡа кәрәк, шуға күрә йылғаларҙы туйындырыу өсөн йәйге яуым-төшөм бик мөһим, улар тупраҡты үтеп инә һәм яйлап һыу ятҡылыҡтарына барып етә. Яуым-төшөм аҙ булып, ташҡын булмаһа, күлдәр йыуылмай һәм, һөҙөмтәлә, уларҙа батҡаҡ барлыҡҡа килеү процесы башлана. 

Нәҡ ошо проблема күлдәребеҙ һәм быуаларыбыҙ өсөн көнүҙәк. Был, мәҫәлән, Асылыкүл йәки Шәмсетдин күлдәренән күренә.  100 йылдан Һуң Асылыкүл һаҙлыҡҡа әйләнер тип ҡурҡам. Хатта һалҡын тау күле булған Талҡаҫ та "сәскә ата" башланы, йәғни унда бактериялар, бер күҙәнәкле һәм күп күҙәнәкле ылымыҡтар һәм башҡалар үҫә башлай. Ҡышҡыһын был фитомасса үлә һәм буласаҡ үҫемлектәр өсөн туҡландырыусы булып тора. Һәм был ҡар йомарламы кеүек. Үҫемлектәр күберәк булған һайын, күл һаҙлыҡҡа тиҙерәк әйләнә.

Был мәсьәләгә иғтибарҙы йүнәлтергә теләмәйем, әммә был теманан ситтә ҡалырға ярамай. Беҙҙең һыу ятҡылыҡтары өсөн иң ҙур бәләләрҙең береһе — яр буйы буйлап заманса бәҙрәф һәм канализацияның булмауы, был кеше эшмәкәрлегенең ҡалдыҡтарының һыуға эләгеүенә килтерә. Киләһе проблема — ағыҙылған һыуҙар. Күп күлдәр тирәләй ауылдар, мәҫәлән, Яҡтыгүл буйында ауылдар, ял базалары урынлашҡан. Үҙәк канализация булмаған шарттарҙа бөтә көнкүреш ағымдары һыу ятҡылыҡтарына үтеп инә һәм уларҙы бысрата. Һөҙөмтәлә улар һыу ятҡылығында кешеләр өсөн хәүефле бактериялар барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә ала. Эйе, һыу объекттарының үҙ-үҙен таҙартыу һәләте бар, әммә уларҙың мөмкинлектәре сикһеҙ түгеллеген аңларға кәрәк, бигерәк тә экологияға хәҙерге заман тәьҫирендә.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас