Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
29 Май 2025, 11:10

"Әбйәлил - үҫеш төбәге"

Ошо темаға Асҡарҙа «Салауат» ЯСЙ-һы биләмәһендә геологоразведка эштәрен башлау мәсьәләһе буйынса йәмәғәтселек осрашыуы үтте.

"Әбйәлил - үҫеш төбәге"
"Әбйәлил - үҫеш төбәге"

Фекер алышыу барышында районыбыҙға үҫеш өсөн инвестициялар кәрәклеге хаҡында мөһим һүҙҙәр яңғыраны.

– Әбйәлил районы үҙендә булған ҙур мөмкинлектәрҙе файҙаланмай. Булған байлыҡты район файҙаһына тотонорға кәрәк. Әммә, тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлөшө өлкәһендәге эшмәкәрлеген контролдә тотҡан һәм ошондай күләмле проектты тормошҡа ашырған предприятиеның районыбыҙ үҫешенә ҙур өлөш индереүен күҙәткән йәмәғәт ойошмаһын булдырырға кәрәк. Был ойошма сәнәғәт белгестәре биргән вәғәҙәләрендә тороуын төҙөлөш барышында тикшереп барырға тейеш. Берлектәге тырышлыҡ менән генә бөтә яҡтарҙың асыҡлығын, тыныслығын һәм социаль яуаплылығын тәьмин итергә мөмкин,– тине райондың почетлы гражданы В. П. Павлюкович.

–Төҙөләсәк заводтың хәүефһеҙлеге тураһында федераль кимәлдә вәғәҙә ителгәс, беҙ уларға ышанырға тейеш. Бигерәк тә бөгөнгө илдең хәлендә, әле дрондар һуғышы бара, ә был приборҙарҙың 60-70 процентын баҡыр тәшкил итә. Хәҙерге ваҡытта күп кенә заводтар 3-4 сменала ошо заман һуғыш ҡоралын етештереү менән дәүләтәкә ярҙам итә. Берләшергә кәрәк, -тине Махсус хәрби операция ветераны Азамат Амангилдин.

–Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы комплекста үҫешергә тейеш. Етештереү үҫкән һайын ауыл хужалығы ла алға бара, - тип үҙ фекерен әйтте урындағы эшҡыуар Айтуған Фәттәхов.

Автор: Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас