Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, билдәле тележурналист Рәмзиә Кәримова, БР атҡаҙанған металлургы Рәсих Хәмитов, «Ҡурай-ТВ» милли телевидение каналдары етәксеһе, продюсер Рита Өмөтбаева, яҡташыбыҙ Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Наил Ғабдуллин, Буранғол, Ташбулат, Амангилде ауылдарында үткән «түңәрәк өҫтәл»дә район халҡын борсоған һорауҙар буйынса йәнле әңгәмә ойошторҙолар. Һуңғы айҙа экология темаһы район халҡын бик борсой. Муниципалитетта тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөһәләр, барыһы ла үҙгәрәсәк, тип хафаланыусылар күп. Халыҡтың әүҙемлеге, экологияға битараф булмауы һәр осрашыуҙа сағылды. Шулай булырға тейештер ҙә, тап ошондай йыйылыштарҙа үҙеңде борсоған һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Амангилде ауылы халҡы түңәрәк өҫтәл артында төбәктең үҫеш юлдарын тикшерҙе. Беренсе булып мәктәп проблемаһы күтәрелде. Мәктәп бинаһы 1975 йылда ҡыш миҙгелендә төҙөлә, беренсе йылда уҡ штукатурка ҡойола башлай, уҡытыусылар үҙ көстәре менән ремонт эштәрен башҡарып мәктәпте тәртиптә тотоп килгәндәр, хәҙер бина бөтөнләй яраҡһыҙ тип табылған. Ҡасандыр гөрләп торған, бихисап һәләтле шәхестәр сығарған урта мәктәп авария хәлендә булғанлыҡтан хәҙер ябыҡ тора. 2024 йылдың апрель айынан балалар Үтәгән һәм Әбделғәзе башланғыс мәктәптәрендә, ике сменала, уңайһыҙ шарттарҙа уҡырға мәжбүр. Әбделғәзе ауылына газ үтмәгән. Ҡыш көндәрендә мәктәп һыуыҡ булғанда, балалар дистанцион уҡыуға күсерелә. Өс ауылдан бөтәһе 163 бала уҡый. Амангилделәр республиканың төрлө инстанцияларына мөрәжәғәт хаттары ебәргән. Әлегә проект өсөн 10 миллион һәм яңы мәктәп өсөн 450 миллион һум аҡса кәрәк буласағы билдәле. Халыҡ был проблеманы ҡырҡа хәл итеүҙе талап итте. Ғөмүмән, урман эсендә йәшәгән Буранғол, Амангилде ауыл биләмәләре ауылдарында йәшәгән халыҡ утын, ағасҡа, хатта ҡороған ағастарҙы алырға ла хоҡуғы юҡ. «Селена» ЯСЙ-һы тарафынан 25 йылға ҡуртымға алынғанлыҡтан, халыҡ урманға инә алмай. Шул сәбәпле эшҡыуарҙар ҙа эшен туҡтатҡан, утыҙлап шәхси пилорама сеймал булмау сәбәпле буш торорға мәжбүр. Был зонала эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн ярҙам итергә кәрәк, шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн йәш ғаиләләргә субсидия күләмен арттырырға кәрәк, тигән проблеманы ла күтәреүселәр булды. ГОК төҙөлөүе халыҡтың һаулығына насар йоғонто яһаясаҡ, радиация, себер язваһы ауырыуы менән зарарланған урындар һыу ағымынан йыуылып, уларҙың асылыуына юл ҡуйыласаҡ, тип тә хәүефләнде халыҡ.
— Тыуып үҫкән ерҙе һаҡлау ғына — патриотизм түгел. Илебеҙ ауыр осорҙа йәшәй: илгә кәрәк икән, тимәк беҙ ҡаршы сығырға тейеш түгелбеҙ. ГОК етәкселәре халыҡты алдамай, бөтә экологик талаптарҙы, санитар нормаларҙы теүәл үтәһә, район бюджетына килем булһа, үҫеш булһа, ниңә ыңғай ҡарамаҫҡа? Онкологияға килгәндә, ул бит тышҡы факторҙарҙан ғына тормай, ул кешенең дөрөҫ йәшәүенә лә бәйле. Бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙҙең тирә-яҡҡа һаҡсылмы һуң? Һәр өйгә һыу үткән, ә санитар нормаларға тап килеүен беләһегеҙме? Урман эстәре сүпсар менән тулы. Урманға үҙегеҙ битараф булғанда ниндәй экология тураһында һөйләйһегеҙ? Бөгөнгө көндә илдең үҫешен, тыныслығын теләргә кәрәк, —тигән фекерҙе еткерҙе медицина ветераны.
Урманға яҡын йәшәгән ауылдарға йыртҡыс хайуандар янай, бүреләр урамда эттәрҙе, малдарҙы ашап киткән, айыуҙар кешеләргә ташланған ҡурҡыныс хәлдәр бар. Еләк, бәшмәк йыйып кәсеп иткәндәр хәҙер урманға ла сыға алмай. Кеше ғүмеренә ҡурҡыныс янаған хайуандарҙан нисек ҡотолорға мөмкин икәнлегенә аныҡ ҡына яуап биреүсе булманы.
— Карьер кәрәк, йәки кәрәкмәй тип беҙ әйтә алмайбыҙ. Илдең мәнфәғәтен яҡларға тейешбеҙ. Күпме геологтар илгә ауыр ваҡытта ярҙам иткән, был турала аңлаусылар аҙ. «Салауат» совхозындағы ятҡылыҡ — ул стратегик запас булып һаҡланды. Хәҙер ул илгә кәрәк. Тик, ул геологик, гидрологик, географик һәм башҡа тикшереүҙәрҙе үтергә тейеш. Бөгөн илгә баҡыр кәрәк. Һеҙ ҡаҙылмалар өҫтөндә йәшәйһегеҙ, унда ун ике элемент бар, улар иҫәбендә стратегик металл рений ҙа бар. Рысҡужала, мәҫәлән, юғары сифатлы микрокальцит сығарыла. Ул бик ҡиммәтле сырье, донъяла ул бик аҙ. Төҙөлөштә шпаклевка, аҡ буяу, косметологияла пудра, сифатлы аҡ ҡағыҙ һәм башҡа продукция әҙерләгәндә ҡулланыла. Райондың үҫеше өсөн тырышырға кәрәк, белгестәрҙе уҡытырға кәрәк, хәҙер һеҙгә үҙегеҙҙең райондан сыҡҡан шәп белгестәр кәрәк. Эсәр һыу мәсьәләһенә килгәндә, предприятиены ҡайҙа ҡуйырға, нисек урынлаштырырға, был уйлап эшләнергә тейеш. Радиация хәүефе юҡ, мин һеҙгә геофизиктар, геологтар, гидрологтар менән ярҙам итәсәкмен, үҙегеҙ улар менән бергә радиацион фондты тикшереп, һыу таҙалығын һаҡлау юлдарын хәл итербеҙ, — тип күп мәғлүмәт бирҙе тау-байыҡтырыу, металлургия өлкәһендә тәжрибәле Рәсих Хәмитов.
— Мәйгәште йылғаһы Ағиҙелгә ҡоя, Ҡағы йылғаһына ҡойған шишмәләр күп, ГОК төҙөлһә, бөтә бысраҡ һыу Башҡортостан йылғаларын бысратыуға килтерәсәк. Үтәгән түбән ерҙә урынлашҡан, шунлыҡтан ҡотоҡтарҙағы эсәр һыу бысраҡ, йәй — шишмәнән, ҡыш — Ҡыҙылдан һыу алып эсәбеҙ. Завод төҙөлһә, беҙ шул һыуҙан да мәхрүм ҡалабыҙ. Халыҡ завод төҙөлөүенә ҡаршы, карьер һыу башынан алыҫта булһын, шартлатыуҙар башланһа, һыу ҡасасаҡ, — тигән хафаларын еткерҙе.
Тағы бер проблема, районда мәрмәр заводы төҙөлдө һәм тик тора, шул предприятиены яңынан эшләтергә кәрәк, эш урындары булыр ине, тигән мөрәжәғәттәр ҙә яңғыраны.
— Күҙәтеү советы төҙөгәндә яҡшы булыр ине. Әлеге ваҡытта халыҡты буласаҡ комбинаттың эшмәкәрлеге менән таныштырыу саралары үтә, ошо йәһәттән проектты тормошҡа ашырыу эштәренең һәр аҙымын контролдә тоторға кәрәк. Производствоның үҫеше бөгөн ыңғай күренеш. Әгәр ҙә тәбиғәт ҡанундарын боҙмайынса, ер аҫты байлыҡтары халыҡ мәнфәғәтендә дөрөҫ ҡулланылһа, йәмғиәт тә үҫешәсәк. Йәштәр өсөн дә ҡулай проект, — тигән ҡапма-ҡаршы фекерҙәр булды.
Ташбулаттар ҙа һыуға зарар килеү ҡурҡынысы бар тип хафаларын белдерҙеләр. Электромонтажсы, төҙөүсе инженер, Рәсәй буйынса күп заводтар төҙөүҙә ҡатнашҡан хеҙмәт ветераны үҙенең тәжрибәһенә таянып, һорауҙар бирҙе:
— ГОК төҙөлә ҡалһа, ҡаҙылған карьерҙың Яҡтыгүлдән тәрәнерәк булһа, йәки Ҡырҡтытауҙы арҡыры киҫеүҙән, һыу китеп бөтмәҫме? Әйләнешкә ебәрелгән һыу ағымын эшкәртергә завод ҡоролмалары өлгөрөрме? Әгәр өлгөрмәһә, күлдәр, йылғаларға ағып төшмәҫме? — тигән һорауҙар борсоно практикты.
— Һыу бер-нисә ҡатламдан тора, ҡайҙан алып эсәһегеҙ? Эсер һыу тәрән скважинанан алынырға тейеш. Грунт һыуҙары ҡатламынан ҡулланылған һыу зарарлы, 18-20 метр тәрәнлектәге скважинанан алынған һыуҙы эсергә кәрәк. Хәҙер яңы технологиялар көслө. Завод һыуҙы тотона икән, элекке һымаҡ туранан-тура ағым һыуға түгелмәй, ә ҡайтанан әйләнешкә ебәрелә, таҙартыла һәм яңынан тотонола. Бөтә предприятиелар өсөн геоконтроль бар, әгәр ҙә бысраҡ һыуҙы йылғаға ағыҙыу осрағы булһа, шул сығанаҡтарҙы күҙәтеп, яҙып кәрәкле инстанцияларға мөрәжәғәт итегеҙ. 2000 йылдарҙа «Салауат» ятҡылығы Рәсәй күләмендәге стратегик ятҡылыҡ булды, ул бөгөн кәрәкле тип табылды. Уран ятҡылығы Әбйәлилдә юҡ, тип әйтә алам, ваҡытында скважинаға приборҙар төшөрөп анализ-дар алынған документтар бар. Икелән-һәгеҙ яңынан тикшерәбеҙ, был ауыр түгел, — тип яуап бирҙе ташбулаттарҙы борсоған һорауҙарға Рәсих Хәмитов. Артабан ул ҙур биләмәне яулаған производство эшләй башлағас мотлаҡ үткәрелә торған эш тәртибе менән таныштырҙы. Һыу балансын белеү өсөн өҫтәмә тикшеренеү эштәре алып бары-лырға, гидрогеологик картаға таянып тикшеренеү эштәре үткәрелергә тейеш-леген әйтеп үтте. Әлеге ваҡытта районда һыу күләме һәм таҙалығы буйынса иң яҡшыһы, тип билдәләне белгес. Был зонаны туризмды үҫтереүгә генә бағышларға, ГОК урынына санаторийҙар, ял йорттары төҙөргә тәҡдим итеүселәр булды. Күсем ауылында мәктәп бинаһы буш тора, шуны балалар баҡсаһына әйләндереүҙе лә һоранылар.
— Әбйәлилдә бик күп мәсьәләләрҙе күтәрҙек. Киң мәғлүмәт сараларына ғәйеп табып, уларҙан проблема эҙләү дөрөҫ түгел. Был осраҡта халыҡты туплау мөһим мәсьәлә. Беҙгә берләшеп, инициатив төркөм төҙөп, йәмәғәт контроле булдырырға кәрәк. Һанап кителгән проблемаларҙы хәл итеү өсөн белгестәрҙе йәлеп итеү мотлаҡ. Уларҙан инициатив төркөм төҙөп, унда ситтән белгестәр генә түгел, ауыл аҡһаҡалдарын, әүҙем депутаттарҙы, йәмәғәтселәрҙе индереү мөһим. Үҙебеҙҙең яҡтан, иһә, беҙ «Салауат» ЯСЙ-һы етәкселәре менән осрашырбыҙ, һеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе уларға еткерербеҙ, хәл итеү юлдарын эҙләрбеҙ. Әлегә геологоразведка һөҙөмтәләре асыҡланмаған, эштәр башланырға ғына тора, проект та юҡ. Төп проект әҙер булғандан һуң юридик яҡтан нығытылған, дөрөҫ һөйләшеү булыр. Һеҙҙең төбәктең төп проблемаһы — Амангилделә мәктәп ябылыуы. Ауылдарҙа белгестәр етешмәй икән, тимәк маҡсатлы программаларға ярашлы, йәштәрҙе уҡытып ауылға ҡайтарыу яғын ҡарарға кәрәк, — тип «түңәрәк өҫтәл»дә күтәрелгән мәсьәләләргә дөйөм һығымта яһаны Юлдаш Йосопов.