Комбинат төҙөлөшөн һәм уның эшмәкәрлеген түгел, ә тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлә ҡалһа, уның тирә-йүнгә ниндәй зыяны тейәсәге тураһында һүҙ алып барайыҡ.
Әбйәлил районында йәшәүселәргә, әгәр унда баҡыр етерлек күләмдә табылһа һәм тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлә ҡалһа, райондың нисек үҫешәсәген аңлар өсөн, беҙ Силәбе өлкәһендә урынлашҡан Томино һәм Михеев тау-байыҡтырыу комбинаттары миҫалында күп һорауҙарға асыҡлыҡ индерергә тырышабыҙ. Бындай комбинаттар Варнала 2012, Томинола 2020 йылдан эшләй. Комбинаттар Силәбе өлкәһенең Варна һәм Сосновка райондарында урынлашҡан.
Ябай кеше күҙ алдына килтереүенсә, тау-байыҡтырыу комбинаты ниндәйҙер ҙур, шау-шыулы, саңлы һәм бысраҡ завод. Әммә был дөрөҫ түгел. Тау-байыҡтырыу комбинаты - баҡыр мәғдәнен байытыу буйынса төҙөлгән завод. Бында барыһы ла ябай. Карьерҙа асыҡ ысул менән сеймал сығарыла, өҫтәүенә саң да юҡ, сөнки һәр ваҡыт барыһы ла дымлана. Шартлау эштәренә килгәндә урындағы хеҙмәткәрҙәр тарафынан шартлатыу өсөн махсус шыйыҡ шартлатҡыс матдә ҡулланыла, ул ташты ювелир рәүештә онтай. Артабан уны он хәленә тиклем ваҡлайҙар һәм фабрикала байыталар. Һыу, реагенттар өҫтәлә, ул күбекләнә, күбек менән бергә баҡыр концентраты алына. Ҡаты ҡалдыҡтар махсус һаҡлағысҡа китә, ә һыу ябыҡ цикл буйынса ҡулланыла, йәғни бысранған һыу махсус фильтр аша таҙартылып кире заводҡа оҙатыла. Был процесс мәлендә кислота йәки башҡа ниндәйҙер химикат матдәләр ҡулланылмай.
Михеев тау-байыҡтырыу комбинаты янында Варна ауылы урынлашҡан, ул шул уҡ исемле райондың үҙәге, унда 10000 самаһы кеше йәшәй. Бында урамдар таҙа, асфальт һалынған. Бассейн, спорт комплексы, кинотеатр, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған поликлиника, мәктәптәр һәм балалар баҡсалары бар. Райондың элекке етәксеһе Сергей Маклаков һүҙҙәренсә, бынан 15 йыл самаһы элек ошондай ҙур предприятие төҙөү кәрәклеге тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас та, районда хәл киҫкен тора.
— Мин ауыл һәм район эргәһендә ҙур сәнәғәт предприятиеһы асылмаһа, ауыл биләмәһенең үҫешмәйәсәген һәм, ахыр сиктә, халыҡтың икенсе ерҙәргә күсеп китәсәген яҡшы аңланым. «Рәсәй баҡыр компанияһы»ның комбинатты төҙөү өсөн урын эҙләүен белгәс, беҙ үҙебеҙҙең ятҡылыҡты файҙаланырға тәҡдим иттек. Етәкселек, әлбиттә, аптырап ҡалды һәм беҙгә осрашыуға килде, — тип үҙенең тарихы менән уртаҡлашты ул.
Артабан халыҡ менән осрашыуҙар үткәрелә, унда урындағы халыҡҡа предприятиеның хәүефһеҙлеге, уның эше һәм йәмғиәткә килтергән социаль ярҙамы тураһында һөйләйҙәр. Халыҡ оҙаҡ уйланғандан һуң ыңғай яуап бирә һәм Михеев тау-байыҡтырыу комбинатының төҙөлөшө башлана.
Томино – Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы бөтөрөлгән ауыл.
Биш йыл элек бында тау-байыҡтырыу комбинаты үҙ эшен башлай. Уның тураһында күп имеш-мимештәр йөрөй, ә ҡала халҡы комбинат тормошто ҡот осҡос хәлгә әйләндерер тип ҡурҡа. Экологик көрсөк ваҡытында Силәбелә һауала көкөрт диоксиды, саң һәм ауыр металдар сығарыу һөҙөмтәһендә даими төтөн торасаҡ тигән хәбәр тарала. Ҡала тирәһендәге ылыҫлы урмандар кислоталы ямғырҙарҙан һәләк буласаҡ, тупраҡты баҡыр, цинк, ҡурғаш ҡаплаһа, ауыл хужалығы ерҙәре яраҡһыҙ булыр ине. Биналарҙа, машиналарҙа, тәҙрәләрҙә һоро төҫтәге саң барлыҡҡа килер ине. Әммә халыҡтың уйҙырмаһы бойомға ашмай. Сөнки предприятиела тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм ташландыҡтарҙы кәметеү өлкәһендә юғары технологиялар индерелгән. Даими рәүештә һауаны тикшереү үткәрелә, ә уларҙы лабораториялар контролдә тота.
Комбинаттың ҡалдыҡтары Миәс йылғаһына ағасаҡ тигән ҡурҡыныс янай. Әммә хужалар был мәсьәләне тиҙ хәл итә. Европала иң ҙур тип һаналған Коркино ҡалаһы янында урынлашҡан Коркин киҫеме тураһында бөтәбеҙ ҙә ишетеп беләлер. Бында ҡасандыр күмер сығарылған, һөҙөмтәлә ҡала эргәһендә ҙур ҡурҡыныс карьер ғына тороп ҡалған. Халыҡ уны Коркин киҫеме тип атай башлай. Карьерҙан насар еҫ тарала, ҡала өҫтөндә ҡуйы ҡара төтөн тора. «Рәсәй баҡыр комбинаты» киҫемде ҡалдыҡ һаҡлау урыны итеп тоторға ҡарар итә. Бында комбинаттан килгән ҡалдыҡтар һәм бысраҡ һыу махсус фильтр аша үтеп, кире комбинатҡа оҙатыла, шуға күрә урындағы йылғаларға предприятиеның бысраҡ һыуы бөтөнләй тәьҫир итмәй. Комбинаттан үткәргес торба аша килгән махсус һыу һәм ҡом ҡатнашмаһы рекультивацияға ярҙам итә: бер нисә тиҫтә йылдан карьер тулыһынса һыу менән тултырыласаҡ, тип фаразлана.
Урындағы халыҡтың тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөү буйынса төп хәүефтәренең береһе ул, әлбиттә, экология менән бәйле, атап әйткәндә: карьер төҙөлһә, эргәләге йылғалар һәм һыу ятҡылыҡтары менән нимә булыр?
Варна районының төп һыу ятҡылыҡтары — Үрге Тоғоҙаҡ, Урта Тоғоҙаҡ, Ҡарталы-Аят, Арсалы-Аят йылғалары. Михеев тау-байыҡтырыу комбинатын төҙөгәндә өс ҙур гидротехник ҡоролма төҙөлә: Дружнинск (Үрге Тоғоҙаҡ йылғаһы), Катенин (Ҡараталы-Аят йылғаһы), Казанов (Урта Тоғоҙаҡ йылғаһы) һыуһаҡлағыстары. Бындай һыуһаҡлағыстарҙың тик ыңғай яҡтары ғына бар. Эҫе һәм ҡоро миҙгелдә улар ҡороған йылғаларҙы һыу менән тәьмин итә, ә ташҡын ваҡытында йылғаларҙа тирә-яҡты һыу баҫмаһын өсөн һыу кимәлен тотҡарларға ярҙам итә.
Комбинат ҡулланған һыуҙы һыуһаҡлағыстарға ташламай. Унда һыу ябыҡ цикл буйынса ҡулланыла. Һыу ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙән ҡалған ҡаты ҡалдыҡтар саңһыҙ һәм дымлы булһын өсөн генә файҙаланалар.
— Михеев тау-байыҡтырыу комбинаты эшләгән осорҙа районда йылғаларҙың кәмеүе, һыу балансы боҙолоуының бер генә осрағы ла теркәлмәгән. Ҡоҙоҡтарҙа һыу булған, улар бөгөн дә бар. Киреһенсә, һыуһаҡлағыстар төҙөү арҡаһында йылғаларҙың тулыуын тотороҡландырыу мөмкин. Хәҙер улар беҙҙә ҡоромай һәм ауылдарҙы һыу баҫмай. Йылына бер нисә тапҡыр эколог-белгестәр һыу өлгөләрен эсергә яраҡлы булыу-булмауын тикшерә һәм унда алынған һөҙөмтәләр бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмай. Һыу эсергә яраҡлы тип һанала, — тип билдәләй Варна районы хакимиәтенең экология бүлеге начальнигы Ирина Моисеева.
Варнанан комбинатҡа алып барған юлда ҙур йылҡы өйөрҙәре һәм һарыҡтар көтөүҙәре осрай. Быныһы беҙҙең район күренешен хәтерләтте.
— Беҙҙә районда 1600 самаһы йылҡы башы иҫәпләнә. Улар ирекле рәүештә көтөүлек итә. Белеүебеҙсә, ат таҙа хайуандарҙың береһе. Ул бысраҡ йылғанан һыу эсмәй, ниндәйҙер химик матдәләр ҡушылған үләнде лә ашамаҫ ине. Был тау-байыҡтырыу комбинатының зыянһыҙ булыуына тағы бер дәлил булып тора. Бөгөнгө көндә 1600 баш йылҡы малының 50 проценттан ашыуы ҡолонлаған. Тимәк, ТБК-ның кире йоғонтоһо күҙәтелмәй, — тип һөйләне Варна районының ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Владимир Ковалев.
Варна районы экологияһына бюджет «Йәшел түләүҙәрҙән» тора. 2023 йылда район бюджетына тау-байыҡтырыу комбинатынан һалым 29,6 млн һум, 2024 йылда — 31 млн һум тәшкил итһә, 2025 йылда — 33,7 млн һум һәм 2026 йылда 35,3 млн һум һалым буласаҡ, тип күҙаллана.
2023 йылдан 2024 йылға тиклем экологик түләүҙәр иҫәбенә дөйөм майҙаны 105 гектар булған 16 тораҡ пунктта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сүплектәре бөтөрөлә, 2025 йылда райондың 12 ауылында 107 гектар майҙанда ҙур биләмә таҙартыласаҡ һәм 2026 йылда 40 гектарҙа тағы 5 сүплекте бөтөрөү планлаштырыла.
Бөгөн Әбйәлил районы халҡы ҙур тулҡынланыу кисерә. Һәм бында йәшәгән һәр кем тыуған еренең тәбиғәте өсөн борсола, экологик мәсьәләне күтәрә. Сәбәбе — район биләмәһендә ҡасандыр сәнәғәт предприятиелары асып, урындағы халыҡҡа эш урындары булдырабыҙ тип ышандырып, һөҙөмтәлә соҡолған карьерҙарҙың асыҡ килеш ҡалыуы. Шуға ла бында тау-байыҡтырыу комбинатының теләген генә түгел, Әбйәлил халҡына ла хөрмәт күрһәтергә кәрәк. Уларҙың да теләктәрен иҫәпкә алыу мөһим.