Ошоға тиклем төбәктә тәбиғәткә ҡарата асыҡтан-асыҡ вәхшилек мөнәсәбәт осраҡтары байтаҡ булды һәм ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеүселәрҙең ҡайһы берҙәре халыҡ мәнфәғәттәрен һанға һуҡманы. Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуҙа тәртип урынлаштырыу 2018 йылдан башланды, ә ул 2021 йылда төбәк башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса ойошторолған ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса республика ведомство-ара комиссияһы эше һөҙөмтәһендә яңы кимәлгә сыҡты. Шул ваҡыттан алып комиссия бизнес вәкилдәре һәм йәмәғәтселек менән үҙ-ара килешеп эш итә.
– Республикабыҙҙың ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеү проблемаһы, айырыуса Урал аръяғының ҡайһы бер райондары халҡы өсөн бик мөһим, — тине ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ, федераль структураларҙың территориаль органдары, хоҡуҡ һаҡлаусылар, шулай уҡ Учалыла ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеү менән шөғөлләнгән предприятиелар етәкселәре ҡатнашлығында былтыр үткән күсмә ултырышта Радий Хәбиров. Ул «кешеләрҙе ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар менән үҙҙәрен генә ҡалдырмаҫҡа» ныҡлы вәғәҙә биргәйне.
–Улар ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың ҡануниәтте боҙоуына үҙ дәғүәләрен белдерә, — тип һөйләне республика Башлығы урындағы халыҡ менән осрашыуҙарҙа. Асылда иһә, беҙҙең ер аҫты байлыҡтарын вәхшиҙәрсә эшкәртәләр. Халыҡ быға ҡырҡа ҡаршы. Әлбиттә, беҙ ҙә бының менән килешмәйбеҙ. Ведомство-ара комиссия вәхшиҙәрсә эш алып барыуҙарға юл ҡуймаҫҡа һәм бергәләп ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек бирә. Был тәңгәлдәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүе еңел түгел, бының өсөн ваҡыт һәм көс кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар тураһында мәғлүмәтте системалаштырыу һәм улар менән социаль-экологик яуаплылыҡ принциптары нигеҙендә эш итеү буйынса эшмәкәрлек МВК эшенең айырым йүнәлеше булып тора. Ике йыл элек «Роснедр» етәксеһе 31-се бойороҡҡа ҡул ҡуя, уға ярашлы Урал аръяғы майҙаны 2025 йылға тиклем федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә геологик өйрәнеү өсөн ер аҫты участкалары исемлегенә индерелде. Бының менән республиканың Урал аръяғы райондарында алтын сығарыуға компанияларға лицензиялар биреүгә мораторий индерелде. Һуңыраҡ ул 2028 йылдың аҙағына тиклем оҙайтылды.
Әммә былар был юҫыҡта бер нәмәне лә үҙгәртмәй тиерлек. Радий Хәбиров Петербург иҡтисади форумында «Роснедр» агентлығы етәксеһе Олег Казанов менән осрашып, һөйләшеүе хаҡында социаль селтәрҙәрендәге үҙенең сәхифәһендә түбәндәгесә яҙып сыҡты: "Олег Казанов менән тикшергән төп мәсьәлә — алтын сығарыуға лицензиялар биреүгә мораторий. Әлегә ул ваҡытлыса, әммә беҙҙең өсөн был мәсьәләнең бөтөнләй икенсе төрлө хәл ителеүе мөһим. Урал аръяғы халҡын был айырыуса борсой. Олег Владимирович менән июлдә республикала кәңәшмә үткәрергә планлаштырҙыҡ. Вәхшиҙәрсә алтын табыуҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереүен күрһәтәсәкбеҙ. Иң мөһиме, «Роснедр» етәкселеге беҙҙе ишетә, шуға күрә проблеманы хәл итербеҙ, тип ышанам».
«Республика Башкортостан» гәзитенә биргән интервьюһында Республика Башлығының тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу һәм экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, күренекле геолог, Башҡортостандың геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса дәүләт комитетының экс-рәйесе Рәсих Хәмитов та июль кәңәшмәһендә тейешле ҡарарҙар ҡабул итеүгә өмөт белдерҙе. Уның фекеренсә, тармаҡта мотлаҡ хәл итеүҙе талап иткән бик күп проблемалар йыйылған.
— Олег Казанов менән осрашыуҙа республика Башлығы тәртип урынлаштырыу курсын дауам итте, Урал аръяғы халҡының мәнфәғәттәрен яҡлап сыҡты, — ти Рәсих Хәмитов. - Һуңғы ваҡытта алтынды эшкәртеүҙә хоҡуҡ боҙоуҙар киҫкенләште. Был алтын ятҡылыҡтарын эшкәрткәндә лә, геологик разведкалала ла закон боҙоуҙарҙың күплеге менән бәйле. Закон сиктәрендә эшләгән ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙан тыш, алтын сығарыусыларҙың эшмәкәрлеге эксплуатация нормаларын һәм ҡағиҙәләрен, геологик разведка эштәрен алып барыу ҡағиҙәләрен боҙоуға килтерҙе. Был хәлдең сәбәптәрен мин ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендәге күп мәсьәләләрҙе үҙәкләштереүҙә күрәм, сөнки урындағы органдар процеста ҡатнашмай тиерлек: бирелгән ер участкаларын рәсмиләштереү, яраштырыу — былар урындағы власть ҡарамағында түгел.
Атҡаҙанған геологтың билдәләүенсә, күп кенә намыҫһыҙ эшҡыуарҙар ошонан файҙаланып, геологик соҡорҙар сигенән сыға, ҡағиҙәләрҙә ҡаралмаған ярҙамсы механизмдар ҡуллана. Мәҫәлән, геологик эштәр өсөн бәләкәй генә канауҙар ҡаҙыу, шурфтар эшләү, скважиналар быраулау, пробалар алыу өсөн ауыр техника, экскаваторҙар, бульдозерҙар ҡулланыла. Былар һыу һаҡлау зоналары, бесәнлектәр, көтөүлектәр сигенең боҙолоуына килтерә.
— Былар барыһы ла урындағы халыҡты, бигерәк тә алтын сығарыу алып барылған урындарҙа йәшәгән кешеләрҙе борсой, — ти Рәсих Хәмитов. - Республика властары ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса комиссияны ваҡытында булдырып, был эшкә ҡыҫылырға мәжбүр булды. Аудит өсөн алтынға лицензия биреүгә мораторий иғлан ителде лә инде.
Радий Хәбиров был мораторийҙың иғлан ителеүен ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән уртаҡ ҡарарҙы мөһим ҡаҙаныштарҙың береһе тип атаны.
–Ни өсөн беҙ быны эшләнек? Минең тәҡдимем шундай булды: тәүҙә бирелгәндәрҙе тәртипкә килтерәйек, әле 60-тан ашыу лицензия ғәмәлдә; 13-өн ғәмәлдән сығарҙыҡ, бер нисә енәйәт эше ҡуҙғатылды, - тине Радий Хәбиров былтыр. - Күп йыллыҡ алтын сығарыу тарихында республикабыҙҙа дөрөҫ рекультивация менән тамамланған бер генә миҫал да юҡ тиерлек. Шуға күрә хәҙер енәйәти һәм суд эҙәрлекләүҙәре лә кәрәк. Лицензиялар бүлеү мәсьәләләре урындағы халыҡтың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып хәл ителергә тейеш. Был федераль органдарҙың вәкәләттәре. Әммә, был йыш ҡына күҙәтелмәй, күрәһең, сөнки муниципалитеттар лицензия бирелеүе тураһында кеше килеп, уның лицензияһы барлығын әйткәс кенә белә.
Шул уҡ ваҡытта бер кем дә ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеү, файҙалы ҡаҙылмаларҙы иҡтисадҡа йәлеп итеү кәрәклеген шик аҫтына ҡуймай. Әммә ҡайһы бер урындағы активистар киреһен эшләргә саҡыра.
–Ҡаҙылма эшмәкәрлеген тулыһынса тыйыу – аҡылһыҙлыҡ. Республикаға тәбиғәттән рациональ файҙаланыуҙы һәм экологик хәүефһеҙлекте берләштергән төплө сәйәсәт кәрәк. Беҙҙең бурыс — төбәктең иҡтисади үҫеше һәм уникаль тәбиғәтен һаҡлау араһында баланс табыу, - тип иҫәпләй Росприродбнадзорҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов. - Республикала бының өсөн һөҙөмтәле инструмент — ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса ведомство- ара комиссия булдырылды. Был координация органы беҙгә бөтә контроль-күҙәтеү органдары араһында үҙ-ара эш итеүҙең һөҙөмтәле системаһын төҙөргә мөмкинлек бирҙе. Комиссияның яйға һалынған эше арҡаһында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендәге боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм иҫкәртеү һөҙөмтәлелеген арттырыу мөмкин була.
Уның фекеренсә, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар менән хәл яҡшырған, әммә мораторий индерелгәнгә тиклем алынған «йоҡоға талған» лицензиялар менән проблема ҡала килә.
- Улар контролдең көсһөҙләнеүенән файҙаланырға тырыша ала, - тип иҫкәртә Роман Болотов. - Был мәсьәлә идаралығыбыҙҙың ғына түгел, хоҡуҡ һаҡлау органдарының да айырым контролендә. Әлеге ваҡытта Башҡортостан прокуратураһы ҡушыуы буйынса алтын сығарыуға һәм разведкалауға лицензияһы булған 14 предприятиены тикшереү бара. МВК сиктәрендә лицензия килешеүҙәренең үтәлешен контролдә тотоу көсәйтелгән, тупаҫ боҙоуҙар булғанда лицензияларҙың ваҡытынан алда эшләүен туҡтатыу механизмын теүәл үтәйбеҙ, экологик енәйәттәр өсөн яуаплылыҡты көсәйтәбеҙ, йәмәғәт контроле системаһын үҫтерәбеҙ. Һәм был Башҡортостанда ярайһы уҡ һөҙөмтәле алып барыла.
-Ниндәйҙер законһыҙ эш итеүҙәр арҡаһында геологик разведка эштәрен туҡтатып торорға ярамай,-тип иҫәпләй Рәсих Хәмитов. - Беҙҙә бөтә ҡағиҙәләрҙе үтәгән, нормаларҙы күҙәткән намыҫлы ер аҫты ҡулланыусылары бар. Улар урындағы кадрҙарҙы йәлеп итә, бөтөнләй яңы технологиялар, яңы техника ҡуллана, һалымдарҙы ваҡытында түләй, һыу һаҡлау зоналары сиктәрен үтәй. Ер аҫты бөтә илде «ашата». Урындағы халыҡ мәнфәғәттәрен күҙәтергә, үҙ-ара килешеп эшләргә кәрәк.
Уның һүҙҙәренсә, республикала 60-тан ашыу файҙалы ҡаҙылма төрө, өс меңдән ашыу ятҡылыҡ иҫәпләнә.
–Ә күпме әле өйрәнелмәгән ятҡылыҡтар бар!, – ти Рәсих Хәмитов. – Башҡортостанда нимә генә юҡ: мәғдән дә, нефть тә, мәғдән булмаған материалдар ҙа, минераль һыуҙар ҙа, шифалы ләмдәр ҙә, ер аҫты һыуҙары ла ...
Республика башлығы кәңәшсеһе фекеренсә, 2021-2022 йылдарҙа федераль агентлыҡ бер нисә норматив хоҡуҡи акт ҡабул иткән.
— Улар лицензиялар биреүҙе рәсмиләштереүҙе, шул иҫәптән алтын сығарыу мәсьәләләрен бер аҙ тәртипкә килтерҙе, — ти Рәсих Хәмитов. - Әммә унда аныҡ яҙылған тәртипте барыһыла үтәргә тейеш. Урындарҙа йәмәғәт контроле лә кәрәк. Был йәһәттән мин республикабыҙ башлығын тулыһынса яҡлайым.Вәкәләттәрең булмаһа. тәртипте контролдә тотоу мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта, Рәсих хәмитов һүҙҙәренсә, урындарҙа квалификациялы тау геологияһы кадрҙарының булмауы ла проблема.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡағиҙәләр булһа ла, ошо сәбәпле күп нәмәләр үтәлмәй, - ти ул. - Барыһына ла, әлбиттә, 2014 йылға тиклем ғәмәлдә булған үҙебеҙҙең тау-геология хеҙмәтенең булмауы ғәйепле. Ул булған һәм кадрҙар ҙа булған. Ә кадрҙарһыҙ бер нәмә лә хәл итеп булмай. Шул уҡ ваҡытта был тармаҡ республика һәм ил иҡтисадын туҡландыра. Минеңсә, кадрҙар әҙерләү, уларҙы ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға йәлеп итеү тармаҡта тәртип урынлаштырыу өсөн яҡшы стимул булыр ине.
Валерий ШАХОВТЫҢ фотоһы.
Авторы: Илдар ӘХИӘРОВ.