Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
4 Июль 2025, 09:43

Күлдәр таҙамы?

Күлдәренең күплеге, матурлығы менән ял итеүселәрҙе магнит кеүек үҙенә тартып торған курорт төбәгендә айырыуса йәй көндәрендә халыҡ күп. Йәй миҙгелен күңелле ял өсөн өлкәндәр ҙә, балалар ҙа көтөп ала. Ә күлдәр таҙамы икән һуң?

Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Әбйәлил районы буйынса дәүләт инспекторы Сыңғыҙхан Ғәлиуллин менән БР дәүләт аналитик контроль идаралығының Белорет бүлексәһе начальнигы Ольга Сафонова Ҡарабалыҡты, Яҡтыгүл һәм Сабаҡты күлдәренә рейд менән сыҡты.  
Иң тәүҙә белгестәр Ташбулат ауылындағы Ҡарабалыҡты күлендә булды. 
—   Анализ яһау өсөн һыу һәр күлдең ике ярынан алынасаҡ, ауыл эргәһенән һәм уға ҡаршы яҡтан, был сағыштырып ҡарау өсөн кәрәк, — тине Сыңғыҙхан Фәрит улы.
 Экологтар һыуҙы махсус таҙа шешәләргә тултырҙы, уның тикшереү һөҙөмтәләре ун көн эсендә әҙер буласаҡ. Ольга Владиславовна әйтеүенсә, һыуҙың химик составы тикшереләсәк. Ул шулай уҡ күлдәргә хужалыҡ-көнкүрештә файҙаланылған бысраҡ һыуҙар ағып төшөүе һәм һыу ятҡылыҡтарының тирә-яғы бысраныу проблемаһына иғтибар йүнәлтте. 
— Курорт төбәгендә йорттарҙың күл буйҙарына яҡын урынлашыуы һыуҙың бысраныуына килтергән төп сәбәптәрҙең береһе. Мәҫәлән, Ташбулат ауылында Ҡарабалыҡты буйында күлгә терәлеп торған йортто күрҙек. Әлбиттә, уның канализация соҡоро ихата эсендә һәм көнкүрештәге бөтә бысраҡ ағынты ямғыр һыуҙары менән ҡуша туп-тура күлгә ағып төшә, — тине Ольга Сафонова. — Тәбиғәтте һаҡлайыҡ тип оран һалырға яратабыҙ, ә эргәләге күлдәрҙең бысраҡҡа батыуын күрмәйбеҙ. Башҡа күлдәрҙә лә ярға яҡын төҙөлгән йорттар күп. Шулай булғас, күлдәргә үҙебеҙ зыян килтерәбеҙ түгелме?
Артабан Геологоразведка ауылы янындағы Сабаҡты күленә юлландыҡ. Был матур төбәк ял итеүселәрҙең яратҡан урыны.

— Ә бына Сабаҡты күленә ағынты һыуҙар төшөүе янамай, сөнки бөтә шәхси сектор канализацияланған, — тип билдәләне Ольга Владиславовна.
Күлдең һыуы ҡарар күҙгә тап-таҙа кеүек. Бында ла һыу ике ҡаршы ярҙан алынды. Тик күл буйҙарында палатка ҡороп, шешлек ҡыҙҙырып, кәйеф-сафа ҡороусылар ҡалдырып киткән сүп-сарҙың күплеге кәйефте ҡырҙы. Хатта пакетка йыйылған ҡыйҙарын да “онотҡандар”.
Яҡтыгүлдең бысраныуы, уға хәүеф янауы тураһында социаль селтәрҙәрҙә күп яҙҙылар. Экологтар ҙа иң күп ялыуҙар ошо күл буйынса булыуын билдәләне. «Sunrise» ҡунаҡханаһы биләмәһенә инеп, күлдән анализ өсөн һыу алынды. Был ял йортоноң пляжы урынлашҡан ерҙә ағынты һыуҙар өсөн ҙур торба ҡуйылған, уның һыуы туранан-тура күлгә ҡоя.
— Беҙгә килгән ялыуҙар буйынса бында даими рәүештә проба алабыҙ. Шулай ҙа һыу химик составы яғынан һәр саҡ таҙа була, – тип аңлатты Ольга Владиславовна. — Тик таҙа булһа ла, ағынты һыу күлгә төшөргә тейеш түгел.
Халыҡ телендә «Коровий» тип йөрөтөлгән пляжда проблемалар етер- лек. Бында күлдән ҡул һуҙымы ерҙә генә күсмә мунсалар урынлашҡан, ошо көндәрҙә улар район етәкселеге талабы буйынса ярҙан ситкә шылдырылды. Экологтарҙан тыш, бында рейдҡа район прокуратураһы, полиция хеҙмәткәрҙәре тап ошо мунсалар хужалары менән етди һөйләшеүгә килгәйне. Тимәк, был йәһәттән тәртип урынлаштырыласаҡ.

Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас