Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
21 Июль 2025, 10:39

Алтын табыуҙа тәртип кәрәк

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын вәхшиҙәрсә эшкәртеүгә ҡаршы системалы эш алып барыла. 2028 йыл аҙағына тиклем Урал аръяғында алтын сығарыуға лицензиялар биреүгә мораторий намыҫһыҙ алтын табыусыларға кәртә ҡуя.

2021 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса ойошторолған ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия эшләй. Был механизм тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуға ҡаршы көрәштә үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатлай. Шулай уҡ мәсьәлә төбәк Башлығының даими контролендә.
— Беҙҙең районда файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтары бар. «Весна», «Таналыҡ», «Графское» алтын сығарыусылар ЯСЙ-лары ҡырағай ысулдар менән эшмәкәрлек алып бара. Уларҙан зыян биш миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Улар тирә-яҡ мөхитте һаҡлау нормаларын үтәмәй, районда теркәлмәй, шуға күрә район бюджетына килем килмәй. Ҡаҙыу эштәре үткәргән ерҙәрендә  рекультивация үткәрергә уйламайҙар ҙа. Уларҙың эшмәкәрлеге экологияға зыян килтерҙе, йылғаларҙы бысратты, — тип һөйләне Азамат Иҙрисов «Электрогазета»ға биргән интервьюһында. — Ошо сәбәпле уларға ҡарата суд эше ҡуҙғатылған. 
Район башлығы белдереүенсә, Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия (МВК) эше бик һөҙөмтәле. МВК эшмәкәрлеге  алтынды контролдән тыш сығарыу процесын туҡтатырға мөмкинлек бирә.
— МВК инициативаһы буйынса «Графское» ЯСЙ-һы административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, — ти Азамат Иҙрисов. — Ә Росприроднадзор Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы «Башнедра» ға «Графское» ЯСЙ-һының лицензияһын ғәмәлдән сығарыу мәсьәләһен ҡарау үтенесе менән хат ебәрҙе. Һөҙөмтәлә алтынды контролдән тыш сығарыу процесын туҡтатырға һәм үрҙә һанап үтелгән ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыусыларҙың лицензияларын туҡтатыу менән яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкинлек бирә. Экология министрлығы, хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары менән берлектә рейдтар үткәрелә.
— Тәү сиратта, район һәм урындағы халыҡтың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Район биләмәһендә юридик шәхесте теркәү, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусы эшмәкәрлегенә урындағы халыҡты йәлеп итеү, уҡытыу, әҙерләү, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса бөтә нормаларҙы ҡәтғи үтәү мотлаҡ, – ти район башлығы. — Шулай уҡ ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеген һәм үҙ-ара эш итеүен күҙәтеү өсөн йәмәғәт контроле органын булдырыу ҙа зарур.
– Бындай ихтыяж барҙыр тип уйлайым, — ти Азамат Иҙрисов. — Муниципаль район хакимиәте ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу хоҡуғын рәсмиләштереү маҡсатында ер аҫты байлыҡтарынан законһыҙ табыш алыуҙы туҡтатыу буйынса халыҡ менән берлектә әүҙем алып бара.

«Башинформ».

Читайте нас