Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
21 Июль 2025, 10:03

"Салауат" йәмғиәте үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләрен үтәй

Районда төҙөлгән күҙәтеү советы ағзалары сираттағы эш сәфәре менән «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте социаль партнерлыҡ сиктәрендә геологоразведка үткәреү стадияһында уҡ реконструкциялаған объекттарына юлланды.

Ысынлап та, Буранғол урта мәктәбенең интернаты тулыһынса үҙгәрә. Совет осоронда төҙөлгән иҫке бинаны хәҙер танырлыҡ түгел. Райондың күҙәтеү советы ағзалары бинаны капиталь ремонтлау барышын ентекле тикшереп сыҡты.
 «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтегәрәев әйтеүенсә, бина эсендә урынлашҡан медицина бүлексәһен ремонтлауҙы ла проектҡа өҫтәргә булғандар.
Әлеге ваҡытта бинаның ҡыйығы тулыһынса алмаштырылған. Стеналар тыштан йылытыу материалдары менән көпләнә, һуңынан бина мәктәп менән бер төҫкә килтереп буяласаҡ. Икенсе ҡатта тәҙрәләргә ике камералы стеклопакеттар ҡуйылған, беренсе ҡаттағы тәҙрәләрҙе алмаштырыу дауам итә. Армстронг түшәмдәре монтажланған, иҙәнгә фанера түшәлгән, электр селтәрҙәре яңыртылған.
Иҙәндәрҙе алмаштырыуҙы тамамлап, йылытыу системаһын монтажларға ҡалған. Төҙөүселәр тупһаны ла өр-яңынан эшләй.
Табип бүлексәһе бүлмәләре лә заманса төҫ аласаҡ: иҙәндәргә кафель түшәләсәк, стеналарҙың штукатуркаһы яңыртыласаҡ, йылытыу системаһы алыштырыласаҡ. 
Таһир Бәхтегәрәев, «Салауат» ЯСЙ-һы директоры:
— Бөгөн беҙ интернаттағы ремонтты ҡараныҡ. Төҙөлөш тулы көсөнә бара. Дөйөм алғанда, эштәр ҡәнәғәтләнерлек. Икенсе ҡат тулыһынса яңырған. Бинаны ремонтлауҙан тыш, кабинеттарҙы заманса мебель менән йыһазландырасаҡбыҙ.
Планлаштырылған эштәрҙең яртыһы башҡарылды. Эстә иҙәндәр, түшәм-стеналар өр-яңы буласаҡ, сифатлы тәҙрәләр ҡуйыласаҡ. Эштәр комплекслы алып барыла. 

Йәлил Зәйтүнов, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Күҙәтеү советы ағзаһы:
— Беҙ интернаттың тулыһынса яңырыу барышын күрҙек. Ремонт тиҙ һәм сифатлы бара. Объектты 1 сентябргә тапшырыуҙарына шик юҡ.
Артабан район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Әминев етәкселегендә күҙәтеү советы ағзалары «Ирәндек» лагерына юл алды. Бында 1800 квадрат метр майҙанда заманса спорт кластеры төҙөләсәк. Бында эштәр 23 июндә башланғайны.
Подряд ойошмаһы етәксеһе Руслан Алиев әйтеүенсә, майҙансыҡтағы тупраҡ ҡатламы тулыһынса сығарылған, төҙөлөш өсөн ер тигеҙләнгән. Өс төп зонаны айырып торған бордюрҙар ҡуйылған. Бында ҙур теннис майҙансығы, волейбол майҙансығы, шулай уҡ мини-футбол майҙаны барлыҡҡа киләсәк. Бөтә ҡорамалдар — сеткалар, щиттар, ҡапҡалар еңел һүтелә, был майҙансыҡты төрлө спорт ярыштарына  ҡулайлаштырырға мөмкинлек бирәсәк.
Төҙөүселәр шулай уҡ периметр буйлап тротуар плиткаһы һаласаҡ. Яҡтылыҡ ҡоролмалары эшләп ҡуйылған. Көйәрмәндәр өсөн трибуналар урынлаштырыласаҡ.
Тейешле зоналарға кварц ҡомо түшәләсәк. Ултырғыстар ҡуйыу, сисенеү-кейенеү бүлмәләре эшләү планлаштырылған.
Руслан Алиев:
— Нигеҙ ентекле әҙерләнде. Резина валсығы өсөн яңы, сифатлы нигеҙ талап ителгәс, иҫке асфальттан баш тарттыҡ. Бордюрҙар менән зоналаштырыу майҙансыҡтарҙы аныҡ билдәләргә мөмкинлек бирә. Һүтеп алынмалы ҡорамалдар уңайлы буласаҡ. Ике участкала ла эштәр раҫланған билдәләнгән сроктарға ярашлы алып барыла. Тотҡарлыҡтар юҡ.
Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Әминев майҙансыҡ авгусҡа асылырға тейеш тигән теләген еткерҙе. 
— Асырбыҙ, — тип яуапланы Т. Бәхтегәрәев менән Р. Алиев.
— Артабан был спорткомплекста яҙ һәм көҙ мәлендә ярыштар ойошторорға планлаштырабыҙ, — тине Айрат Зиннәт улы.
Күҙәтеү советы ағзалары башҡарылған эштәрҙең юғары сифатын, заманса материалдар ҡулланылыуын билдәләне.
«Ирәндек»тә төҙөлгән яңы майҙансыҡ районда балалар спортын үҫтереү мөмкинлектәрен киңәйтә.
«Ирәндек» лагеры биләмәһендә төҙөлөп ятҡан спорт майҙансығы заманса, күп функциялы комплексҡа әйләнеренә, районда балалар спортын үҫтереү һәм әүҙем ял итеү өсөн мөмкинлектәрҙе арттырырына бер кем дә шикләнмәй. Ә мәктәп-интернатты капиталь ремонтлау балаларҙы уҡытыу һәм  уҡыусыларҙың йәшәү шарттарын, шулай уҡ дөйөм табип практикаһы бүлегендә медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ҡырҡа яҡшыртасаҡ.
Күреүебеҙсә, «Салауат» ЯСЙ-һы үҙ өҫтөнә алған социаль йөкләмәләрҙе эҙмә-эҙлекле һәм сифатлы үтәүен, райондың киләсәгенә — балаларыбыҙға һәм уларҙың сәләмәт йәшәү рәүешенә инвестициялар һалыуын раҫланы.
Район хакимиәте башлығы вазифа-һын башҡарыусы А. З. Әминев:
— Буранғолда интернаттың капиталь ремотланыуын һәм «Ирәндек» лагерындағы спорт комплексы төҙөлөшөн күрҙегеҙ.«Салауат» ЯСЙ-һы башҡарған эштең күләме ҙур. Район өсөн был мөһим. Компанияның эшкә яуаплы ҡарауы ҡыуаныслы: ремонт сифатлы һәм тиҙ алып барыла. Был ысынында ихтирамға һәм рәхмәткә лайыҡ. Бындай ҡараш менән хеҙмәттәшлегебеҙ нығыныр ғына, тип ышанам. Компания йөҙөндә мин лагерыбыҙҙың бына тигән шефын күрәм. Сөнки бында эшселәрҙең балалары ял итә алыр ине. Шуға күрә ҡаҙылма запастарҙың раҫланыуын һәм «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү фазаһына күсеүен көтәбеҙ. Оҙайлы ваҡыт үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү биләмәнең ҡеүәтле үҫешенә булышлыҡ итер ине, тип ышанабыҙ. Лагерҙың торошо, әлбиттә, яҡшы, әммә уның инфраструктураһын модернизациялау кәрәклеге көнүҙәк һәм киләһе йылдарҙа был мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ.

Таңсулпан ЙОМАҒУЖИНА.

Читайте нас