Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Август 2025, 16:15

Предприятие районда теркәлде

"Салауат" ЯСЙ-һы Әбйәлилдә теркәлеү процедураһын тамамланы.

Предприятие районда теркәлде
Предприятие районда теркәлде

«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте район биләмәһендә рәсми рәүештә теркәлде.
— Был ваҡиға төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә: предприятие урындағы бюджетҡа һалым түләүҙәрен күсерә башлаясаҡ, был муниципаль проекттарҙы финанслауға һәм инфраструктура объекттарын яҡшыртыуға ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Район халҡы өсөн был тормош сифатын күтәреү һәм урындағы иҡтисадты үҫтереү өсөн өҫтәмә ресурс буласағына ышанысым ҙур, — тип белдерҙе район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Әминев.
“Салауат” ЯСЙ-һы етәкселеге район халҡын ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса ҡабул итергә әҙер. Предприятие офисы Асҡар ауылындағы почта бинаһында урынлашҡан.

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас