Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
11 Август 2025, 16:10

Районға миллионлап һалым түләнәсәк

 “Салауат” ЯСЙ-һы үҙ предприятиеһын район биләмәһендә теркәүе хаҡында хәбәр иткәйнек. 

Районға миллионлап һалым түләнәсәк
Районға миллионлап һалым түләнәсәк

 Был яңылыҡтың район өсөн әһәмиәте ҙурмы? Иҡтисади яҡтан файҙаһы тураһында район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары-финанс идаралығы начальнигы Рәйсә Латипова бәйән итте:

— «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең район биләмәһендә  теркәлеүе мөһим. Был урындағы ҡаҙнаның килем базаһын нығытыуға ҙур өлөш индерәсәк һәм шуның өсөн әһәмиәтле булып тора.

Билдәле булыуынса, муниципалитеттың тупланма бюджетының үҙ килемдәренең 70 проценттан ашыуын физик шәхестәрҙең килеменә һалым тәшкил итә. Яңы эш урындарынан ҡаҙнаға өлөш сыға – һәр хеҙмәткәрҙең эш хаҡының 13 проценты  тотола. Шул рәүешле, яңы предприятие район халҡы өсөн эш урындары булдырып туранан-тура бюджетты тулыландырасаҡ.

Бынан тыш, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу башланған осраҡта, предприятие мөлкәткә һәм ергә һалым түләйәсәк. Ер һалымы 100 процент күләмендә компания  урынлашҡан ауыл биләмәләре бюджеттарына күсерелә, был иһә уларға төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам буласаҡ.

Район хакимиәтенең финанс идаралығы  «Салауат»  йәмғиәтен перспективалы һалым түләүсе булараҡ баһалай. Шулай уҡ компанияның район менән социаль партнерлыҡ сиктәрендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүе ыңғай күренеш. Предприятиеның тотороҡло эшләүе һәм һалым йөкләмәләрен үтәүе – Әбйәлил районының социаль һәм коммуналь инфраструктураһын үҫтереү буйынса пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ныҡлы нигеҙ булып тора. “Салауат” ЯСЙ-һы районда ике объектты эшләй: Буранғол мәктәбенең интернатын капиталь ремонтлай башланы һәм “Ирәндек” балалар ял лагерында заманса спорт майҙансығы төҙөй. Әйткәндәй, ул ошо көндәрҙә асыласаҡ.

Ҙур предприятие эшмәкәрлеге урындағы ҡаҙнаға 250 миллион һум һалым түләүҙән тыш, Башҡортостан Республикаһы һәм федераль бюджетҡа ла табышҡа һалым, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым күсерәсәк. Был аҡсалар илде һәм төбәкте үҫтереү өсөн файҙалынасаҡ, уларҙың бер өлөшө муниципалитеттарға дотациялар, субсидиялар һәм федераль, республика программаларын финанслау рәүешендә ҡайтасаҡ.

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас