Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
17 Сентябрь 2025, 09:30

Киләһе йылда пенсия артырмы?

2026 йылда пенсия 1 февралдә һәм 1 апрелдә арттырыла.

Киләһе йылда пенсия артырмы?
Киләһе йылда пенсия артырмы?

Рәсәйҙең Социаль фонды рәйесе Сергей Чирков һүҙҙәренсә, киләһе йылдан Рәсәйҙә пенсия ике этапта индексациялана: 1 февралдән пенсия инфляция кимәленә арттырыла, ә 1 апрелдән Рәсәйҙең Социаль фонды килеменә ҡарап билдәләнә.

«Киләһе йылда пенсияны индексациялауға ҡағылышлы бер мөһим үҙгәреш бар. Ул пенсияны ике этапта индексациялауға күсеүгә ҡағыла. Беренсе индексация 1 февралдә башҡарыла (страховка пенсияһы). Ул уҙған йылдың инфляция кимәлендә формалаштырыла. Икенсе индексация страховка пенсияларына ғына ҡағыла һәм 1 апрелдән үткәрелә. Был көндә пенсия күләме Социаль фондтың килеменә бәйле», — тине Социаль фонд етәксеһе РИА Новости агентлығына биргән интервьюһында.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-09-16/stalo-izvestno-kak-budut-rasti-pensii-zhiteley-bashkirii-v-2026-godu-4389642

Автор:
Читайте нас