«Был депутаттар корпусы өсөн мөһим ваҡиға булып тора, — тип белдерҙе республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Мөрәжәғәтнамәлә республика Башлығы киләһе йылға үҫеш йүнәлештәрен, мөһим бурыстарҙы билдәләй һәм бөтә кимәлдәге власть органдары алдында торған төп саҡырыуҙарға яуап бирә. Парламенттың 2026 йылда закондар сығарыу эшмәкәрлеге Мөрәжәғәтнамәгә нигеҙләнеп тормошҡа ашырыла».
Радий Хәбиров үҙенең сираттағы Мөрәжәғәтнамәһендә Башҡортостандың төп үҫеш йүнәлештәрен һәм артабанғы эштең өҫтөнлөктәрен билдәләй.
Ғәҙәттәгесә, Республика Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе йәмәғәтселектең ҙур иғтибарын йәлеп итә, сөнки унда төбәк тормошоноң киҫкен һәм көнүҙәк мәсьәләләре яҡтыртыла: иҡтисад динамикаһынан һәм граждандарҙың йәшәү кимәлен күтәреүҙән алып экологик балансты һәм мәҙәни байлыҡты һаҡлауға тиклем.
Мөрәжәғәтнамәлә республикабыҙ үҫешенең төп йүнәлештәре, айырыуса Ҙур һәм татыу ғаилә йылы контексында сағылдырылыр, тигән ышаныс белдерәбеҙ. Мөрәжәғәтнамәлә Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителгәнлектә, республикала йәшәгән 69 меңдән ашыу ишле, шулай уҡ йәш һәм тулы булмаған ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса аныҡ саралар ҡаралыр, тип көтөлә. Балаларҙың ял итеүе һәм белем алыуы өсөн өҫтәмә инфраструктура объекттары булдырыу мөһим, был ғаиләләргә бергә күберәк ваҡыт үткәрергә һәм ғаилә бәйләнештәрен нығытырға мөмкинлек бирәсәк.
«Мөрәжәғәтнамәлә тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләренә әүҙем үтеп инә барған яһалма интеллект һәм нейроселтәр менән эшләү тураһында ла һүҙ буласаҡ», — тине республика етәксеһе.
ФОТО: rutube.ru