Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
30 Ғинуар , 16:00

"Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ!"

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны, сарала Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың атаһы Айсар Әнүәр улы ла ҡатнашты.  “Берлек” ирекмәндәр төркөмөнөң етәксе составында булған Айсар Илһамов ирекмәнлек эше менән әүҙем шөғөлләнә, даими рәүештә махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам оҙатып йөрөй.

"Еңеү мотлаҡ  беҙҙең яҡта буласаҡ!"
"Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ!"

–––Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығышын: "Быйылғы йылға төп бурысты өс һүҙ менән билдәләй алам – Барыһы ла еңеү өсөн!" тип башланы . 2026 йылда хәл ителәсәк бурыстарҙы аныҡ билдәләне. Радий Фәрит улының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәткән ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. МХО яугирҙәренә, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам сараларын арттырыу, Ватанын һаҡлап, батырҙарса һәләк булғандарҙың исемдәрен мәңгеләштереү, яу яланына ҡайтҡан ир-егеттәргә спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу,  хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәр мәсьәләһен күтәреп Радий Фәрит улы офис асырға, эшсе төркөм булдырырға һәм ошо йүнәлештә ҙур эш алып барырға ҡушыуы бик мөһим. Шулай уҡ хәрби комиссариаттарға хәрби частар командирҙары менән берлектә ҡурҡыу белмәҫ йөрәкле яугирҙәрҙең батырлыҡтары юғары наградалар менән лайыҡлы билдәләнһен өсөн барыһын да эшләргә ҡушты.

“Бөгөн беҙҙең өсөн, Башҡортостан һәм ил халҡы өсөн, иң төп кешеләр – ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Ә беҙҙең барыбыҙ өсөн дә иң мөһим бурыс – МХО-ға ярҙам итеү” – тип билдәләп, үтте республика башлығы яугирҙәргә ярҙам күрһәткән Башҡортостан халҡына, ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе.

Эйе, бар эшебеҙ Еңеү хаҡына башҡарылһа, Еңеү мотлаҡ  беҙҙең яҡта буласаҡ, – тине Айсар Әнүәр улы.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас