2005-2025 йылдарҙа районда 140 малайға Рамаҙан тип исем ҡушҡандар. 2011 йылда – 9, 2012 йылда – 14, 2013 йылда – 9, 2014 йылда ун Рамаҙан тыуған. Һуңғы йылдарҙа исеме Рамаҙан тип нарыҡланған бәпәйҙәрҙең дүрт-бишәүгә генә ҡалыуы тыуым күрһәткесенең кәмеүенә бәйле. Ә боронғо матур исем көнүҙәклеген юғалтмай. Төрки халыҡтарҙа, шул иҫәптән башҡорттарҙа, киң таралған исем Һижри календарҙағы туғыҙынсы ай исеменән алынған. Һәм, статистиканан күренеүенсә, Рамаҙандарҙың күпселеге мосолман донъяһында ошо изге айҙа донъяға килеүселәр.
Ир балаларға Артур, Тимур, Руслан, Арсен кеүек исемдәр ҡушыу тренды һаҡланһа ла, һуңғы йылдарҙа ата-әсәләрҙең һирәкләп булһа ла, Ибраһим, Ҡадир, Ислам, Мөхәмәт, Ильяс, Мораҙым, Ғәлим, Исмәғил, Рәхимйән, Мирйән кеүек исемдәргә лә мөрәжәғәт итеүҙәре милли асылыбыҙҙың аңыбыҙҙан бөтөнләй юйылмауына ишаралай.
Ҡыҙҙар араһында Камила, Сафия, Алина, Арина, Региналар популярлығын юғалтмай, тип билдәләй ЗАГС етәксеһе. Заман заңы Мәҙинә, Мәликә, Мәрйәм, Йәмилә, Фатима, Асия, Нәсимә, Әсмә, Рәхимә кеүек элекке матур исемдәребеҙҙе яңынса яңғыратып ебәргән. Улар араһында Аяна, Жасмин, Наҙлы кеүек ят исемдәр йөрөткән ҡыҙҙар ҙа үҫә. Бер дини ғаилә ҡыҙҙарына Йәннәт тип исем биргән. Рус милләтле ғаиләләрҙә тыуған балаларға иһә аҙаҡҡы осорҙа Никита, Егор, Любава, Савелий, Иван кеүек элекке саф урыҫ исемдәрен ҡушыуҙары күҙәтелә башлаған.
– Исем ҡушыуға беҙ, ЗАГС хеҙмәткәрҙәре, бер нисек тә тәьҫир итә алмайбыҙ. Ата-әсәнең шәхси һайлауы нигеҙендә баланың исем-шәрифен рәсми теркәйбеҙ. Ләкин саф башҡорт ғаиләләрендә Мирослава, Мирон, Иосиф, Давид, Марина, Агата, Полина исемле бәләкәстәр үҫеүен күңел ҡабул итә алмай. Исем – ғүмерлек. Ата-әсәләр исем һайлағанда ошо хаҡта уйлаһындар ине, – тине Фәриҙә Мөхтәсип ҡыҙы.