

РИА Новостиагентлығы хәбәр итеүенсә, унда Оборона министрлығы башлығы Андрей Белоусов, финанс министры Антон Силуанов, Мәскәү мэры Сергей Собянин һәм яғыулыҡ-энергетика комплексы вәкилдәре ҡатнашҡан.
Дәүләт башлығы илдең яғыулыҡ баҙарындағы хәлде тотороҡландырыу өсөн өҫтәмә саралар ҡарарға тәҡдим иткән.
Быға тиклем Рәсәйҙең 30-ҙан ашыу төбәге бензин һәм дизель һатыуға сикләүҙәр индерҙе. Рәсми сәбәп итеп властар бензинға ихтыяж артыуҙы билдәләй.
Ошо айҡанлы вице-премьер Александр Новак белдереүенсә, Рәсәй Федерацияһында яғыулыҡ күләме эске баҙарҙа ихтыяжды ҡапларға мөмкинлек бирә. Шул уҡ ваҡытта был тәңгәлдәге «ажиотаж» яғыулыҡҡа ихтыяжды яһалма рәүештә яҡынса 20-30% арттырған. Вице-премьер фекеренсә, хәҙер илдә логистик бәйләнештәр ихтыяждарҙы иҫәпкә алып үҙгәрә, ә «баҙарҙы баланслау бер ни тиклем ваҡыт талап итәсәк».
Бензин мәсьәләһе һәр ерҙә киҫкен тора, әммә юғарынан әйтеүҙәренсә, хәл тиҙ арала тотороҡланасаҡ: илдә, республикала бензин запасы етерлек.