Көнүҙәк
20 Августа , 05:05

Хәйерле сәғәттә, игенсе! Ураҡ-2026

Район баҫыуҙарында урып-йыйыу кампанияһы башланды. Тәүгеләрҙән булып ураҡҡа «Урал-АГРО» предприятиеһы һәм Н. З. Әхтәмовтың крәҫтиән-фермер хужалығы игенселәре төштө. Әле баҫыуҙарҙа, нигеҙҙә, иртә өлгөрөүсе борсаҡ һәм һоло уңышы йыйыла. Кисәге көнгә район буйынса бөтәһе 1300 гектарҙа культуралар урып һуғылған. Уңыш та тос ҡына, борсаҡтың гектар ҡеүәте 24 центнер тәшкил итһә, һоло гектарынан яҡынса 24 центнерҙан килә. Мал аҙығы әҙерләүҙе лә дәррәү алып бара ауыл хужалығы эшсәндәре

Хәйерле сәғәттә, игенсе! Ураҡ-2026Хәйерле сәғәттә, игенсе! Ураҡ-2026
Хәйерле сәғәттә, игенсе! Ураҡ-2026

Тотош район буйынса планда билдәләнгән күләмдә, йәғни 24500 тонна бесән әҙерләнгән дә инде, сенаж 18500 тонна урынына 18600 тонна һалынған, ошо эштәр менән бер рәттән тиҙҙән силос һалыуҙы башлаясаҡ район хужалыҡтары, фермерҙар. Мал аҙығы культураларының да уңышы мул булғас, мал аҙығы ла байтаҡҡа арттырып тупланасағына ышаныс ҙур. Көндәр генә торһон, игенселәребеҙ һынатмаҫ — үҫтерелгән уңышты тулыһынса йыйып алыу өсөн көстәрен дә, ваҡыттарын да йәлләмәй, алһыҙялһыҙ тырышып эшләйәсәктәр.

Автор:
Читайте нас