Бөтә яңылыҡтар
Ҡаһарманлыҡ
4 Август 2025, 17:25

Йәнгелдәр яугир яҡташы менән хушлашты

Юнир Хәйҙәр улы Фазлетдинов 1972 йылдың 23 майында Бөрйән районының Килдеғол ауылында тыуған. Уны әсәһе – Нәбирә Шәйәхмәтовна тәрбиәләй. 1973 йылда улар Йәнгел ауылына күсеп килә. Юнир балалар баҡсаһына йөрөй, Йәнгел урта мәктәбен тамамлай. 1990 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң армияға хеҙмәт итергә китә, Тыуған ил алдындағы бурысын Германияла үтәй.

Йәнгелдәр яугир яҡташы менән хушлашты
Йәнгелдәр яугир яҡташы менән хушлашты

Армиянан һуң өс йыл Өфөлә автобус водителе булып, һуңынан Магнитогорск ҡалаһында эшләй. Тиҙҙән Луиза Шамиловна менән ғаилә ҡоралар. 2013 йылда ҡыҙы Камила, бер йылдан Элина тыуа. 2024 йылдың 14 июлендә Юнир Хәйҙәр улы контракт төҙөй һәм махсус хәрби операция зонаһына юллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2024 йылдың 23 июлендә хеҙмәт бурысын үтәгәндә Юнир Фазлетдинов һәләк була. Юнир Хәйҙәр улы игелекле, ярҙамсыл һәм ихлас кеше булараҡ яҡындары күңелендә ҡаласаҡ.

Автор: Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас