Бөтә яңылыҡтар
Ҡаһарманлыҡ
19 Февраль , 14:52

Һынмаған рух

Вадим Ғәфүр улы Шаһимәрҙәнов Әүнәш ауылында 1975 йылда тыуған. Тәүҙә Әүнәш башланғыс, унан Йәнгел урта мәктәптәрендә белем ала. Ҡулына урта белем тураһында аттестат алғас, Белоретта ДОСААФ автомәктәбендә уҡып һәм водитель танытмаһы ала. Унан инде ил алдындағы изге бурысын үтәү мәле лә етә. Вадим Ғәфүр улы Мәскәү ҡалаһының техник ғәскәрҙәре сафында хәрби бурысын үтәй.

Һынмаған рух
Һынмаған рух

Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Сибай ҡалаһының һөнәрселек колледжында иретеп-йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына диплом алыу менән «Йәнгел» совхозы автогаражында шофер булып хеҙмәт юлын башлай. Ошо осорҙа Алһыу исемле ҡыҙ менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр, мөхәббәт емеше — ҡыҙҙары Руфина донъяға килә. Йәш атай Магнитогорск ҡалаһының «Магнитогорскгазстрой» предприятиеһына эшкә төшә, тик, эш хаҡы бәләкәй булыу сәбәпле, артабан вахта ысулы менән эшләүҙе хуп күрә.

2024 йылдың июнендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына юллана.

Ҡаты алыштарҙың береһенән ротаһындағы 75 һалдаттан бер үҙе генә тере ҡала. Ҡаты яраланыу сәбәпле, медсанчасҡа табан ыҙалыҡ менән шыуышып барғанда икенсе ротанан яралы һалдатҡа тап була. Үҙенең хәле шәптән булмаһа ла, яралыны ташламай, икәүләп көс-хәлгә санчастҡа барып етәләр. Бер аҙ дауаланып аяҡҡа баҫҡандан һуң, яңы хәрби задание буйынса Дзержинск ҡалаһы халҡын дрондар һөжүменән һаҡларға китә. Ҡала халҡын эвакуациялау буйынса хәрби задание үтәгән «Шаги» позывнойлы Вадим ҡаты яралана, ярсыҡ ҡулын тишеп үтеп, аяғына ҡаҙала. Дүрт ай дауамында яралы көйө подвалда йәшәргә мәжбүр була яҡташыбыҙ. Изге кешеләрҙең эскерһеҙ ярҙамы ғына яугиргә ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Яраланғандан һуң, дүрт ай үткәс кенә госпиталгә барып эләгә. Табиптар ҡулын һаҡлап алып ҡала, ә оҙайлы ваҡыт тейешле ярҙам булмауы сәбәпле, аяғын һаҡлап ҡала алмайҙар. Мәскәү ҡалаһының Бурденко исемендәге хәрби госпиталендә оҙаҡ дауалау үткәндән һуң, яугир демобилизациялана һәм тыуған яҡтарына ҡайта.

Вадим Ғәфүр улы «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға» миҙалы менән наградлана һәм күптән түгел тағы бер һөйөнөслө яңылыҡ килде — 2026 йылдың 13 ғинуарында Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы Вадим Шаһимәрҙәнов яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Суворов миҙалына лайыҡ була.

Тәүәккәл, маҡсатына ынтылыусан, ғаиләм, илем тип янып йәшәгән яугир тормош һынауҙарын лайыҡлы кисерә. Бөгөнгө көндә ул, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, һөйөклө ҡатыны, ҡыҙы һәм ике кескәй ейәнсәре солғанышында тормошон дауам итә.

Гөлнара НУРҒӘЛИЕВА.

Читайте нас