1996 йылдан 2004 йылға тиклем урындағы мәктәптә уҡый. 2007 йылда Магнитогорск дәүләт техник университетына уҡырға инә, ләкин хәрби бурысын үтәп ҡайтыу теләге менән әрмегә юллана. Һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгә һәм хәрби булырға ҡарар итә. 12 айға Мәскәү ҡалаһының Оборона министрлығының хәрби университетына уҡырға инә һәм уны 2018 йылда ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Артабан Камчаткаға, 40-сы диңгеҙ пехотаһы бригадаһына, рота командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары итеп хеҙмәткә ебәрелә. 2020 йылда Владивосток ҡалаһының 155-се диңгеҙ пехотаһы бригадаһына күсә. Тап ошонда хеҙмәт иткән сағында психологик эш төркөмө начальнигы эшен алып бара һәм бер юлы махсус хәрби операцияның тәүге көнөнән алып алғы һыҙыҡҡа юл ала.
2022 йылдың 26 апрелендә Евгений Владимирович ҡаты яралана, тик 2024 йылдың март айында ғына ул ҡайтанан МХО-ла хеҙмәт итә башлай. Бөгөн ул штурмлаусы отряд командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары вазифаһын үтәй, майор дәрәжәһенә тиклем үрләгән.
МХО биләмәһендә күрһәткән батырлыҡтары өсөн яҡташыбыҙ Батырлыҡ ордены, «Ҡыйыулыҡ өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға», II дәрәжәләге «Хәрби батырлығы өсөн» миҙалдары һәм ике тапҡыр «Һуғышта күрһәткән хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Күптән түгел Евгений Владимировичтың яҡташтары — Йәнгел ауылы биләмәһе башлығы Рөстәм Ҡадыров алғы һыҙыҡҡа гуманитар ылау алып барҙы. Тап шунда яугир улар менән осрашып, тыуған яғынан күстәнәстәр алып, үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште. Ул бөгөн дә алғы һыҙыҡта, арымай-талмай Ватан именлеге өсөн көс түгә.
Был һуғыштар барыһы ла халыҡ хәтерендә. Хәрби ваҡиғаларҙы ҡайтанан баһалауға ҡарамаҫтан, совет һәм Рәсәй һалдаттарының батырлығы лайыҡлы булып ҡала. Яугирҙең батырлығы — ул ышаныс, бурыс, ант ҡаһарманлығы.