Азат Миҙәхәт улы Ишбулды ауылында тыуып үҫә. Урындағы мәктәптең туғыҙынсы класын тамамлағандан һуң, Магнитогорск ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһында уҡый. 2010-2011 йылдарҙа ил алдындағы изге бурысын үтәп, Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә.
2013 йылда сәстәребеҙҙе-сәскә бәйләп, ғаилә ҡорҙоҡ. Азат Миҙәхәт улы 2014 йылда Силәбе өлкәһе Сыбаргүл ҡалаһындағы хәрби часть менән контракт төҙөнө һәм ошо осорҙан артиллерия полкында хеҙмәт итә. Хеҙмәт бурыстарын намыҫлы үтәгәне өсөн төрлө маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде, өлкән сержант званиеһын алды.
Илебеҙҙә махсус хәрби операция башланыуы менән, 2022 йылдың 3 февралендә Украина тарафтарына ебәрелде. Взвод командиры урынбаҫары, орудие командиры вазифаһында алғы һыҙыҡта алыша. Яу яланында күрһәткән ҡаһарманлығы, хәрби бурысын намыҫлы үтәгәне өсөн Азат Миҙәхәт улына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәхмәт хаты тапшырылды. Ул шулай уҡ «Хәрби батырлыҡ өсөн», «МХО ҡатнашыусыһы», «Батырлыҡ өсөн», Жуков миҙалдарына лайыҡ булды.
Әлбиттә, тормош иптәшемдең махсус хәрби операция зонаһында булыуы минең өсөн ҙур һынау. Хәрби задание үтәп, алғы һыҙыҡта булған ваҡыттарында 15-әр көн бәйләнешкә сыҡмаған мәлдәре бар, һәр иртәм уның ҡайҙалығын уйлауҙан башлана. Бәйләнешкә инеп, барыһы ла яҡшы, борсолма, тип йыуатһа, күңелемә аңлатып булмаҫлыҡ шатлыҡ өҫтәлә.
Беҙ ғаиләбеҙ менән Сыбаркүл ҡалаһында, малай һәм ҡыҙ үҫтереп, матур тормош ҡороп йәшәй инек. Махсус хәрби операция башланғас, 2023 йылда тыуған яҡтарыбыҙға күсеп ҡайттыҡ һәм Асҡар ауылында төпләндек, улыбыҙ 5-се, ҡыҙыбыҙ 3-сө класта белем алалар.
Тормош иптәшем бөгөн дә МХО зонаһында хеҙмәтен дауам итә. Алты ай һайын ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып тороуы — беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Уның юҡлығы һиҙелһә лә, көслө булырға тырышабыҙ.
Махсус хәрби операция тиҙерәк еңеү менән тамамланып, бөгөн яу яланында булғандарҙың барыһының да һәм, әлбиттә, ҡәҙерлемдең имен-һау әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Яугирҙәрҙең барыһын да 23 февраль байрамы менән ҡотлайым.
Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ.
Ләйсән ХӘЛИСОВА.