

Махсус хәрби операция башланғас, уның туғандары, дуҫтары, ауылдаштары араһынан контракт төҙөп һалдат кейеме кейеүселәр күп була. Яҡындарының ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан, оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәндән һуң егет өйҙә сыҙап ята алмай, контракт төҙөп БПЛА ғәскәрҙәре сафына баҫа.
– Рәсәй һынылыш осоро кисерә, нисек итеп өйҙә түҙеп ятмаҡ кәрәк! Юҡ, былай булмай, йөрәгем түҙмәҫ, тинем дә хәрби комиссариатҡа юлландым. Был аҙымыма тамсы ла үкенмәйем, – ти ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан яугир.
Электән компьютерҙы, техниканы яҡшы белгән егет өсөн пилотһыҙ осоусы аппараттар менән идара итергә өйрәнеүе ҡыйын булмай, ул тиҙ арала һөнәр үҙләштереп, уңышлы хеҙмәт итә.
– Махсус хәрби операция биләмәһендә, бигерәк тә алғы һыҙыҡта пилотһыҙ системалар менән төплө эш итә белгән белгестәр бик кәрәк. Взводыбыҙҙа һәр һалдат, тиерлек БПЛА менән идара итә белә, хатта башҡа частарҙә хеҙмәт итеүселәр ҙә теләп өйрәнәләр, – ти “Егорка”.
Гөлнара Нурғәлиева.
Илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр Асҡар ауылы, Совет урамы, 27, адресы буйынса район хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итеп, хәрби хеҙмәт шарттары һәм дәүләт ярҙамы саралары тураһында тулыраҡ белә ала. Тел.: 8 (34772) 2-12-90. Шулай уҡ мәғлүмәтте түбәндәге сығанаҡтарҙан алырға мөмкин: Башбат.рф сайтынан; ТГ-да чат-ботта: t.me/VBSBashBot; МАХ-та чат-ботта: ru/vbsbashkor; 122 номеры буйынса.