

Иҫке Балтас ауылының 1-се урта мәктәбен тамамлағандан һуң, "Гиви" Башҡортостан төньяҡ-көнбайыш ауыл хужалығы колледжына уҡырға инә, унда автомеханик һөнәрен ала. Унан инде ил алдындағы изге бурысын үтәү мөҙҙәте етә, әрме хеҙмәтен егет Балашиха ҡалаһында үтә. Тап шунда уның характеры нығына, ысын армия күнекмәләре, дисциплина үҙ көсөнә ышанысын арттыра.
2022 йылда, илдә өлөш- ләтә мобилизация иғлан ителгәндә, "Гиви"ға ни бары 20 йәш була. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, икеләнмәйенсә Ватан мәнфәғәттәрен яҡларға МХО зонаһына китә егет.
Башҡорт мотоуҡсылар полкында өлкән уҡсы вазифаһында хеҙмәт итә. Алғы һыҙыҡта үҙен ҡыйыу һәм ышаныслы, иптәштәренә ярҙам итергә һәм ҡуйылған бурысты үтәргә әҙер яугир итеп күрһәтә.
Ҡаты алыштарҙың береһендә "Гиви" ауыр яралана. Әммә бер аҙ сәләмәтлеген нығытып алыу менән, ҡайтанан сафҡа баҫа һәм Тыуған иленә хеҙмәт итеүен дауам итә. Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ул II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ» миҙалы менән бүләкләнә.
Хәҙерге хәрби хәрәкәттәр ҡыйыулыҡ ҡына түгел, юғары техник күнекмәләр ҙә талап итә. 2024 йылдан «Гиви” пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүҙе үҙләштерә һәм FPV-дрон механигы вазифаһында хеҙмәтен дауам итә.
Бөгөн бындай белгестәр-хәҙерге заман алышының элитаһы. Дөрөҫлөк, сыҙамлыҡ, тиҙ арала реакция һәм тәрән техник белем алғы һыҙыҡта мөһим бурыстарҙы үтәүгә ярҙам итә. Хатта тағы ауыр яраланғандан һуң да, яугир рух көсөн һәм оптимизмды юғалтмай. Әле "Гиви" реабилитация үтә.
Йәш яугирҙең тарихы - ауыр ваҡытта Тыуған илгә һөйөү һүҙҙәр менән түгел, ә эштәр менән үлсәнә икәнен иҫбатлаған быуын тарихы. Һәм беҙҙең арала "Гиви" кеүек егеттәр булғанда, Рәсәйҙең еңеү яулауына ышаныс ҙур.
Фирғәт Нәбиуллин.
Илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр Асҡар ауылы, Совет урамы, 27, адресы буйынса район хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итеп, хәрби хеҙмәт шарттары һәм дәүләт ярҙамы саралары тураһында тулыраҡ белә ала. Тел.: 8 (34772) 2-12-90.
Шулай уҡ мәғлүмәтте түбәндәге сығанаҡтарҙан алырға мөмкин: Башбат.рф сайтынан;
ТГ-да чат-ботта: t.me/VBSBashBot;
МАХ-та чат-ботта: ru/vbsbashkor; 122 номеры буйынса.