

Ҡояш байып, тауыштар тынып, эңер төшкән ваҡытта төнгө “ҡоштар”оса башлай. Улар менән идара итеүселәрҙә бер бурыс – дошман эҙен табыу һәм шул уҡ ваҡытта үҙең эҙ ҡалдырмау. Төнгө һунарсыларҙың мәле етә, барыһын да түҙемлек һәм осҡорлоҡ хәл итә. Пилотһыҙ осоусы аппараттар менән идара итеүсе “Лютый” махсус хәрби операцияға тәүге ағымдағы мобилизация ваҡытында эләгә. Тыныс тормошта машиналар ремонтлаған егет ике йылдан ашыу мотоуҡсылар батальонында йөрөй. Шул ваҡытта уҡ егетте дрондар ҡыҙыҡһындыра, уларҙың ҡоролошон, идара итеү алымдарын өйрәнә. Командирҙары уның ынтылышын күреп, БПЛА операторҙары әҙерләү курсына уҡырға ебәрә.
Электән компьютер уйындарын яҡшы үҙләштергән егеткә уҡыу еңел бирелә. Әммә бында шуныһы бар – бер яңылышһаң “уйынды” яңынан башлап булмай.
- Яңылышлыҡтың хаҡы ҡиммәт – үҙеңдең һәм яуҙаштарыңдың ғүмере. Бармаҡтар ныҡ һиҙгер, етеҙ булырға тейеш. Йә – һин, йә – һине, бүтән юл юҡ! Мин төнгө “ҡош”, разведчик. Ҡараңғыла хәрәкәт итеүе ҡыйыныраҡ, көндөҙгө операторҙарға ҡарағанда етеҙерәк тә булырға кәрәк. Биш кешенән тора төркөмөбеҙ, икәү көндөҙ, икәүебеҙ төнөн һунарға сығабыҙ, ә бишенсебеҙ беҙҙе аҙыҡ менән тәьмин итә, ҡалған көнкүреш мәсьәләләрен хәл итә. Әйткәндәй, үҙебеҙҙең Башҡортостанда эшләнгән дрондарҙы нығыраҡ хөрмәт итәм, сөнки улар ышаныслы, – ти яугир.
“Күмертау хәбәрҙәре” гәзитенән.