Бөтә яңылыҡтар
Календарь
19 Июль 2024, 16:56

Салауат ауылына нигеҙ һалыныуға — 350 йыл

Яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө тарафтарға таралып, сит-яҡтарҙа донъя ҡорорға, төпләнергә тура килһә лә, күңел тыуған йортто һағына, тыуған ергә тартыла. Йәй — ҡыҙыу эш мәле булһа ла, халҡыбыҙ эшкә лә, байрам-осрашыуҙарға ла ваҡыт табып, ауылдаштарҙы, ситтә йәшәүсе яҡташтарҙы атай йортона йыя.

Салауат ауылының юбилейына арналған сара  урта мәктәп алдында ҡунаҡтарҙы дәртле таҡмаҡтар, ҡурай моңдары менән күңелле ҡаршылауҙан башланып китте. Мәктәп директоры Миләүшә Шәйәхмәтова белем усағының ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. «Йыл да уҡыусылар берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре менән ҡыуандыра. Мәҫәлән,  быйыл географиянан Линар Аҡмурзин 90 балл йыйҙы, уны Рәйлә Хафизова әҙерләне», — тине. Башҡортос- тандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Рәйлә Сөләймән ҡыҙы уҡыусыларының БДИ һөҙөмтәләре  буйынса 100 балл йыйған осраҡтары менән дә, “Салауат” өлгөлө бейеү ансамбленең оҫта етәксеһе булараҡ та районда ғына түгел, республика күләмендә лә билдәле. Мәктәптә ремонт эштәре бара, «Толпар» мәктәпкәсә белем биреү үҙәге тулыһынса яңы уҡыу йылына әҙер. 
Ҡунаҡтар артабан Ишмырҙа Һиҙиәтов исемендәге Салауат ауылы хосписында булды. Илебеҙҙең билдәле ғалим-хирургы, Башҡортостанда тәүге паллиатив ярҙам күрһәтеүсе хоспис төҙөткән табип, доцент, медицина фәндәре кандидаты, Башҡор- тостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Ишмырҙа Хәйрнур улы Һиҙиәтов исемен йөрөткән хоспистың етәксеһе Хәлиҙә Ғәйфуллина һәм уның коллективы байрамда ҡатнашыусыларҙы тәмле сәй-ҡымыҙҙары менән ҡаршыланы.
 Ишмырҙа Хәйрнур улы иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл янында профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Вил Тимербулатов сығыш яһаны. 
– Салауат ауылынан башҡорт телен, йолаларын белгән кешеләр сыҡҡан, был турала күптән беләм. Мине университетта Ишмырҙа Хәйрнур улы уҡытты, ҡатмарлы операциялар яһауҙа беренсе практик булды. Бик ауыр хәлдәге сирлеләргә тик үҙе операция яһаны. Беҙ хәҙер заманса аппаратуралар менән ауырыуҙы билдә- ләйбеҙ, ә Ишмырҙа Хәйрнур улы ҡулы менән ҡапшап ҡарап ҡына дөрөҫ диагноз ҡуя белде. Ул, ысын мәғәнәһендә, халыҡ табибы, ысын «Земский врач» булды, уның һымаҡтар юҡ. Ныҡ сирләп килгәндәрҙең хәленә инә белде, уларға һуңғы көндәренә тиклем ярҙам күрһәтеү кәрәклеген аңлап та, Рәсәйҙә беренселәрҙән булып ауыл ерендә хоспис төҙөнө, — тине Һиҙиәтовтың уҡыусыһы. 
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау ми- нистрлығы исеменән Гөлнара Зиннурова ҡотланы. 
– Беренсе хоспис 1990 йылда Санкт-Петербургта асыла, ә Салауат хосписы бөгөнгө көндә лә Рәсәйҙә берҙән-бер ауыл хосписы. Халыҡҡа паллиатив ярҙам күрһәтеүҙә арымай-талмай эшләгән Хәлиҙә Хәлфәт ҡыҙы етәкселегендәге коллективҡа рәхмәт белдерәбеҙ, — тине Гөлнара Фаат ҡыҙы.
Мансуровтарҙың ҙур ғаиләһе исеменән отставкалағы подполковник Рим Мәһәҙей улы, оҙаҡ йылдар Йәнгел мәктәбенең рус теле уҡытыусыһы булып эшләгән Сәһилә Нуритдин ҡыҙы һәм күсем- һеҙ милек буйынса риэлтор Резеда Нуритдин ҡыҙы сығыш яһанылар. Улар ауылдаштарын байрам менән ҡотлап, Мансуровтар ғаиләһе исеменән телевизор бүләк итте.
Ошо урында Рим Мәһәҙей улы тура- һында ла әйтеп китмәһәк яҙыҡ булыр. Рим Салауат мәктәбендә уҡып, ошо ауылда тыуып үҫкән. Магнитогорск ҡалаһының тау-металлургия институтын тамамлағас, Дыуан районына эшкә ебәрелә, унда СПТУ-ла преподаватель булып эш башлай. Күп тә үтмәй йәш белгесте директор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Артабан Дыуан  район эске эштәр бүлегендә следователь, РОВД начальнигы урынбаҫары, Ҡыйғы, Дыуан райондарының эске эштәр бүлеге на- чальнигы булып хеҙмәт юлын үтә. Сит яҡтарҙа Әбйәлил данын арттырып йәшәүсе яҡташтарыбыҙ  булыуы үҙе бер ғорурлыҡ. 
Ҡотлауҙарға ҡушылып эшҡыуар Илшат Мөхәмәтйәнов хосписҡа ике һыуытҡыс бүләк итте. 
Ишмырҙа Һиҙиәтовты бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алып, һәйкәлгә сәс- кәләр һалғас, ҡунаҡтар ауыл буйлап китте. Ауылдың ғына түгел, райондың абруйлы аҡһаҡалы Рафиҡ Шәйәхмәтов ҡунаҡтарҙы  бәйнә-бәйнә ауыл тарихы менән таныш- тырып барҙы. Рафиҡ ағай заманында районда алдынғы булған “Путь Ленина” колхозының шәп бригадиры ине. 82 йәштә лә дәртле, дарманлы, тынғыһыҙ оҫта ойоштороусы ошо сараны үткәреү өсөн дә күп көс һала. 
Мәҙәниәт йорто янында ҡунаҡтарҙы ҡатын-ҡыҙҙар вокал ансамбле ҡаршы алды. «Бында мәсет ине, һуңынан клубҡа әй- ләндерҙеләр, һуғыштан һуңғы йылдарҙа ул ташландыҡ хәлгә килде. 50-се йылдарҙа йәштәр үҙ көстәре менән ремонт эшләне,  клуб тағы ла йәштәрҙең йыйылыр урыны булып китте. Мин бригадир ваҡытта, 80-се йылдарҙа яңы клубты төҙөтөүгә өлгәштем. Хәҙерге ваҡытта мәҙәниәт йортона ремонт үткәрелгән. Йәштәр клубтың йәмен ебәрмәй, матур итеп эшләйҙәр», – тине Рафиҡ ағай.
Салауат ауылында Бөйөк Ватан һуғы- шында һәләк булғандар иҫтәлегенә ике обелиск бар. Клуб янындағы обелиск эргәһендә үткәндәрҙе хәтерләп, ошо ауылда тыуып үҫкән район Советының бүлек начальнигы Баязит Ғиниәтов телмәр тотто. 
– Бындағы ҙур ағас мәктәп 40-сы йылдарҙан ете йыллыҡ булған. Бында Салауат ҡына түгел, Тупаҡ, Таштимер, Әүмеш, Йәлембәт, Ҡужан, хатта Асҡарҙан йөрөп уҡығандар. Мәҫәлән, заманында район партия комитетының беренсе секретаре булып оҙаҡ йылдар эшләгән Раил ағай Бикйәнов та ошонда белем алған. Ике ауылға уртаҡ мәктәп кәрәк булғас, яңы мәктәп төҙөлдө. Капиталь ремонт эшләнгән йылы, яҡты иҫке мәктәпте матур архитектура һәйкәле итеп һаҡларға булыр ине, ауылда ҡалдырманылар. Уның ҡарауы, 1975 йылда Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына арнап асылған обелиск һаҡланған. Ваҡыт үтә килә бында тағы ла ике таҡтаташ беркетелде, улар утлы нөктәләрҙә һәләк булған ауылдаштарыбыҙ Артур Әхмәтйәнов һәм Ринат Мәсәлимов иҫтәлегенә ҡуйылды. Һәйкәлдәр күпме төҙөлһә лә, унда кемдең исеме баҫылһа ла, яуҙарҙа батырҙарса  башын hалған ауылдаштарыбыҙ мәң- гелеккә беҙҙең ихтирамыбыҙға хаҡлы! – тип тамамланы һүҙен Баязит Ғәлиулла улы.
Тамырҙары менән Салауаттан сыҡҡан, Гусев мәктәбендә оҙаҡ йылдар директор урынбаҫары вазифаһын башҡарған Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, тарихсы Рәшит Сәғитов ошо һүҙҙәргә ҡеүәт итеп, факттар килтерҙе: ауылдан 113 кеше Бөйөк Ватан һуғышына алына, шуларҙың 61 һәләк була. Ауылдағы бөтә эш ҡатын-ҡыҙҙар иңенә төшә. 13-14 йәшлек ҡыҙҙарҙы декабрь айҙарында ла леспромхозға трудотрядҡа ебәрәләр. Ауыр шарттарҙа эшләргә тура килә уларға. Һуғыштан һуң “Салауат Юлаев” һәм “Салауат батыр” колхоздары ҡушыла һәм Г. Орлов етәк-селегендә билдәле “Путь Ленина” колхо- зына әйләнә.
 Өфөнән ҡунаҡҡа ҡайтҡан өс йәшлек Әмирхан Шәйәхмәтов обелиск янында данлыҡлы «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙы, бөтә ҡунаҡтар ҙа уға ихлас ҡушылдылар. Башҡорт рухлы егеттәребеҙ алмашҡа үҫеп килеүенә ышандырҙы Әмирхан.
Артабан аҡланда байрамдың тантаналы өлөшө, ҡотлауҙар, концерт, спорт ярыштары үтте. Аҡлан боронғо колхоз һабантуйын хәтерләтеп мәж килә: һәр ара үҙенең тирмәһен ҡорған, улар милли колоритта биҙәлгән, шәжәрә ағастары урын алған, һый-хөрмәттән өҫтәлдәр һығылып тора, бишбармаҡ еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Һәр ара ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ, буҙа, йыр-бейеү менән ҡаршыланы. 
“Алабайталдар”ҙың танылған ҡурайсы, йырсы Заһир Шәйәхмәтовтың, баянсы, эшҡыуар Ильяс Сафиндың көйҙәренә дәртле бейеп, күңел асыуҙары алыҫҡа яңғырап торҙо.
“Ҡаҙаҡтар” араһы ҡул эштәренән бай күргәҙмә әҙерләгән, улар Өфөнән килгән ҡунаҡ Гөлнара Зиннурованың  түшенә матур хәситә таҡты. “Урыҫтар” үҙ араһының исеменең килеп сығышын ҡыҙыҡлы бәйән итте. “Ҡалмаҡтар” СиБГУ-ны тамамлап, ҡулына диплом алып ҡайтҡан Радик Хафизовтың дәртле бейеүе менән барыһын да таң ҡалдырҙы. “Ташбаштар” араһынан 94 йәшлек Рәхимә инәй Мостаҡова башҡорт кейемендә түрҙә ултырып ҡаршы алды. 
Байрамдың рәсми өлөшөн Таштимер ауыл биләмәһе башлығы Земфир Арғын- баев асты. 
– Ата-бабалар төйәк итеп нигеҙ ҡорған изге урында бөгөн дә тормош дауам итә. Бында илһөйәр, эшһөйәр, тырыш халыҡ йәшәй. Гөрләп донъя көтәләр, быны байрамға әҙерлектә лә күрергә була. Улар йәмәғәт урындарын, йорт-ҡураны матур- ланылар. Байрамды ойоштороу комитетына, айырыуса, күп көс һалған Ринат Мәһәҙиевҡа, Рафиҡ ағай Шәйәхмәтовҡа Таштимер ауылы хакимиәте исеменән рәхмәт белдерәм. Байрамығыҙ күңелле үтһен! — тигән теләктәрен еткерҙе ул.
Артабан һүҙ алған район хакимиәте башлығы урынбаҫары-финанс идаралығы начальнигы Рәйсә Латипова үҙенең бала сағы ошо ауылда үтеүе, әсәһе яғынан ҡаҙаҡтар араһына инеүе тураһында әйтеп үтте. 
— Быйыл милли проект буйынса Салауат мәктәбенә капиталь ремонт яһаласаҡ, спорт залы замансаға әйләнәсәк. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн 1300 мең һум аҡса бүленде. Берҙәм Рәсәй партияһының “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса клубҡа ултырғыстар алынды. Ауыл халҡы мәнфәғәтендә ошондай эштәр артабан да башҡарыласаҡ, —  тине Рәйсә Раил ҡыҙы.
Ауыл Советы депутаты Рушан Әх- мәтйәнов байрам сараһына әҙерлектә иң әүҙем булған 15 ауылдашына Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Улар араһында Азат Әхмәтйәнов, Илнур Ибраһимов, Илнур Шакирйәнов, Алмас Мәсәлимов, Урал Тайыпов һ.б. бар.
Башҡортостандың “Спартак” физ- культура-спорт йәмғиәте советы рәйесе Фуат Дәминдаров спорт үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн бағымсылар Илфат Төлкөбаевҡа, Зөлфиә Әминеваға, Ринат Мәһәҙиевҡа йәмғиәттен Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Шулай уҡ спорт өлкәһендә ҙур күрһәткестәргә өлгәшкән Нуриман Хәй- руллин һәм Ринат Минһажев Почет грамоталары менән бүләкләнде.  
Райондың Хәрби-патриотик спорт берекмәһе ағзаһы, махсус хәрби опера- циянан ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан Салауат Хөснийәров махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән Илнур Әхмәтовҡа “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” миҙалын тапшырҙы. Шулай уҡ йәмәғәт эштәрендә әүҙемлектәре менән айырылып торған Ҡужан клубы мөдире Сәфинә Байгилдинаны, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы директоры Салауат Зәйнуллинды ойошманың Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Мәҙәниәт йорто мөдире Гөлсирә Ялмырҙина республика халыҡ ижады үҙәгенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Район Советы депутаты Ринат Аҡсуриндың бүләге мәсеткә тәғәйенләнде, Баязит Ғиниәтов мәктәп кәрәк-яраҡтарына аҡсалата бүләк тапшырҙы.
Урал аръяғы райондары кураторы Хәлил Рәхмәтуллин байрамды ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан ауыл Советы депутаты Рушан Әхмәтйәновты, Гөлфиә Ялмырҙинаны, Морат Әхмәтйәновты, Данил Хафизовты, Ғаяз Әхмәтйәновты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Сығыштар сағыу концерт номерҙары һәм күркәм ғаиләләрҙе тәбрикләү менән аралаштырылып алып барылды. Иңгә-иң терәп лайыҡлы ғүмер кисергән алтын парҙар – Рафиҡ һәм Баҙыян Шәйәхмәтовтар, Камил һәм Сәриә Әхмәтйәновтар, Тимерхан һәм Мәҙинә Сәғәҙиевтар  бүләкләнде. Ауылдың иң ололары Хәмит Аҡ- мырҙин, Нәсихә Кәримова һәм 70-80 йәште аша атлағандар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы.   Утлы нөктәләрҙе үтеп, имен-һау ҡайтып, донъя ҡорған туғыҙ егеткә лә хөрмәт күрһәттеләр. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ил һағында булған биш егеттең әсәйҙәрен оло ихтирам менән тәбрикләнеләр. 
Аҡланда спорт уйындары ла ҡыҙыу барҙы: араларҙың командалары волейбол, уҡ атыу, мини-футбол, ылаҡ уйындарында, көрәштә көс һынашты.
Байрам һуңында ойоштороу комитеты бағымсыларға һәм хөрмәтле ҡунаҡтарға тирмә-сувенирҙар бүләк итте. Үҙ көстәре менән Салауат ауылы халҡы ҙур сараны ойоштороп, матур итеп үткәрә алды.
Гөлнара ШАКИРОВА.

Читайте нас