Бөтә яңылыҡтар
Календарь
27 Сентябрь 2024, 10:38

ҮҘ ҺӨНӘРЕНЕҢ ОҪТАҺЫ

Тәрбиәсе булып балалар яратҡан кешеләр генә эшләй ала. Ата-әсәләр өсөн сабыйҙары күңелен аңлаған, кескәйҙәр менән уртаҡ тел тапҡан, уларҙы ҡыҙыҡһындыра белгән һәм һәләттәрен үҫтергән тәрбиәселәрҙең ҡаршы алыуы мөһим.

Ҡырҙас балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе булып оҙаҡ йылдар эшләгән Римма Махийәнова әллә күпме быуын бәләкәстәр өсөн «икенсе әсәй» булып тора. Ҡасандыр етәкләп алып йөрөгән кескәйҙәр хәҙер үҙҙәре ата-әсә булып, бала-ларын баҡсаға алып килә.
 Аһылай ауылында күп балалы ғаиләлә үҫкән төпсөк ҡыҙ бәләкәй сағынан тәрбиәсе йәки уҡытыусы булырға хыяллана. Белорет педагогия училищеһын тамамлап, 1991 йылда район үҙәгенең «Тирмәкәй» балалар баҡсаһында үҙенең хеҙмәт юлын башлай. Йәш тәрбиәсе өс йыл эшләгәс, Ҡырҙас балалар баҡсаһына килә, ситтән тороп Магнитогорск дәүләт университетында юғары белем ала. Римма Махийәнова биш йыл мөдир булып эшләргә өлгөрә. Айырым бинала урынлашҡан балалар баҡсаһы 2011 йылда мәктәпкәсә йәштәге төркөм итеп үҙгәртелә һәм белем усағына күсерелә. Бөгөн бында 15 бала йөрөй, улар өсөн бөтә шарттар булдырылған, бүлмәләр яҡты һәм матур. Иң мөһиме, йылы. Ҡала баҡсаларынан һис ҡайтыш түгел, сағыу һәм күңелле уйын мөйөштәре булдырылған. Уйынсыҡтарҙың ниндәйҙәре генә юҡ?! Римма Сәйәр ҡыҙы балалар көндәрен файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәрһен өсөн бар оҫталығын һала. 
— Ҡырҙас урта мәктәбе директоры булып эшләгән Мансур Ильясовҡа һәм коллективҡа беҙгә ҡарата иғтибары, ярҙамы өсөн рәхмәтлемен. Быйылғы уҡыу йылынан белем усағына етәкселек иткән Лилиә Йомағужина менән дә шулай уртаҡ тел табырбыҙ тип ышанам. Колле-галарымдан уңдым — тәрбиәсе ярҙамсыһы Гөлшат Шафиҡова, тәмле аштары менән һыйлаусы ашнаҡсы Зөлхәмирә Бикйәнова менән бергә-бергә эшләйбеҙ. Ата-әсәләргә рәхмәт, һәр саҡ беҙҙең терәк-таяныс булып торалар, — ти Римма Сәйәр ҡыҙы.
Сабыйҙарға иғтибарлы, ата-әсәләргә ихтирамлы булғаны өсөн  абруй ҡаҙанған ул. Өс тиҫтә йыл тәжрибәгә эйә тәрбиәсе бәләкәстәрҙең һәләттәрен асыу өҫтөндә ныҡлы эш алып бара. Балалар менән бергә район, республика конкурстарында, он-лайн бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашалар. Еңеүҙәр ҙә байтаҡ. Айзилә Шафиҡова, Илмира Мусина, Искәндәр Сәлимйәнов район, республика ижади конкурстарҙа урындар яулаған. Гөллирә Кирамова 2019 йылда «Гүзәлкәй» район конкурсында Гран-при алған. Йыр-бейеү бәйгеләрендә, ҡул эштәре буйынса балаларҙың еңеүҙәре бихисап.
 — Балалар баҡсаһында бәләкәстәр ме-нән туған телдә йырҙар, шиғырҙар, әкиәт-тәр өйрәнәбеҙ, милли башҡорт кейемдәре, биҙәүестәре менән танышабыҙ. Дәрестәр-ҙе, байрамдарҙы башҡортса үткәрәбеҙ. Тик балаларҙың үҙ-ара башҡортса аралаш-мауы, баҡсаға килгәндә үк русса һөйлә-шеүе борсой. Үҙ телебеҙҙе онотмаһаҡ ине, — тип  һөйләй тәрбиәсе. — Төрлө йәштәге балалар менән эшләүе еңел түгел, әлбиттә. Уҡытҡанда төркөмдәргә бүлергә кәрәк. Шулай ҙа өлкәнерәктәр бәләкәйҙәрҙе ҡурсаларға өйрәнә, ҡарап йөрөтә.
Римма Махийәнова яратҡан эшенә бар ғүмерен арнаған. Оҙайлы, тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһаланған. Ул РФ мәғариф ми-нистрлығының Почет грамотаһы, «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» дипломы, «Йыл тәрбиәсеһе» район конкурсында Гран-при, «Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә йыл педагогы» республика конкурсында «Туған телде һаҡлау» номинацияһында диплом менән бүләкләнгән. Ҡырҙас урта мәктә-бенең мәктәпкәсә йәштәге төркөмө һәр саҡ яҡшылар араһында. Яңы уҡыу йылына яҡшы әҙерлектәре өсөн сертификат алып, балалар баҡсаһы кәрәк-яраҡтары өсөн тотоналар.
— Йыл һайын уйынсыҡтар, методик ҡулланмалар, китаптар, эш дәфтәрҙәре менән тәьмин иткән район мәғариф бүле-генә, баш белгес Зөлфирә Әғләеваға рәхмәт, — ти Р. Махийәнова. — Ҡул аҫтында кәрәкле бөтә нәмә булғанда эшләүе ҡы-йын түгел. Көн дә иртән баҡсаға ашҡынып киләм һәм ҡайтыр ваҡыт еткәнен дә һиҙмәйем.
Римма Сәйәр ҡыҙы эше менән дә, ғаиләһе менән дә бәхетле. Тормош иптәше Радик Нәдир улы менән ике ул үҫтер-гәндәр. Өлгөлө хужабикә, бешеренергә, бәйләргә ярата. Буш ваҡыттарында ла балалар өсөн дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы итеп үткәреү өсөн материал эҙләй, үҙенең белемен камиллаштыра. 
Бала йәнле, бала күңелен аңлаған тәрбиәсене генә үҙ һөнәренең оҫтаһы тип ҙурлайҙар. Кескәйҙәр күңеленә изгелек орлоҡтары һалған, яҡшылыҡҡа, мәрхәмәт-леккә әйҙәгән, донъяны танып-белергә өйрәткән Римма Махийәнова хеҙмәтенең емештәрен татып, барыһының да хөрмәтен тойоп эшләй. 33 йыл балалар тәрбиәләү дәүерендә ата-әсәләрҙән рәхмәт һүҙҙәрен әҙ ишетмәгән, был иң юғары баһалыр, моғайын.
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас