Бөтә яңылыҡтар
Календарь
14 Июль 2025, 09:32

Аҡ сәскә ғаиләләрҙе тупланы

Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы сағыштырмаса күптән түгел барлыҡҡа килде. 8 июлдә билдәләнеүсе байрам ғаилә ҡиммәттәренең мөһимлеген һәм никахтың ныҡлығын билдәләй. Был байрамдың символы – аҡ сәскә. Аҡ сәскә таҙалыҡты, мөхәббәтте һәм тоғролоҡто кәүҙәләндерә.

Матур көндә барлыҡ ғаиләләрҙе район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айрат Әминев тәбрикләне.
– Башҡорттар өсөн ғаилә ябай һүҙ генә түгел, ул – беҙҙең терәк һәм таяныс, көтөр урыныбыҙ, ҡайтыр еребеҙ, ғаилә – ул ололарҙы хөрмәт итеү, кеселәр тураһында хәстәрлек күреү. Беҙҙең халыҡ ниндәй ауыр заманда ла ғаиләһенә тоғролоҡ һаҡлай белә. Тап бөгөнгө көндәге кеүек: һылыу йәш кәләштәр, илһөйәр улдар үҫтергән аталар һәм әсәләр түҙемһеҙлек менән алғы һыҙыҡтан һалдаттарыбыҙҙы көтә, мәрхүм булғандарының рухтарына тоғро ҡала беләләр. Ил терәге булған, оҙаҡ йылдар бергәләшеп донъя йөгөн тартҡан матур парҙарҙы, күп балалы ғаиләләрҙе, рухлы балалар үҫтергән матур ғаиләләрҙе лә һыҙыҡ өҫтөнә алам. Һеҙ – беҙҙең райондың көҙгөһө. Һәр бер ғаиләгә ҡот һәм бәрәкәт, мөхәббәт һәм тоғролоҡ теләйем, – тине Айрат Зиннәт улы. 
А. Әминев “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән Ишҡол ауылынан Вәхит һәм Фәйрүзә Юлдашбаевтарҙы (һүрәттә) тәбрикләне. Ғаилә 3 ул тәрбиәләгән. 2023 йылда улдары Айгиз үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана һәм, ҡыҙғанысҡа күрә, һуғыш ҡорбаны булып ҡайта. Уртансы улдары Илгиз бынан 10 йыл элек Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, хеҙмәтен үтәй, намыҫлы хеҙмәте өсөн төрлө ҡаҙаныштарға лайыҡ. Нургиз исемле улдары Магнитогорск металлургия комбинатында электрик булып эшләй.
Күп бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде. Улар – 5 бала тәрбиәләүсе Мария Дауытова, Филүзә Хәлисова, Рәйсә Фәритова һәм Зита Мәғәфүрова.
Ишбулды ауылынан Филүзә Хәлисова балаларын яңғыҙ тәрбиәләй, уға әсәһе Фәйрүзә Моратшина ярҙам итә. Өлкән ҡыҙы Әдиләгә 17 йәш, ул Сибай медколледжының икенсе курс студенты. Даян иһә быйыл 9-сыны тамамлаған. Нәркизә һәм Әлфизә – мәктәп уҡыусылары. Ә кескәй Иҙрискә – 5 йәш. 

Ғаилә традицияларын һаҡлағаны, балаларҙы лайыҡлы тәрбиәләгәне өсөн һәм байрам уңайынан Асҡар ауылының хөрмәтле ғаиләләре Сәғәҙәт һәм Люциә Йыһановтар, Салауат һәм Зинаида Рәхимовтар, Рәшит һәм Венера Заһретдиновтар, Радик һәм Рәүзә Мостафиндар, Мөхәмәт һәм Дилә Суфияновтар, Әсләм һәм Зилә Ғайсиндар, Ишбулды һәм Рәйсә Алтынбаевтар, Йәнгелдән Айрат һәм Лилиә Ғилмановтар, Иҫке Балапандан Ғаяз һәм Әслимә Әхтәмовтар, Үтәгәндән Ласын һәм Гүзәлиә Солтановтар, Ишҡолдан Сабир һәм Әлиә Шәғарғазиндар, Михайловканан Валерий һәм Алһыу Камаловтар, Әбдрәштән Ирек һәм Нәйлә Ибраһимовтар (һүрәттә), Әбделмәмбәттән Айрат һәм Фәрүәз Ғибәҙәтовтар, Ҡырҙастан Садиҡ һәм Флүрә Хәмитовтар, Ишкилденән Хөрмәт һәм Гөлсиә Хәсәновтар, Красная Башкириянан Айтуған һәм Гөлшат Ишбулатовтар, Таҡһырҙан Данияр һәм Ләлә Сафиуллиндар, Хәмиттән Динир һәм Флүзә Баһаутдиновтар, Дәүләттән Шайморат һәм Гөлнара Ғәлиуллиндар, Ташбулаттан Рифат һәм Лилиә Вәлмөхәмәтовтар район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Бүләкләнеүселәрҙең һәүәҫкәр йырсылар Сәғит һәм Зөмәрә Хызыровтарҙың дуэтына вальста әйләнеүе матур күренеш булды.
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү тураһында таныҡлыҡ Лира Шакирова һәм Гөлиә Исҡаҡоваға тапшырылды. 
Артабан сәхнәгә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Ватан һаҡсылары” Дәүләт фонды етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина күтәрелде. 
– Бөгөнгө көн кешелектең бөтә ҡиммәттәрен һаҡлаған үҙенсәлекле байрам. Ғаилә өсөн беҙ хеҙмәт итәбеҙ, шуның өсөн йәшәйбеҙ, көс түгәбеҙ. Ғаилә – беҙҙе кеше итеүсе, тәрбиәләүсе, үҫтереүсе, берҙәм итеүсе мөхит, – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы. – Мин бөгөн ил батырҙарын үҫтереүсе ата-әсәләргә, уларға терәк булыусы, өй ҡотон һаҡлаусы ҡатындарға, айырым рәхмәтемде белдерәм. Татыулыҡты һәм берҙәмлекте символлаштырған байрам мөбәрәк булһын!
Ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә бағышлаған һәр кеше үҙенең артында ныҡлы таяныс – атаһы менән әсәһе тороуын белә. Улар тәүге аҙым яһағандан алып ҡыйыу һәм батыр булырға өйрәтә. Илһөйәр улдар тәрбиәләгән шундай атайҙарға “Ватан һаҡсыһының атаһы” миҙалдары тапшырылды. Асҡар ауылынан Вәзир Ғиләжев ҡатыны Әлфиә Ғилметдин ҡыҙы менән биш бала тәрбиәләгәндәр. Улдары Артур МХО-ла батырҙарса һәләк булған. Рауил ауылынан Чернобыль фажиғәһендә ҡатнашыусы Фәрит Кәримов та шулар иҫәбендә. Ҡатыны Миләүшә Нурфәиз ҡыҙы менән ике ул үҫтергәндәр. Кесе улдары Нургиз 2022 йылда мобилизацияланған, һалдат бөгөн дә алғы һыҙыҡта. Ишбулдынан Нөғәмән Хәлисов ҡатыны Әлфиә Нуретдин ҡыҙы менән дүрт улға ғүмер бүләк иткәндәр. Улдары Нургиз, ҡыҙғанысҡа күрә, МХО-ла батырҙарса һәләк булған. Үрҙә тәбрикләнгән атайҙарҙың барыһы ла гуманитар ылау йыйыуҙа әүҙемлек күрһәтә.
Рәбиға Ҡушаева исемендәге “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалына Зилфирә Аҡмырҙина һәм Хәсибә Ғималова лайыҡ булды. Зилфирә Тимерйән ҡыҙы тормош иптәше Ирек Фәйзулла улы менән 8 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, бөгөн улар 16 ейән-ейәнсәргә олатай һәм өләсәй. Улдары Тимур һәм Артур МХО-ла хеҙмәт итә, төрлө наградаларға лайыҡ булғандар. Әсәй кеше гуманитар ылау йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Хәсибә Низам ҡыҙы – күп балалы әсә. Тормош иптәше менән 4 баланы аяҡҡа баҫтырғандар. Улдары Васил Әнүәр улы, ҡыҙғанысҡа күрә, МХО-ла батырҙарса һәләк булған.
Башҡортостан Республикаһының “Халыҡтар Ассамлеяһы” дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһенең Рәхмәт хаты менән Хәмит ауылынан Хәлил һәм Илсиә Ҡасимовтар тәбрикләнде. Матур пар 40 йылдан ашыу татыу донъя көтөп, 4 балаға тәрбиә биргәндәр. Өлкән улдары Морат Ҡасимов тәүгеләрҙән булып Шайморатов полкына сафҡа баҫа. 2024 йылдың май айында батырҙарса һәләк була. Ҡасимовтар ғаиләһе Хәмит ауылында абруйлы ғаиләләрҙән һанала. 
Тантаналы сара матур сығыштар менән бергә үрелеп барҙы. Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Сәғит һәм Зөмәрә Хызыровтар, Аҡсәскә Кәримова менән Айрат Әхмәтйәнов, Айбулат һәм Эльмира Фәттәховтарҙың парлы дуэттары күңелгә үтеп инде. Азамат Итекәев менән Вил Йәнйегетов ҡурайҙа һыҙҙырһа, Мәсәлимовтар ғаиләһе, Әдилә һәм Илһам Ғәбитовтар, Карина Солтанова, Рифат Сәйетғәлин менән Буранбай Мусин, Амелия Фәттәхова, Ләйсән Ялалова, Азалия Ғибәҙәтованың матур бейеүҙәренә халыҡ таң ҡалды. Шулай уҡ “Илһам”, “Талисман”, “Йондоҙ”, “Ләйсән” вокал ансамблдәренең сығыштары ла сағыу булды. Гүзәл Хәйбуллина, Раян Нафиҡов, Рияна Хәйбуллина, Фәнилә Нөғәмәнова, Ләйсән Әхтәмова, Лилиә Яныбаева, Әлиә һәм Йәмилә Дусмөхәмәтовалар, Әлиә Мөхәмәтйәрова, Айнур Мырҙағәлин, Айгизә Вәлиева, Гөлфирә Йәһүҙина, Азалия, Нурзилә, Нәзилә Ғәлиуллиналар, Альбина Һәйетҡолова, Динә Миндейәрова, Азалия Ғәлиуллина, Айгөл Суфияноваларҙың йырҙары байрамды биҙәне.
Район балалар ижады йорто, «Ҡурай» ғаилә тәрбиәһе биреү үҙәге, «Ғаилә» үҙәге, Йәш техниктар станцияһы, үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан күргәҙмәләр ҡуйылды. Һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл менән танышты, уйнаны, күңел асты. 

Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас