Бөтә яңылыҡтар
Календарь
15 Июль 2025, 11:17

“Хеҙмәтем халыҡ өсөн”

Элек почтальондар халыҡҡа иң кәрәкле, иң яҡын һәм көтөп алынған кеше һаналған. Нисек кенә булмаһын, уларҙы һәр йортта көтөп торғандар. Ә бит почтальон ғына алыҫ араларҙы яҡынайта алған. Хәҙер заман башҡа, нисек теләйһең шулай аралаша, хәбәрләшә алаһың. Шулай ҙа почта хеҙмәткәрҙәренең эше бөтмәй.

– Эш көнө башланыр-башланмаҫтан үҙ йомошо менән килеүселәр байтаҡ була бында. Йәштәр күберәк интернет менән ҡулланһа ла, ололар әле лә почта хеҙмәте менән файҙалана. Хәҙер кешеләр бер-береһенә һирәк хаттар яҙа, әммә әүҙем заказ бирә һәм посылкалар ебәрә. Кемдер коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләй, икенсеһе посылка ебәрә, тауар һатып алырға теләүселәр ҙә ошонда, – тип бәйән итте үҙенең эше хаҡында Амангилде почта бүлеге начальнигы Гөлнара Солтанова. 
Гөлнара Зәйет ҡыҙы Буранғол ауылынан. Яҙмыш елдәре уны Үтәгән ауылы менән бәйләй. Һәм 2019 йылдың декабрь айынан Амангилде почта бүлексәһенең начальнигы булып хеҙмәт итә. Ул эшен яратып башҡара. Әйтеүенсә, кешеләр менән аралашыу, хәл-әхүәлдәр белеү, оло быуынға ярҙам итеүҙән ул ҡәнәғәтлек кисерә. 
– Ҡарап тороуға еңел күренһә лә, эштең еңеле булмай, бында ла үҙенә күрә ауыр осраҡтар бар. Тәүге эш йылдарында уңышлы эшләнек, бер нисә йыл рәттән Белорет почта бүлегенән рәхмәт хаттары менән бүләкләндек. Ҡаҙмаш менән Рысҡужа ауылдарын хеҙмәтләндергән почтальонкабыҙ ауырыу сәбәпле эштән киткәндән һуң, урынына эшләргә теләк белдереүселәр булманы. Шуға ла эш урыны ла бөтөрөлдө. Оптимизация күренеше эсте бошора, - ти.
Уның ҡулы аҫтында бөгөн ике почтальон эшләй. Лиза Ғәбитова Амангилденең ярты ауылын һәм Үтәгән ауылын тулыһынса хеҙмәтләндерә. Әбделғәзенән Айгөл Килдейәрова Амангилденең икенсе яртыһына һәм Әбделғәзе ауылы халҡына гәзит-журналдар, квитанциялар тарата. Ҡыҙғанысҡа, бөгөн дә Ҡаҙмаш менән Рысҡужа ауылдарында почтальондар юҡ, сөнки эш урыны ҡыҫҡартылған. Шулай ҙа Гөлнара Зәйет ҡыҙы яйы килеп сыҡҡанда, кеше аша булһа ла гәзит-журналдарын биреп ебәрә. 
Почта хеҙмәткәрҙәренең эштәре етерлек. Бында коммуналь түләүҙәр өсөн квитанциялар ҡабул ителә, корреспонденция, пенсия таратыла, кредит, карталар, ОСАГО полистары бирелә һәм рәсмиләштерелә, вкладтар асыла. Шулай уҡ лотерея билеттары, иң кәрәкле тауарҙар һатыла. Хатта быйыл медикаменттар ҙа һатыуға килә башлаған. 
– Гәзит-журналдарға яҙылыу һүлпәнәйҙе. Йәштәр күберәген интернетта уҡыйбыҙ тип яҙыла һалмай, был йүнәлештә күберәк оло быуын кешеләре менән эшләйем. Гәзиттең еҫен еҫкәп, тотоп уҡымағас үс ҡанмай тигән оло инәй-апалар бар, шулар күберәк алдыра. Шулай уҡ төрлө учреждение хеҙмәткәрҙәре гәзит-журнал уҡый инде, – ти Гөлнара Зәйет ҡыҙы. – Почтальондарым шәп, рәхмәт уларға. Нимә әйтһәм дә йүгереп йөрөп эшләйҙәр, эште урынына еткереп башҡаралар. 
Гөлнара Солтанова ауыл тормошонда ла ихлас ҡатнаша, ауылдағы барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнай. Уны Амангилде ауылы халҡы ла яуаплы, ипле хеҙмәткәр тип ҡылыҡһырлай. 
– Почта бүлегендә эшләүемә шатмын. Ҡырҡ яҡта ҡырҡ эшем ҡырылып ятһа ла, төрлө һүҙҙәр ишетергә тура килһә лә эшемә һағынып киләм, яратып башҡарам. Хеҙмәтем халыҡ өсөн, – тине ул матур йылмайып.

Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас