Бөтә яңылыҡтар
Календарь
12 Декабрь 2025, 09:25

Ирекмәнлек - уларҙың йөрәгендә

5 декабрь — Ирекмәндәр көнө билдәләнде, ошо уңайҙан Сиҙәм мәҙәниәт йортонда уларҙың ҙур йыйыны уҙҙы.

Бәлә берләштерә, тигәндәй, илдә ирекмәндәр хәрәкәтенең барлыҡҡа килеүе пандемия осорона тура килә. Һәр кем өйөнә бикләнеп, ауырыуҙан ҡасып ултырырға мәжбүр булғанда, оло әбей-бабайҙарға, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, сирлеләргә аҙыҡ-түлек, дарыу-фәлән алып барыу ирекмәндәр иңенә төштө. Бөгөн дә изге йөрәклеләр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә аҡса йыйыу, тәғәйен әйберҙәр алыу, гуманитар ылау ойоштороу менән булыша.

Баймаҡ районынан, Сибай ҡалаһы һәм Горный ҡасабаһынан һәм үҙебеҙҙең райондан «Хорошие люди Абзелила», «Талисман», «Боевое братство», «Ағинәйҙәр» һәм «Своих не бросаем» ирекмәнлек ойошмаларынан тәжрибә уртаҡлашырға килгән коллегаларын сиҙәмдәр ихлас ҡаршы алды. Әлмөхәмәт ауылы биләмәһенең гуманитар ылау буйынса социаль координаторы Сәүҙә Шөғүрова барыһын да ихлас сәләмләп, көн тәртибе менән таныштырҙы.

— Отпускыға ҡайтҡан һалдаттар менән осрашҡандан һуң, уларҙың ниндәй ауыр хәлдәрҙә йәшәүен белдек һәм урындағы ветерандар Советы, Ағинәйҙәр ойошмаһы менән бергә ҙур эш башланыҡ. Ҡул аҫтында булған әйберҙәр менән тәүгеләрҙән булып Әлмөхәмәт ауылы халҡы маскировкалы селтәр үрҙе һәм боҙ урынынан ҡуҙғалды, —тине ул.

Әлмөхәмәт ауылы биләмәһенең хәрби-иҫәп өҫтәле начальнигы Рәйсә Буранғолова үҙенең сығышында ауыл биләмәһенән ебәрелгән гуманитар ылауға отчет яһаны.

— МХО башланғандан алып тәүге ярҙамды крәҫтиән-фермер хужалыҡтары күрһәтте, улар мобилизацияланған һалдаттарҙың ғаиләләренә ем бүлде. Яҡташтарыбыҙҙың һорауы буйынса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә халыҡтан 900 мең һум аҡса йыйылды һәм 2023 йылдың декабрендә ВАЗ машинаһын һатып алдыҡ, уны егеттәребеҙгә Андрей Рахаев менән Дияз Йәғәфәров алып барып тапшырҙы. Унда 17 егеткә адреслы посылка ебәрҙек, — тип бәйән итте ул.

Рәйсә Рәсүл ҡыҙы әйтеүенсә, 2024 йылдың сентябрь айында Әлмөхәмәт ауылы биләмәһе башлығы Наталья Сатина гуманитар ылау менән үҙе юлға сыға. Унда 6 егеткә адреслы посылка ебәрелә. Ошо уҡ йылдың ноябрь айында биләмә буйынса гуманитар ылауға аҡса йыйырға чат барлыҡҡа килә. Бер йыл эсендә халыҡтан яҡынса 1060000 мең һум аҡса йыйылған һәм яугирҙәр өсөн 2 дрон детекторҙары, 4 мунса, генераторҙар, 12 адреслы посылка һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатылған. Бөгөнгө көндә 3 яугирҙең заявкаһы буйынса халыҡтан аҡса йыйыла.

— Биләмә халҡы барыһы ла әүҙем – кемдер әйберләтә, кемдер аҡсалата, йә эше менән ярҙам итә.  Йыйылған, алған әйберҙәрҙе алып барып урын-еренә еткереү — бик мөһим эш. Егеттәребеҙгә посылкаларҙы алып барып тапшырыуҙа ярҙам күрһәткән «Талисман», «Берлек» һәм «Хорошие люди Абзелила» ойошмаларына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Берҙәм булғас, барыһы ла килеп сыға, —  тине Р. Буранғолова.

Биләмә башлығы Наталья Владимировна үҙенең телмәрендә бар ирекмәндәрҙең эшен, изгелеген юғары баһаланы. «Һалдаттарға ярҙам итеү һәр бер ауылда ойошторолған. Беҙҙең ирекмәндәр халыҡ менән мастер-кластар үткәрә, шуныһы ҡыуаныслы: улар тиҙ генә эләктереп алып, үҙҙәре өйрәнеп, башҡаларҙы ла өйрәтә беләләр. Яугирҙәр беҙҙең ярҙамды ала, халыҡ улар менән бергә икәнде белеп, ҙур таяныс тоялар. Әлбиттә, барыбыҙҙа ла бер теләк — донъялар тиҙерәк тынысланһын, һалдаттарыбыҙ барыһы ла иҫән-имен тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһындар», — тине ул.

Н. Сатина МХО-ға ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнашҡандарҙы район хакимиәтенең һәм ауыл биләмәһенең Рәхмәт хаттары менән тәбрикләне. Район хакимиәтенең Рәхмәт хатына Лилиә Саттарова, Гөлдәр Ғүмәрова, Мария Селюк, Светлана Истамғолова, Рәйсә Буранғолова, Зөлфиә Батыршина, Зифа Таңатарова, Әлфиә Жалҡанова, Сәүҙә Шөғүрова лайыҡ булды. Ауыл хакимиәте исеменән Рәхмәт хаты Гөлъямал Шәрипова, Лилиә Нафиҡова һәм Вәсилә Вәлиеваға тапшырылды.

Мастер-класс ваҡытында беҙ биләмәнең һәр ауылында МХО-ға ярҙам итеү буйынса ниндәй ҙур эштәр башҡарылғанын күрҙек. Сиҙәмдәрҙең «Целинный своих не бросает» ирекмәндәре быға тиклем 170 маскировкалау селтәре үргән, әлеге ваҡытта ошо айҙа китәсәк гуманитар ылауға тип 12 селтәр үргәндәр. Маскировкалау селтәренә лентаны ҡырҡып алыу өсөн Рәмил Рысбаев ҡулайлаштырылған станок та эшләп биргән. Улар тарафынан 1,5х2 метрлы 75 антидрон юрған тегелгән, был турала беҙгә Лариса Больщикова бәйән итте. Ойошманың иҫәп-хисап эшен алып барған Фәниә Нурмөхәмәтова көн һайын аҡсаның нимәгә, күпме сарыф ителгәнен интернет селтәрендә яҙып бара икән. Сәүҙә Зиннәт ҡыҙының тормош иптәше Булат Шөғүров урындағы ветерандар советын етәкләй, ул да ирекмәндәр рәтендә, шуға ла уларҙың эше берҙәм, ойошҡанлы бара.

 Һалдаттар өсөн «ҡоро душ» эшләү менән күберәген Булат, Әлмөхәмәт, Сиҙәм ауылдары шөғөлләнә. Ирекмән Ольга Черкасова майшәм эшләү нескәлектәренә төшөнә һәм биләмәләге барлыҡ ирекмәндәргә тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Биләмә халҡы тарафынан быға тиклем 500-ҙән артыҡ «ҡоро душ»тар МХО-ға оҙатылған, был турала Әлмөхәмәттән Зифа Таңатарова һәм Зөлфиә Батыршина һөйләне. Киләһе гуманитар ылауға әлмөхәмәттәр 300 «ҡоро душ» әҙерләгән.

Майшәм эшләү буйынса мастер-класты Әбдрәштән Нәйлә Ибраһимова менән Рәмзиә Батыршина күрһәтте. Уларға халыҡ консерва банкаларын йыйыуҙа әүҙемлек күрһәткән, ә парафинды халыҡтан йыйылған аҡсаға һатып алғандар.

Дошмандарҙан йәшенеү өсөн эшләнгән маскировкалы шлемдар тураһында Ольга Черкасова менән Лира Саттарова һөйләне.

Сиҙәмдәрҙең «Ағинәйҙәр» ирекмәндәр ойошмаһына 80 йәшлек оло инәйҙәр ҙә йөрөй. Ойошманың эшмәкәрлеге менән етәксеһе Светлана Истамғолова таныштырҙы. Мәҙәниәт йортонда улар өсөн айырым кабинет булдырылған, улар бында көн һайын тиерлек килә, доғалар ҡылып бетеүҙәр әҙерләй. Төрлө үләндәрҙән 1500-ҙән ашыу сәйҙәр эшләп оҙатҡандар. Үткән йылдағы ҡышта һалдаттар өсөн 50-нән йылы ойоҡтар бәйләгәндәр. Светлана Камил ҡыҙы әйтеүенсә, ялға ҡайтҡан һалдаттар менән осрашыуҙар ҙа шул кабинетта үтә, яугирҙәр хәҙер уларҙың көтөп алған ҡунағы. Әйтәйек, был осрашыуға МХО биләмәһенән ялға ҡайтҡан «Кома» позывнойлы яугир барлыҡ ирекмәндәргә рәхмәт белдереп, үҙенең халҡы менән ғорурланыуын йәшермәне.

Артабан һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Сибай ҡалаһынан килгән «Ватан» ирекмәнлек штабы, Горный ҡасабаһынан «Своих не бросаем», Төйәләҫтән «Ағинәйҙәр» ойошмалары үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында бәйән итте. Мәҫәлән, улар бөтәһе бергә 2025 йылдың 1 декабренә тиклем 145 маскировкалау селтәре үргән, 300-ҙән артыҡ антидрон юрғандар теккән, 56 йәшәү беләҙектәре эшләгән һәм 600-ҙән ашыу үлән сәйҙәре әҙерләп оҙатҡан. Сибайҙар беҙҙең район ирекмәндәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, был турала Лилиә Кузнецова әйтте:

— Беҙ «Хорошие люди Абзелила» ойошмаһынан,  тик аҡса йыйыу, яугирҙәргә кәрәк-яраҡтар һатып алыу һәм уларға алып барып тапшырыу эше менән шөғөлләнәбеҙ. Минең йәки икенсе ирекмәндәрҙең гуманитар ылау менән юлға сығырымды белһәләр, күптәр маскировкалау селтәрҙәре, адреслы посылкаларҙы беҙгә тапшыра һәм беҙ  алып барып еткерәбеҙ. Сибайҙар был юҫыҡта миңә ныҡ ярҙам итә, әле бөгөн дә улар буш ҡул менән килмәгән, ярты ГАЗель машина ярҙам алып килгән.

Ирекмәндәр изгелек эшләп кенә ятмай, буш ваҡытта улар йырлап, бейергә лә өлгөрә. Мәҫәлән, сиҙәмдәр ирекмәндәр араһында бер нисә вокал ансамбль булдырған. «Моңшишмә», «Уралочка» һәм «Уральские зори» ансамблдәре концерт номерҙары менән хайран ҡалдырҙы. Ҡунаҡтар ҙа күстәнәсһеҙ килмәгән: төйәләҫтәр башҡорт бейеүҙәре көйөнә ҡушылып, ҡумыҙ сиртеп тамашасыларҙы бейетһә, Горный ҡасабаһы ирекмәндәренең «Таулы ынйылары» вокаль ансамбле моңло йырҙары менән әсир итте.

Районыбыҙҙың Йәнгел, Ташбулат, Хәлил ауылдарынан килгән ирекмәндәр ҙә телмәр тотто, ҙур тәжрибә туплауҙары тураһында әйтте.

Сара аҙағында Сәүҙә Зиннәт ҡыҙы:

— Ирекмәнлек эшенә күбеһенсә күңелдәре ҡатмаған, рухтары һынмаған, ил яҙмышына битараф булмағандар ҡушыла. Бындай кешеләр менән һоҡланмау мөмкин түгел, барлыҡ изге эште улар күңелдәре ҡушыуы буйынса башҡара. Бөгөн улар беҙҙең менән икән, тимәк, ирекмәнлек — уларҙың  йөрәгендә. Байрам менән тәбрикләйем, ошондай осрашыуҙар күберәк булһын, — тине ул.

Бүленгәнде бүре ашар, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгәндер. Бөгөнгө сәйәси ваҡиғалар шауҡымында беҙ бергә булһаҡ, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәһәк кенә үҙебеҙҙе, милләтебеҙҙе, илебеҙҙе һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ. Байрамығыҙ менән, ирекмәндәр, изгелектәрегеҙ меңләтә әйләнеп ҡайтһын!

Гөлфиә НИҒМӘТУЛЛИНА.

Читайте нас