+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
22 Июнь 2018, 11:45

Һәр төрлө мәғлүмәт мөһим

Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу буйынса төркөмдөң оперуполномоченныйы Тимур Уйылданов Әбйәлил биләмәһендә ҙур күләмдә синтетик наркотик табылыуы тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты.

— Төрлө тоҙ, порошок кеүек синтетик наркотиктар кеше организмына үтә ауыр тәьҫир итеүсе ҡатнашмаларҙан һанала, шуға күрә улар 1 грамдан ашыуыраҡ булһа, ҙур күләмле тип иҫәпләнә. Ә был юлы табылған ҡапсыҡ 30 грамм тәшкил итә ине.

Аныҡлап әйткәндә, район биләмәһендә артабан һатыу һәм таратыу өсөн наркотик ҡалдырып китеүҙәре билдәле булды. Мәғлүмәт буйынса эш алып барыу һөҙөмтәһендә уларҙың нөктәһен дә белә алдыҡ. Шулай итеп, урынға сыҡҡан хоҡуҡ һаҡсылары ҡулына 1998 йылғы Красноярск өлкәһе кешеһе эләкте. Был гражданды шәхсән рәүештә тикшереү һөҙөмтәһендә порошок рәүешендәге ҡатнашма һалынған ҡапсыҡ табылды.

Артабан табышты Башҡортостан Респуб-ликаһы буйынса Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистика үҙәгенә ебәрҙек һәм лаборатор тикшереү ҡатнашманың 30 грамм күләмендә синтетик наркотик булыуын асыҡланы. Наркомандар телендә улар «соль», «скорость» кеүек исемдәр менән йөрөй. Бындай ағыулы ҡатнашма кеше һаулығына ҡот осҡос зыян килтерә, баш мейеһен эшлектән сығара, аҡылдан яҙҙыра, тартышыу, йөрәк өйәнәге кеүек эҙемтәләр бирә.

Әйтергә кәрәк, наркотикты күрше Силәбе өлкәһендә һәм Магнитогорск ҡалаһында таратыу өсөн килдем, тип аңлатҡан егеткә 19 ғына йәш. Шул уҡ мәлдә ул ВИЧ һәм гепатит сирҙәренә дусар, бәлиғ булмаған кәләшендә балаһы ла бар. Еңел аҡса артынан ҡыуып ҡурҡыныс аҙым яһауы уның өсөн үтә насар тамамланасаҡ: уға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 228.1-се статьяһының 4-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды, был статья наркотиктар менән сауҙа итергә теләүселәргә ҡарата ҡулланыла һәм суд ҡарарына ярашлы, енәйәтсене ҙур күләмдә штраф һәм 10 йылдан 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү язаһы көтә. Тикшереү бара.

Теләһә ниндәй химикаттар ҡушылған синтетик наркотиктар «ҡара баҙар»ҙа ҡыйбат хаҡ менән һатыла: бер грамы ғына 1500-дан 2000 һумға тиклем. Ағыу менән сауҙа итеүселәрҙең урындарын асыҡлауы еңелдән түгел, шуға күрә беҙҙең өсөн ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт мөһим. Башҡортостанда һәм район биләмәһендә 25 июндән 4 июлгә тиклем «Мәк» махсус-профилактик операцияһының 2-се этабы барасаҡ. Әгәр һеҙ берәйһенең баҡсаһынан мәк сәскәләре урлаусыларҙы күрһәгеҙ, йәки наркотик ҡулланыусылар, таратыусылар, һатырға тәҡдим итеүселәр тураһында ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, эске эштәр бүлегенең дежур часына 2-22-01 йәки 8-905-000-49-47 телефонына шылтыратып, хәбәр итегеҙ. Наркотик менән бәйләнеше булған кешеләрҙең төҫ-ҡиәфәте, автомобиль маркаһы йәки номеры тураһында әйтә алһағыҙ, бигерәк тә яҡшы. Анонимлыҡ гарантиялана.


Читайте нас: