+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
5 Октябрь 2018, 10:20

Уйындан уймаҡ сыға

Полицияға мөрәжәғәт итеп, ниндәйҙер ғариза яҙыу алдынан, кеше мотлаҡ рәүештә ялған белдереү өсөн яуаплылыҡ тураһында иҫкәртелә.

Полицияға мөрәжәғәт итеп, ниндәйҙер ғариза яҙыу алдынан, кеше мотлаҡ рәүештә ялған белдереү өсөн яуаплылыҡ тураһында иҫкәртелә. Һәр ғаризаның аҫтына шундай яҙыу бар. Ялған хәбәр, белдереү өсөн енәйәти яуаплылыҡ та ҡаралған. Тик ни өсөндөр күптәр был хаҡта уйланмай, берәйһенән үс алыу өсөн яла яғырға ғына тора.

Ағымдағы йылда полицияға биргән ғаризаһында яла яғыу менән шөғөлләнгән бер нисә кешегә енәйәт эше ҡуҙғатылды. Был бит уйын түгел. Беткә үсегеп, тунды утҡа яҡҡан кеүек килеп сыға. Йәғни, кемгәлер үс итәйем тип ялған мәғлүмәт еткереү үҙеңә енәйәт эше асыу менән тамамлана. Ә енәйәт эше ул үҙеңдең генә түгел, балаларыңдың да киләсәгенә мөһөр һуғыу тигән һүҙ.

Мәҫәлән, Асҡар ауылында йәшәүсе егет машинамды урланылар, тип ғариза бирә. Кем урлағанын да күрһәтә. Һөҙөмтәлә, оператив төркөм эш башлай, ваҡиға урынына сыға. Һәм тикшереү барышында машинаның урланмауы, ә хужаның үҙенең ризалығы буйынса танышына биреп тороуы асыҡлана. Ғариза биреүсегә ҡарата Енәйәт кодексының 306-сы статьяһы буйынса эш асыла. Тағы бер ҡатын бергә йәшәгән иренә үс итеп, уның янъял ҡуптарыуы, һуғышыуы хаҡында хәбәр итә. «Кәрәген биреп алайым», — тип тә уйлағандыр бәлки. Әммә, ысынында, ул көндә ир бөтөнләй өйҙә булмай сыға. Ялған ғариза биргән ҡатын да енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыла.

306-сы статья буйынса яуаплылыҡҡа тарттырылыусыларға 120 мең һумға тиклем штраф йәки ике йылға тиклем мәжбүри эштәр, хатта алты айға тиклем иректән мәхрүм ителеү ҙә янауы ихтимал. Ғаризағыҙға ялған мәғлүмәт яҙып ултырыр алдынан ошондай эҙемтәләрҙе иҫегеҙгә төшөрһәгеҙ ине.

Альмира АЛПАРОВА,

тәфтиш бүлеге начальнигы.
Читайте нас: