Район прокуратураһы тарафынан үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәһендә микрозаймдар биреү менән шөғөлләнгән ойошма яуаплылыҡҡа тарттырылды. Асыҡланыуынса, район биләмәһендә халыҡҡа микрозайм биреү буйынса эш асҡан “Партнеры” ЯСЙ-һы был турала Рәсәй Банкы хеҙмәтенең рәсми сайтында, микрофинанс ойошмалары исемлегендә теркәлмәгән. Йәғни, ул законһыҙ рәүештә эш асҡан булып сыҡты. ЯСЙ етәкселегенә ҡарата Административ кодекстың 14-56-сы статьяһы буйынса эш асылды һәм һөҙөмтәлә уларға ҡарата 120000 һум штраф һалынды.