Кеше һәм закон
4 Июня 2021, 05:33

«Беҙҙең бурыс — суд ҡарарын үтәү»

Федераль суд приставтарының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары, яҡташыбыҙ Юлай Айрат улы Мулләхмәтов граждандарҙы шәхси мәсьәләләре буйынса ҡабул итте.

Федераль суд приставтарының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары, яҡташыбыҙ Юлай Айрат улы Мулләхмәтов граждандарҙы шәхси мәсьәләләре буйынса ҡабул итте.
Район ауылдарының береһендә йәшәүсе ҡатын суд ҡарарына ярашлы, матди зыян өсөн аҡса күсерелмәү сәбәбе менән ҡыҙыҡһынды. Түләргә тейешле кеше төрмәлә ултырған, ваҡытынан алда сыҡҡан һәм хәҙер бер ҡайҙа ла эшләмәй. Юлай Айрат улы әлеге эште алып барыусы суд приставына хәлде аныҡларға, әгәр ҙә бурыслының милке булһа арест һалырға, водитель таныҡлығын ҡулланыу хоҡуғын сикләргә кәрәклеген әйтте. Бер ай эсендә зыян күреүсегә аҡсаны түләтеү сараһын табырға ҡушты.
«Машинаға штраф килә, ә уның менән күптән йөрөмәйбеҙ», — киләһе мөрәжәғәт шундай булды. Был хаттарҙың штраф түгел, ә уны ваҡытында түләмәгән өсөн башҡарма йыйым (исполнительный сбор) булыуы асыҡланды. Ә штраф ике тапҡыр түләнгән, бурыслының картаһынан алынған һәм туғаны ла түләгән. Был сумманы ҡайтарыу өсөн ЮХХДИ-ға барырға, ә йыйым өсөн аҡсаны тиҙ арала түләргә кәңәш ителде.
— 2012 йылда алиментҡа бирҙем, элекке ирем бер тапҡыр ҙа түләмәне, ярҙам да итмәне. Хәҙер балаға 17 йәш тулды, килеп күргәне лә юҡ, — тине бер ҡатын.
Был эш менән шөғөлләнеүсе суд приставы «атай»ҙың пропискаһы буйынса йәшәмәүе, күптән юҡҡа сығыуы хаҡында әйтте. Уны эҙләүгә иғлан итеү тураһында ҡарар әҙерләнгән. Әммә бындай яуап республиканың баш приставы урынбаҫарын ҡәнәғәтләндермәне. Телефон номерын табып, бурыслыға шылтыратты. Геолокация буйынса был кешенең Санкт-Петербургта икәнлеге асыҡланды. Яуап биреүсе менән ҡаты һөйләшкән Юлай Айрат улы уға 10 июнгә тиклем үҙ балаһына аҡса менән ярҙам итеүен талап итте. «Эштән ҡайтһам түләрмен», — тигән яуап ишетелде. Әгәр ҙә алиментты түләй башламаһа, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылыуға тиклем ҡәтғи саралар күреләсәк.
Фатирға түләй алмауҙары арҡаһында суд ҡарары нигеҙендә унан сығарылыуҙары менән килешмәгән берәү мөрәжәғәт итте. Уныңса, йорттарынан законһыҙ сығарғандар, бурыс әҙ булған. Был хәлгә ун йыл ваҡыт үткән һәм хәҙер ул фатирҙа бөтөнләй икенсе кеше хужа. Ир сетерекле мәсьәләлә суд приставтарынан ярҙам һораны. Ю. Мулләхмәтов әлеге осраҡта бер ни ҙә эшләп булмауын аңлатты.
— Беҙ суд ҡарарҙарын үтәүсе булып торабыҙ, ғәҙелме-түгелме, уны тикшереүгә, юридик баһа биреүгә вәкәләтебеҙ юҡ. Әгәр ҙә шул уҡ суд ярҙамында фатир һеҙҙеке булырға тейешлеген иҫбат итә алһағыҙ, беҙ ошо суд ҡарары нигеҙендә эшләйәсәкбеҙ, — тине Юлай Айрат улы.
Әлбиттә, оло кешеләрҙең фатирһыҙ тороп ҡалыуы аяныс. Әммә законды ашаҡлап булмай.
Алиментҡа ҡағылышлы тағы бер һорау яңғыраны. Иренең элекке ғаиләһендә өс бала һәм уларға түләгән алимент суммаһын кәметеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән ҡатын әле үҙҙәре ике бала тәрбиәләүен, аҡса етмәүен һөйләне. Тик суд приставтары базаһы аша ҡарағас, ирҙең ЮХХДИ буйынса штрафтары түләнмәй тороуы күренде. Бурысын ҡапламайынса, бер сара ла күреп булмай.
Һалымдары буйынса бурысы йыйылған эшҡыуар уларҙы ҡаплауын, тик һаман яңынан-яңы ниндәйҙер түләм ҡағыҙҙары килеүенә аптырап мөрәжәғәт итте. Улар иһә башҡарма йыйымдар булып сыҡты. Ваҡытында түләмәү бәләһе — хәҙер аҡсаны өҫтәп сығарырға кәрәк.
Ҡабул итеүгә килгән һәр кем урындағы суд приставтарының эшенә, атап әйткәндә, телефонды алмауҙарына, учреждениеға индермәүҙәренә зарланды.
— Ысынлап та, пандемия осоронда бер кемде лә ҡабул итмәнек. Хәҙер алдан яҙылып, суд приставтарына үҙегеҙгә уңайлы көндә һәм ваҡытта килергә мөмкин. Элек шишәмбе, кесаҙна ҡабул итә инек, — тине Юлай Айрат улы. — Әгәр ҙә дәүләт хеҙмәттәре аша йәки республиканың суд приставтарының рәсми сайтында яҙыла алмайһығыҙ икән, 2-04-51 һандары буйынса шылтыратып та ҡабул итеүгә яҙылырға мөмкин. Бигерәк тә ололар интернет-ресурстар менән файҙалана белмәй, тап улар стационар телефон аша яҙыла.
Социаль селтәрҙәрҙә суд приставтары эшенә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр күп. Тап шуны күҙ уңында тотоп, ҡабул итеүҙән һуң «Ҡыҙыу линия» ойошторолдо. Унда яңғыраған һорауҙар гәзит уҡыусылар өсөн дә кәрәкле булыуы ихтимал.
— Суд приставтары хеҙмәтенә нисек онлайн мөрәжәғәт итергә?
— Бурыс бармы-юҡмы икәнлеген «Башҡарыу производстволары мәғлүмәттәре банкыһы» (https://r02.fssp.gov.ru/iss/ip) сервисы аша белергә мөмкин. Башҡарыу производствоһының барышын белеү йәки был хеҙмәт ҡарамағында булған башҡа мәсьәләләр буйынса юридик консультация алыу өсөн яҙма рәүештә, электрон почта һәм интернет-ҡабул итеү (http://r02.fssp.gov.ru/ir /) аша мөрәжәғәт итергә була. Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталына (ЕПГУ) — www.gosuslugi.ru инеү өсөн шәхси кабинеттың логины һәм пароле кәрәк. «Интернет-ҡабул итеү»ҙә — http://r02.fssp.gov.ru/ir/ — физик берәмектәр һәм ойошмалар вәкилдәре ғариза ҡалдыра һәм һуңынан документтың ҡаралыуын тикшерә ала. «Шәхси ҡабул итеүгә яҙылыу» өсөн — http://r02.fssp.gov.ru/fssponline/ аша һәр кем райондың баш суд приставына, уларҙың урынбаҫарҙарына йәки суд приставтарына ҡабул итеүгә заявка ҡалдыра ала. Тик бының өсөн Берҙәм дәүләт хеҙмәттәрендә теркәлергә кәрәк. Ғаризала мөрәжәғәттең сәбәбен күрһәтергә, шәхси мәғлүмәт ҡалдырырға, ҡабул итеү көнөн һәм ваҡытын һайларға кәрәк. Һеҙҙең электрон почтаға суд приставтары хеҙмәтенә ебәрелгән тигән яҙма киләсәк. Ҡабул итеү тәғәйенләнгән ваҡытта ғына уҙа, приставтарға килгәндә битлек, бирсәткәләр булыуы мотлаҡ.
— Ни өсөн балалар пособиеһы күскән картанан аҡса тотоп ҡалалар?
— Суд приставтары хеҙмәте финанс операциялар башҡармай. Банк хеҙмәткәрҙәре иҫәп-хисап документтарында килем төрөнә код ҡуйырға тейеш. Социаль түләмдәр күсерелгән карталарға арест һалынырға тейеш түгел. Әгәр ҙә шундай картанан аҡса тотоп ҡалынһа, суд приставтарына мөрәжәғәт итеү зарур.
— Коллекторҙар миңә генә түгел, ғаилә ағзаларына ла шылтырата. Шуларға берәй закон юҡмы?
— 230-сы Федераль законға ярышлы, коллекторҙарға эш көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән 22 сәғәткә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә 9-ҙан киске 10-ға тиклем шылтыратыу рөхсәт ителгән. Тәүлеккә бер, аҙнаһына ике, айға һигеҙ тапҡырҙан артыҡ шылтыратырға ярамай. Коллектор үҙе менән таныштырырға тейеш. Туғандарығыҙға һәм дуҫтарығыҙға коллектор шылтыратҡанда, улар уның менән телефон аша һөйләшеүҙән баш тарта ала. Әгәр ҙә коллектор йәки кредит биреүсе һеҙҙең хоҡуҡтарҙы боҙған тип иҫәпләһәгеҙ, «ҡыҙыу линия»ға — 8 (347) 273-71-49 һандары буйынса шылтыратығыҙ йәки Башҡортостан Республикаһы Суд приставтары хеҙмәте белгестәренә — Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 95-се йорт, 310-сы кабинетҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Бәйләнештә https://vk.com/club151159628 төркөмөндә лә һорау бирергә мөмкин.
Читайте нас