Кеше һәм закон
9 Июля 2021, 10:20

239 закон боҙоу осрағы теркәлде

Ошо көндәрҙә “Урман” оператив-профилактика операцияһы тамамланды.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ошо көндәрҙә “Урман” оператив-профилактика операцияһы тамамланды.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә, урман ҡануниәтен боҙоу осраҡтарын асыҡлау, уларға юл ҡуймау буйынса ведомство-ара-профилактика сараларын, махсус операцияларҙы даими үткәрә.
Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә генә дәүләт урман инспекторҙары “Урман” оператив-профилактика операцияһын тамамланы. “Сара барышында 299 берлектәге рейд үткәрелде, – тине республика урман хужалығы министры урынбаҫары Азамат Баев. – дүрт мең кубометрҙан ашыу ағас тейәлгән 373 берәмек автотранспорт техникаһы тикшерелде, шуларҙың алтыһы ағасты урман ҡануниәте талаптарын боҙоп ташыған өсөн ҡулға алынды”.
Министр урынбаҫары әйтеүенсә, операция барышында 239 закон боҙоу осрағы асыҡланған. Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу һөҙөмтәһендә урман фондына 22,8 миллион һумдан ашыу зыян килтерелгән. “Бынан тыш, рейдта шулай уҡ 165 административ тәртип боҙоу осрағы теркәлде. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 107 административ протокол төҙөлдө”, – тине Азамат Баев.
“Башҡортостан” гәзите сайтынан.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас