+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
9 Ноябрь 2021, 10:16

Полицияла осраҡлы кешеләр эшләмәй

Рөстәм Арслан улы бөгөн капитан званиеһында, ул — эске эштәр бүлеге штабының алыштырғыһыҙ инспекторы. Әллә ни күҙгә ташланып бармаһа ла, штаб — бөтә бүлектең эшен теүәлләүсе, яйға һалыусы, планлаштырыусы, анализлаусы хеҙмәт ул.

Полицияла осраҡлы кешеләр эшләмәй
Полицияла осраҡлы кешеләр эшләмәй

Гәзитебеҙҙә баҫылған «Спорт яңылыҡтары» рубрикаһында төрлө ярыштарҙа призлы урын яулаған райондашыбыҙ Рөстәм Мөхәмәтдиновтың исеме йыш яңғырай. Һәм бына 10 ноябрь — Эске эштәр органдары хеҙмәткәре көнө уңайынан был егет менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге тыуҙы.
Үҙе тураһында һөйләргә ынтылып бармаған, маҡтанырға яратмаған баҫалҡы ғына егет ул Рөстәм. Ә бит хоҡуҡ һаҡлау системаһында ул осраҡлы кеше түгел. Маҡсатын тормошҡа ашырып, полицияла хеҙмәт итеү хоҡуғына эйә булыу өсөн уға һынауҙар аша ла үтергә тура килгән.
Тупаҡ урта мәктәбен тамамлаған Р. Мөхәмәтдинов ошо ауыл егеттәренең күбеһе кеүек, башта үҙенең киләсәк һөнәрен металлургия өлкәһе менән бәйләргә уйлай. Һәм Магнитогорск металлургия комбинаты өсөн белгестәр әҙерләүсе индустриаль колледжға уҡырға инә. Икенсе курста тырышып ҡына уҡып йөрөгәнендә, уға армияға саҡырыу ҡағыҙы килә. Ил алдындағы бурысын үтәүҙе һәр ир-егеттең намыҫ эше тип һанаған Рөстәм, уҡыу йортонан әрменән кисектереү тураһында белешмә алыуҙы ла кәрәк тип тапмай, ҡулына повестка тотторғас та, академик ял ала һәм Магнитогорск ҡалаһының хәрби комиссариатына китә. Әммә хеҙмәт итергә ашыҡҡан булып сыға ул. «Был призывта кеше тулды, яҙғылыҡҡа ҡалаң инде», — тиҙәр уға. Ахырҙа ул, яҙға хәтлем ваҡытымды бушҡа үткәрмәйем әле тип, Таштимерҙәге агросәнәғәт колледжында тағы бер һөнәр үҙләштерергә өлгөрә.
Шулай итеп, яҙғыһын уны туғандары армия сафына оҙата. Мәктәптә уҡығанда гер күтәреү менән мауыҡҡан, үҙенең физик сәләмәтлеге өҫтөндә ныҡышмал шөғөлләнгән райондашыбыҙҙы Рәсәй Ҡораллы Көстәренең элитаһы һаналған Һауа-десант ғәскәрҙәре сафына алалар. Ульяновск ҡалаһындағы 31-се айырым десант-штурм бригадаһында хеҙмәт иткән егет һалдат бурысын намыҫлы үтәүҙән тыш, спорт йүнәлешендә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Хеҙмәттәштәре менән бер рәттән ҡул һуғышы менән етди шөғөлләнә, алыҫ дистанцияларға йүгерә, парашют менән һикерә — ғөмүмән, көслө, таһыллы, етеҙ, ышаныслы ил һаҡсыһы булып таныла.
«Бер йылдан хеҙмәтемде тултырып ҡайтҡас, уҡыуымды дауам итәйем тип, кире колледжға барҙым да, тик был мәлдә иптәштәрем уҡып бөткән, аҡса эшләйҙәр, өй һалалар, машина алалар, мин көн һайын дәрескә йөрөмәйем инде, тип, ситтән тороп уҡыным, ә үҙем эшкә төштөм», — тип йылмая хәҙер әңгәмәсем. Эйе, хеҙмәт юлын ул Магнитогорск металлургия комбинаты цехтарының береһендә башлай. Өс йыл көс түгә тимер ҡайнап торған ҡыҙыу производствола. Ә үҙенең бер кемгә лә әйтмәгән хыялы полицияла хеҙмәт итеү була. Ошо ниәтен тормошҡа ашырмаҡсы булып, район эске эштәр бүлегенә ғариза яҙа. Медицина комиссияһын эҙмә-эҙлекле үтеп, психологтың ҡат-ҡат һорауҙарына яуап биреп, ыңғай яуап ала һәм үҙ маҡсатына өлгәшә мәҡәләм геройы. Бына шулай, ныҡышмалдар ғына үҙ хыялына ҡыйыу юл яра — 2013 йылда Рөстәм Мөхәмәтдинов патруль-пост хеҙмәте инспекторы булып эш башлай. Хоҡуҡ һаҡлау системаһында махсус белем дә кәрәк булыр тип, ситтән тороп Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтында уҡып, юрист дипломы ала.
Рөстәм Арслан улы бөгөн капитан званиеһында, ул — эске эштәр бүлеге штабының алыштырғыһыҙ инспекторы. Әллә ни күҙгә ташланып бармаһа ла, штаб — бөтә бүлектең эшен теүәлләүсе, яйға һалыусы, планлаштырыусы, анализлаусы хеҙмәт ул. Штаб хеҙмәткәрҙәре тәфтиш эштәре алып бармай, енәйәтселәрҙе асыҡлау менән шөғөлләнмәй, әммә был бүлексәнең эске эштәр органдары системаһындағы ролен түбәнһетеп булмай. Сөнки штаб полициялағы бөтә хеҙмәттәрҙең аныҡ һәм үҙ-ара бәйләнешле эшләүен тәьмин итә, көндәлек оператив эшмәкәрлекте анализлай, мәғлүмәттәрҙе дөйөм базаға индерә, статистик иҫәп алып бара һ.б. «Дежур часына килгән бөтә мөрәжәғәттәр, юл-транспорт ваҡиғалары буйынса белешмәләр, бүлектә асылған бөтә енәйәти һәм административ эштәр, улар буйынса сығарылған ҡарарҙар — барыһы ла штаб аша үтә, — тип аңлата Рөстәм Арслан улы. — Был документтарҙы базаға индергәс, Өфөгә ебәрәбеҙ, министрлыҡта тикшереү үткәндән һуң, мәғлүмәт Мәскәүгә ебәрелә һәм эшкәртелеп, бөтә ил буйынса статистиканы тулыландыра. Бынан тыш, Тәфтиш комитетында ҡаралған енәйәт эштәре лә беҙҙең бүлектә теркәлә, буласаҡ һалдаттарҙы һәм депутатлыҡҡа кандидаттарҙы хөкөм ителмәгәнлеккә тикшереү шулай уҡ беҙҙең ҡарамаҡта». Аҙна башында инспектор оператив-тәфтиш төркөмдәренең эш графигын төҙөй һәм уны бүлек начальнигы раҫлағас, шәхси составтан яуаплылар тәғәйенләй һәм аҙна барышында уларҙың эшен контролдә тота. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, быға хәтлем эшләгән штаб начальнигы хаҡлы ялға киткән, ә уның урынына етәксе тәғәйенләнмәгән әле. Шуға күрә, штабтың бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәтле эшен ике ай инде Рөстәм Мөхәмәтдинов бер үҙе башҡара. Теүәллек, иғтибарлылыҡ талап иткән хеҙмәттә эшләүсе инспекторға Рәсәй Конституцияһын, Енәйәти һәм Административ кодекстарҙы ғына түгел, халыҡ-ара хоҡуҡи нормаларҙы, Президент ҡул ҡуйған бөтә яңы Федераль закондарҙы һәм башҡа бихисап мәғлүмәтте иҫендә тоторға кәрәк. Рөстәм үҙенең һөнәри бурысын яҡшы башҡарыуы, хеҙмәттәштәренә ҡарата итәғәтле булыуы менән бүлектә хаҡлы абруй ҡаҙанған.
Ни тиһәң дә, район эске эштәр бүлегенең намыҫын яҡлап, әллә күпме ярыштарҙа сығыш яһаған егет әле ул! «Тәүге ярышҡа 2015 йылда барҙым — Урал аръяғы райондары полиция хеҙмәткәрҙәре араһында үткән ҡул һуғышы буйынса төбәк чемпионаты ине, — тип хәтерләй әң-гәмәсем. — 90 килограмға хәтлем ауырлыҡта сығыш яһаным». Был юлы уға уңыш йылмаймай, үҙенән күпкә оҫта һәм тәжрибәле дәғүәсенән еңелә. Киләһе йыл чемпионатына сәмләнеп әҙерләнә һәм һынатмай — икенсе урын яулай. Артабан, пандемия сикләүҙәре индерелгәнгә хәтлем, йыл һайын тиерлек төрлө турнирҙарҙа уңышлы сығыш яһай көрәшсе. 2018 йылда Учалыла хоҡуҡ һаҡсылары араһында самбо буйынса уҙғарылған ярышта — беренсе, Баймаҡта ҡул һуғышы буйынса турнирҙа беренсе урын яулай. Һәм чемпион булараҡ, район командаһы составында Өфөлә үткән Эске эштәр министрлығы беренселегендә сығыш яһау хоҡуғына эйә була. Һәм бер йылда самбонан да, ҡул һуғышынан да көмөш миҙал яулап ҡайта. Был еңеүҙәре өсөн Рөстәм Мөхәмәтдинов республика Эске эштәр министрлығының дипломы менән бүләкләнә. 2019 йылда тағы ла Баймаҡта өсөнсө, Өфөлә өсөнсө урын ала. «Самбо, ҡул һуғышы ла оҡшай, сөнки бындай спорт кешене физик яҡтан нығыта, көстө арттыра, төрлө экстремаль хәлдәрҙә үҙеңде нисек тоторға өйрәтә, — ти Рөстәм. — Шулай ҙа мини-футбол минең өсөн яратҡан спорт төрө булып ҡала». Футбол майҙансығында үҙен икенсе яҡтан асҡан спортсы район үҙәге ойошма-учреждениелары араһында уҙғарылған спартакиадала эске эштәр бүлеге командаһы составында уңышлы сығыш яһай. 2015 йылда егеттәр хоҡуҡ һаҡсылары араһында мини-футбол буйынса республика ярышында ҡатнашып, өсөнсө урынға лайыҡ була.
Күреүегеҙсә, штабта документтар барлап, ҡағыҙ тултырыу менән генә булышып ултырмай Р. Мөхәмәтдинов, үҙен район ғына түгел, республика кимәлендә лә таһыллы спортсы итеп таныта. Хеҙмәттәштәре менән бер рәттән ул ҡорал ҡулланыу алымдарын да камиллаштыра, һөнәри оҫталығын арттырыу өҫтөндә эшләй. Баш ҡалала үткән ШОС һәм БРИКС саммиттары осоронда йәмәғәт тәртибен һаҡлауға үҙ өлөшөн индерә. Өлгөлө ғаилә башлығы булған Рөстәм, кәләше Зилиә менән малай һәм ҡыҙ үҫтерә.
Закон һағындағы намыҫлы хеҙмәте, һөнәри оҫталығы өсөн Р. А. Мөхәмәтдинов район хакимиәтенең рәхмәт хаты менән билдәләнгән.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас: