Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
12 Ноябрь 2021, 10:51

Һөнәри байрам уңайынан

Район эске эштәр бүлегендә хоҡуҡ һаҡсыларын һөнәри байрамдары уңайынан тәбрикләү тантанаһы уҙҙы

Һөнәри байрам уңайынан
Һөнәри байрам уңайынан

Район эске эштәр бүлегендә хоҡуҡ һаҡсыларын һөнәри байрамдары уңайынан тәбрикләү тантанаһы уҙҙы

Коллегаларын Эске эштәр органдары хеҙмәткәре көнө менән ҡотлап, бүлек начальнигы Илнур Макаев еңел булмаған эштәрендә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә именлеге теләне һәм бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә наградалар тапшырҙы.
Оператив эшмәкәрлектә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүҙәре, намыҫлы хеҙмәттәре өсөн юл-патруль хеҙмәте инспекторы Фидан Истамбаев БР Эске эштәр министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. «Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы» күкрәк билдәһенә инспектор-кинолог Ғәзинур Ҡасҡынбаев лайыҡ булды. Йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлау буйынса полиция начальнигы урынбаҫары Илһам Килдейәровҡа — полиция подполковнигы, участка инспекторы Мансур Моратшинға өлкән лейтенант званиелары тапшырылды.
Оперуполномоченный Урал Йосопов, оператив дежурный Дамир Алпаров, патруль-пост хеҙмәтенең взвод командиры урынбаҫары Илмир Мөхәмәтдинов, тәүтикшереүсе Римма Байтүрина, юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Илнур Хәсәнов, Азамат Ғиниәтов, кинолог Венер Ишбулатов эске эштәр бүлегенең почет грамоталары менән билдәләнде.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас в