+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
17 Ноябрь 2021, 08:20

Ил башлығынан яңы тәҡдим

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларға ҡаршы -яңы ҡушымта буласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022 йылдың 1 июненә тиклем фото һәм видео нигеҙендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф һалған ҡушымтаны индерергә ҡушты. Был хаҡта Кремль сайтында хәбәр ителә. Дәүләт башлығы ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү буйынса эште тамамларға ҡушты. Бынан алда Федерация Советында Рәсәй водителдәренә штрафтарҙы арттырыу идеяһын хуплауҙары билдәле булды. Валерий Васильевтың әйтеүе буйынса, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа төҙәтмәләр тәҡдим ителгән, улар автоһәүәҫкәрҙәргә талаптарҙы ҡәтғиләндереүҙе күҙ уңында тота.

Юстиция министрлығы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының яңы проектын әҙерләгән, унда водителдәр өсөн 50 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.

Фото  kremlin.ru сайтынан.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: