+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
7 Декабрь 2021, 14:35

Декабрҙә ниндәй закондар үҙ көсөнә инде?

Башҡортостан Юристар ассоциацияһы ҡыштың тәүге айында үҙ көсөнә инәсәк закондарға байҡау яһаны.

Мутлашыусыларҙы «мунсаға»

Социаль селтәрҙә теләһә ниндәй комментарий яҙыусыларға админдар «в бан» тигән хөкөм сығарып та ҡуялар, беҙҙеңсә әйткәндә «мунсаға» ебәрәләр. Бына шундай алымды хәҙер мутлыҡ менән аҡса эшләүселәргә ҡарата ҡулланып буласаҡ. 1 декабрҙән банктарҙың рәсми сайттары, башҡа финанс ойошмалары исеменән шылтыратып, төрлө пирамида кеүек афераларҙа ҡатнашырға тәҡдим иткән енәйәтселәр сайттары автоматик рәүештә блокировкалана. РФ Үҙәк банкы күрһәтмә биреүе етә, бындай сайттарҙы прокуратура мәжбүри рәүештә ябасаҡ.

 

Социаль әһәмиәтле сайттарға бушлай инеү

1 декабрҙән бөтә мобиль бәйләнеш операторҙары социаль әһәмиәтле интернет-ресурстарға (дәүләт хеҙмәттәре порталы, дәүләт хеҙмәте һәм урындағы үҙидара сайттары, бюджеттан тыш фондтар һ.б.) бушлай инеү мөмкинлеге аса. Ҡалған сайттарҙың социаль әһәмиәткә эйә булыуын хөкүмәт комиссияһы билдәләйәсәк.

 

Кредит килешеүҙәре ябайыраҡ була

30 декабрҙән аҡса алыусы менән банк араһындағы кредит килешеүендә, «уның иҫәбендә сираттағы түләмде ябыу өсөн аҡса булыуы мотлаҡ» тигән пункт алынасаҡ.

Шулай уҡ кредит йәки займ хаҡында килешеү төҙөгән граждандар 14 көн эсендә өҫтәмә хеҙмәттәрҙән (мәҫәлән, страховкалау, кредит картаһы һ.б.) баш тарта ала.

Кредит биреүсе килешеүгә алдан ҡултамға ҡуйыу урындарын билдәләү тыйыла. Йәғни, ҡултамға ҡуйыр алдынан аҡса алыусы бөтә пункттарҙы ентекле уҡып сығырға тейеш була.

 

Һөттө мотлаҡ маркировкалау

1 декабрҙән һөт продукцияһын мотлаҡ маркировкалау талабы ғәмәлгә инде. Һаҡлау ваҡыты 40 көндән кәм булған продукцияға ошондай мисәт ҡуйылырға тейеш. Кире осраҡта улар касса аша үткәрелеп, һатыуҙан алынасаҡ. Маркировкаланмаған тауарҙар (шул иҫәптән дарыуҙар) өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған.

 

Сит ил граждандары өсөн мотлаҡ дактилоскопия

Рәсй Федерацияһына 90 көндән ашыуыраҡ ваҡытҡа ингән сит ил кешеләре бармаҡ эҙҙәрен тапшырырға йәғни дактилоскопия үтергә тейеш. Бынан тыш уларҙан медицина тикшереүе һәм фотоға төшөү ҙә талап ителә. Медицина тикшереүе сит ил граждандарында ВИЧ һәм башҡа инфекциялы сирҙәрҙең булмауын, наркотик ҡулланмауын раҫлау өсөн кәрәк. Рәсәйгә эшкә килгән сит ил граждандары был процедураларҙы 30 көн эсендә үтергә бурыслы.

 

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас: