+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
4 Февраль 2022, 15:15

Тартып алынған мөлкәт һатыуға ҡуйыла

Башҡортостан Республикаһының суд приставтары 2021 йылда бурыслыларҙың 7,7 миллиард һумлыҡ мөлкәтен һатыуға ҡуйған. Мөлкәтте тартып алыу — бурыслы суд ҡарарын үтәргә, тейешле сумманы түләргә теләмәгән осраҡта суд приставтары ҡулланған мәжбүри сара.

Башҡортостан Республикаһының суд приставтары 2021 йылда бурыслыларҙың 7,7 миллиард һумлыҡ мөлкәтен һатыуға ҡуйған. Мөлкәтте тартып алыу — бурыслы суд ҡарарын үтәргә, тейешле сумманы түләргә теләмәгән осраҡта суд приставтары ҡулланған мәжбүри сара.
2021 йылда Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре 16 625 башҡарма производствоға ярашлы бурыслыларҙың милкенә арест һалған. Арест һалынған мөлкәт исемлегенә 10599 автотранспорт, 5579 бина, фатир, 757 ер участкаһы һәм 1756 берәмек көнкүреш техникаһы ингән. Арест һалынған мөлкәттең дөйөм хаҡы 16,5 миллиард һум тәшкил иткән. Һатыуға 7,7 миллиард һумлыҡ милек ҡуйылған, уны һатып 737 миллион һумға яҡын килем алынған. Был суммалар башҡарма производстволар буйынса ҡапланған.
Шул рәүешле, тартып алынған мөлкәтте һатып суд приставтары 1,9 миллиард һумлыҡ аҡсаны һәм мөлкәтте кире ҡайтарҙы, уҙған йылға ҡарағанда был сумма 370,5 миллион һумға күберәк. Һатыуҙан алынған сумманың артыуына Дәүләт милке менән идара итеү федераль агентлығы БР төбәк идаралығының электрон майҙансыҡтар аша үҙ аллы сауҙа алып барыуы булышлыҡ итте. Был һатып алыусылар даирәһен киңәйтеү, асыҡ конкуренция мөхите һәм аукционда ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә тигеҙ шарттар булдырыуға йоғонто яһай. Һатыуға ҡуйылған мөлкәт исемлегенә производство биналары һәм ҡорамалдар, техника, фатирҙар, йорттар, баҡса һәм ер участкалары, автомобилдәр, ҡиммәтле ҡағыҙҙар һәм башҡа мөлкәт ингән.
2021 йылда райондың суд приставтары бурыслыларҙың мөлкәтенә бөтәһе 5 820000 һумлыҡ суммаға 152 арест һалған, һатыуға тапшырылған мөлкәт суммаһы 1 903200 һум тәшкил иткән. Уларҙы һатыуҙан 2 511000 һум алынған һәм башҡарма производстволар иҫәбенә ебәрелгән.
А. ХӘСӘНОВА,
Әбйәлил суд приставтары хеҙмәте начальнигы.

Автор:
Читайте нас: