+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
1 Апрель 2022, 11:40

«Права»ны нисек ҡайтарырға?

Транспорт йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгәндән һуң водитель таныҡлығын тапшырыу ваҡыты һәм тәртибе, шулай уҡ уны кире нисек алыу тураһында Әбйәлил дәүләт автоинспекцияһы аңлатты.

Транспорт йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгәндән һуң водитель таныҡлығын тапшырыу ваҡыты һәм тәртибе, шулай уҡ уны кире нисек алыу тураһында Әбйәлил дәүләт автоинспекцияһы аңлатты.

РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 32.7-се статьяһының «Махсус хоҡуҡтан мәхрүм итеү ваҡытын иҫәпләп сығарыу» положениеһына ярашлы, административ яза тәғәйенләү тураһында ҡарар үҙ көсөнә ингәндән алып башлана. Водитель таныҡлығы өс көн эсендә административ язаны үтәүсе органға тапшырылырға тейеш, юғалтҡан осраҡта ла ошо ваҡытта хәбәр итергә кәрәк.
Әгәр хоҡуғынан мәхрүм ителгән кеше водитель таныҡлығынан баш тартһа, хоҡуҡтан мәхрүм итеү ваҡыты водителдең ошо таныҡлыҡты тапшырғандан йәки ЮХХДИ хеҙмәткәренең водитель таныҡлығын юғалтыу тураһында ғаризаһын алған көндән генә дауам итә (Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 32.7-се статьяһының 2-се өлөшө).
Әгәр ҙә кемдер хоҡуҡтан мәхрүм ителһә лә «права»һы менән йөрөһә, ул РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.7-се статьяһының 2-се өлөшө менән ҡаралған яуаплылыҡҡа әҙер булырға тейеш. Был статьяла штраф — 30 000 һум; мотлаҡ эштәр — 100-200 сәғәт; 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу күҙ уңында тотола. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәре водителде дөйөм база буйынса тикшергән саҡта таныҡлығынан мәхрүм ителеү фактын еңел асыҡлаясаҡ.
Транспорт йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгәндән һуң водитель таныҡлығын кире ҡайтарыу Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәһендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүҙе тикшергәндән һуң башҡарыла.
Шулай итеп, әлеге ваҡытта водитель таныҡлығын кире ҡайтарыу, ЮХХДИ-ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса теоретик имтихан тапшырғандан һуң, шулай уҡ административ штрафты түләгәндән һуң ғына ҡайтарырға мөмкин. Әгәр ҙә кеше транспорт сараһы менән эскән килеш идара итеп тотолған йәки медицина тикшерелеүе үтеүҙән баш тартҡан өсөн таныҡлыҡтан мәхрүм ителһә, ул медицина тикшерелеүе үтергә тейеш.
Водителдәргә алкоголдең организмға зыянлы йоғонтоһо хаҡында тағы бер ҡат иҫкәртәбеҙ, бәләкәй доза ла иғтибар кәмеү, координация боҙолоуға килтерә. Иҫерек килеш руль артына ултырған водителдәр тиҙлекте арттыра, хәүефле маневрҙар яһай, юл билдәләренә һәм светофорға иғтибар итмәй.
Үҙегеҙгә һәм эргә-тирәләгеләргә бәлә килтермәҫ өсөн руль артына ултырыр алдынан эсеүҙән тыйылығыҙ!

Автор:
Читайте нас: