+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
7 Апрель 2022, 09:30

Енәйәт урынында тотолған

Нисек ҡулы күтәрелгән?

Район прокуратураһы 40 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү актын раҫланы.

Ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 258-се статьяһының 2-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.

Тәфтишселәр версияһы буйынса, 2021 йылдың сентябрендә ир рөхсәтһеҙ һәм һунар итеүгә юлламаһыҙ Әбйәлил районында урынлашҡан «Түбә йорт» исемле урынға килеп, һунар итеү бөтөнләй тыйылған “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән боланды (маралды) атып үлтергән.

Ғәйепләнеүсе табышын танышының автомашинаһына һалған һәм ҡасырға маташҡан. Ләкин полиция хеҙмәткәрҙәре уны тотҡан һәм итте, енәйәт ҡоралын, шулай уҡ транспорт сараһын тартып алған.

Енәйәт эше ҡарау өсөн судҡа ебәрелгән.

Бынан тыш, район прокуроры дәүләткә 350 000 һум күләмендә килтерелгән зыянды ғәйепләнеүсенән түләттереү тураһында дәғүә ғаризаһын судҡа ебәргән. 

           

Район прокуроры  Е.Г.Вәлиев

Автор:
Читайте нас: