Әбйәлил юлдары ла, үкенескә ҡаршы, юл фажиғәләре яғынан имен булғандар иҫәбенә инмәй. Үткән йома һауа торошо йылынды, шунан ямғыр яуҙы, ә кискә ныҡ туңдырып ҡот осҡос боҙлауыҡ хасил булғас, ял көндәре тыныс ҡына үтеп китһен инде, тип теләнек. Ләкин фажиғәһеҙ булманы…
— Дүшәмбе, иртәнге сәғәт 8 тирәһендә Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе 41 йәшлек водитель «Лексус» автомобиленә идара итеп, Ташбулат ауылында юл аша сығып барыусы йәйәүлене төкөтә, — тип һөйләй ЮХХДИ начальнигы Даян Ҡадиров. — Төкөтөүе генә етмәгән, ул фажиғә урынын ташлап китә. Һөҙөмтәлә, ауыр тән йәрәхәттәре алған 65 йәшлек ҡатын ваҡиға урынында йән бирә. Тикшереү бара.
Даян Салауат улы әйтеүенсә, ағымдағы йылдың 10 айында район юлдарында бөтәһе 519 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән (уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк), уларҙа 6 кеше һәләк булған. Водителдәр нигеҙҙә бәрелешеү һәм түңкәрелеү кеүек күңелһеҙ хәлдәргә тарыған, йәйәүлеләрҙе төкөтөүҙең 4 осрағы булған. Дәүләт — Әлмөхәмәт, Озерное — Күсем руднигы, Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск трассаларында иң күп авария теркәлеп, улар иң хәүефле юлдар иҫәбендә ҡала.
ЮХХДИ-ҙың пропаганда буйынса инспекторы А. Мусина ошо көндәрҙә Юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө уңайынан ошо трассаларҙың береһендә — Красная Башкирия ауылы эргәһендә хәтер сараһы уҙғарҙы. Урындағы мәктәп уҡыусылары был юлда күпме авария теркәлеүе, юл ҡағиҙәләре тураһында ҡыҫҡа сығыш тыңлағандан һуң, аварияларҙа ғүмерҙәре ҡыйылған кешеләр иҫтәлегенә һауаға аҡ шарҙар осорҙо, юл ситенә ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалды…
Онотмағыҙ, хөрмәтле водителдәр, юлдарҙың имен булыуы тик һеҙҙән тора. Машинаға иҫерек килеш идара итмәһәгеҙ, ҡыумаһағыҙ, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәһәгеҙ фажиғәле хәлдәр булмаҫ ине. Үҙегеҙҙе һәм пассажирҙарығыҙҙы һаҡлағыҙ.