+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Ноябрь 2016, 18:25

Банк картаһынан аҡса урлау осраҡтары йышайҙы

Артыҡ көс түкмәй генә, кеше иҫәбенә байығырға өйрәнгән мут әҙәмдәр ниндәй генә алдыҡ юлдары уйлап тапмай. Һуңғы осорҙа банк карталарынан аҡса урлау осраҡтары йышайыуы тураһында хәбәрҙәр күп. Кемдер мобиль банк беркетелгән телефонына вирус индерә, икенселәре банк хеҙмәткәре булып шылтыратҡан кешегә пин-кодын һәм аҡса иҫәбен әйтеп отола. Полиция һәм банк вәкилдәре пластик карта эйәләрен бик уяу булырға, һәр смс-хәбәрҙе ентекле тикшерергә, спамдарҙы асмаҫҡа, сәйер шылтыратыусылар менән әңгәмә ҡормаҫҡа кәңәш итә.

Көс түгеп алған аҡсағыҙ юғалмаһын өсөн бер нисә ҡағиҙәне иҫегеҙгә төшөрөп үтәйек:

- бер ҡасан да пин-кодығыҙҙы сит кешегә әйтмәгеҙ, ул һеҙҙең сейф асҡысы кеүек булырға тейеш;

- пин-код яҙылған ҡағыҙҙы картағыҙ янында һаҡламағыҙ. Ғөмүмән, уны бер ҡайҙа ла яҙмай, хәтерҙә тотоу хәйерле;

- һеҙгә шылтыратып, үҙен банк хеҙмәткәре тип танытып, пин-код, башҡа реквизиттарығыҙҙы һораһалар, яуап бирергә ашыҡмағыҙ. Банкка үҙегеҙ шылтыратып, ни өсөн мөрәжәғәт итеүҙәрен асыҡлағыҙ. Телефонығыҙға смс-хәбәр килһә, унда күрһәтелгән төрлө шикле һылтанмаларға инмәгеҙ, банктың игеҙәк хакер сайты ла булыуы ихтимал (һуңғы айҙарҙа «смотрю на фото и вспоминаю нас», «какие мы красивые на этом фото» тигән смс-хәбәрҙәр йышайҙы, шул һылтанма буйынса ингән кешенең телефонындағы һәм мобиль банк беркетелгән картаһындағы аҡсаһынан елдәр иҫә);

- картағыҙҙы юғалтҡан хәлдә тиҙ арала уға блокировка эшләтеү кәрәк;

- һаҡ ҡуйылған, видеокамералар торған банкоматтарҙан ғына аҡса алырға тырышығыҙ (эре сауҙа нөктәләрендә, банктың үҙендә, дәүләт учреждениеларында);

- пластик картаны ҡулланғанда терминалдың клавиатураһына ла иғтибар итегеҙ: карта ҡуя торған урын һәм клавиатураға өҫтәмә ҡорамалдар ҡуйылырға тейеш түгел;

- әгәр банкомат оҙаҡ «уйлаһа», йә картаны кире сығарһа, уны ҡабат эшләтеп тормағыҙ, бурҙар уның программаһын үҙгәртеүе лә ихтимал;

- карта менән операциялар башҡарғанда янығыҙҙа торған сит кешеләр пин-кодты күрмәһен өсөн ҡулығыҙ менән ышыҡлағыҙ;

- карта менән иҫәпләшергә тура килһә, уны һатыусылар, официанттар, кассирҙар ҡулына бирмәгеҙ, тик үҙ ҡулығыҙ менән барлыҡ операцияларҙы башҡарығыҙ, сөнки мутлыҡ ҡылыусылар махсус ҡорамал ярҙамында картаның реквизиттарын алып, уның күсермәһен эшләтеүҙәре ихтимал;

- телефон номерығыҙҙы аҡса күсеү, күсереү тураһында банктан мәғлүмәт ебәреү хеҙмәтенә тоташтырыу уңайлы — ҡасан, ҡайҙа, күпме аҡса күскәнлеген белеп торорға була;

- картала ҙур сумма тотмағыҙ;

- ҙур ғына аҡсалата приз отоуығыҙ тураһында смс-тарға ла һаҡ булырға кәрәк, сөнки уны ебәреүсе «призды алыр өсөн шунса аҡса күсерергә кәрәк» йәки «аҡсаны һеҙгә ебәреү өсөн реквизиттарығыҙҙы әйтегеҙ» тип алдаштырасаҡ;

- ят номерҙан шылтыратыусынан яҡын кешегеҙҙең бәләгә тарыуы, уны ҡотҡарыу өсөн аҡса кәрәклеген ишеткәс, паникаға бирелмәгеҙ. Мотлаҡ туғанығыҙға шылтыратып, ысынбарлыҡты асыҡлағыҙ;

- AVITO, DROM.RU, AVTO.RU интернет сайттары аша ниндәйҙер тауар алырға уйланығыҙ икән ти. Телефондан аралашҡас, һатыусы был тауарға башҡа кешенең дәғүә итеүе һәм уны алданыраҡ эләктергегеҙ килһә, сумманың яртыһын күсереү кәрәклеге хаҡында әйтәсәк. Ышанмағыҙ, был мутлашыусылар эше.

Кеҫә телефонына бәйле тағы бер нисә хәүефһеҙлек алымы:

Мобиль телефонығыҙҙы сит-ят кешеләргә күрһәтеп йөрөтөргә кәрәкмәй, йәмәғәт транспортында булғанда уны виброрежимға ҡуйыуығыҙ хәйерле.

Таныш түгел кешеләргә телефонығыҙҙы тоттормағыҙ (ашығыс рәүештә шылтыратырға һорағанда, кәрәкле номерҙы үҙегеҙ йыйығыҙ).

Кеҫә телефонының идентификацион номерын яҙып алығыҙ, урланған осраҡта был уны тиҙ арала блокировкаларға мөмкинлек бирәсәк (телефонда *#06# комбинацияһын йыйһағыҙ, экранда IMEI килеп сыға, ошо һандар урланған телефонды табырға йәки блокировкаларға ярҙам итә).

Читайте нас: