+11 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Ноябрь 2016, 18:15

Ә һин ярҙам күрһәтә беләһеңме?

Йәкшәмбелә юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусылар-ҙы иҫкә алыу көнө билдәләнде. Юлда ғүмерҙәре ҡыйылғандарҙы онотмау, яңы юл фажиғәләренә юл ҡуймау маҡсатында төрлө саралар уҙғарылды.

Бөтә донъя юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнөнә арнап райондың юл ремонт-төҙөлөш идаралығында «Ә һин ярҙам итә алаһыңмы?» республика акцияһы сиктәрендә авария осраҡтарында тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Юлсылар алдында ЮХХДИ-ҙың пропаганда буйынса инспекторы Альбина Мусина сығыш яһаны.

Үҙәк дауахананың «Ашығыс ярҙам» бүлегенең өлкән фельдшеры Гөлнара Латипова юл-транспорт ваҡиғаларында тәүге ярҙам күрһәтеү тәртибен ентекләп аңлатты. Баҡтиһәң, аварияларҙа зыян күреүселәрҙең 10 проценты медицина ярҙамы тотҡарланыу, 20 проценты йәшәүгә ярашлы булмаған йәрәхәттәр алыу һәм 70 проценты авария шаһиттарының бер нәмә лә эшләмәүе, йәғни ярҙам күрһәтмәүе арҡаһында һәләк булған. Юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеүселәргә тәүге ярты сәғәт эсендә тейешле ярҙам күрһәтеү уларҙың артабан йәшәүе, тиҙерәк төҙәлеүе өсөн мөһим фактор булыуын билдәләгәндә, һәр кем бындай ярҙамға әҙер булырға тейеш. Оҫталыҡ дәресенең дә тап ДРСУ-ла үткәрелеүе юҡҡа түгел, бындағы эшселәр үҙҙәренең ваҡыттарын төп хеҙмәт урынында — юлда уҙғара. Һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аварияларға ла шаһит булырға тура килә. Шундай осраҡтарҙа, иң тәүҙә нимә эшләргә һуң? Иң беренсе, «112» йәки «03» телефондары буйынса тиҙ ярҙам хеҙмәтенә шылтыратып, авария урынын, зыян күреүселәр һанын хәбәр итергә кәрәк. «Ашығыс ярҙам» машинаһы килеп еткәнсе, һанаулы минуттарҙы әрәм итмәй, мөмкин тиклем һаҡ ҡыланып, зыян күреүсене машина эсенән сығарыу мөһим. Бынан һуң тигеҙ урынға һалып, ҡайыш, галстук, билбау кеүек ҡыҫып торған әйберҙәрҙе сисергә, иғтибар менән ҡарап сығырға кәрәк. Әгәр умыртҡа һөйәге һынған кеүек булһа, уны тегеләй-былай күсереү, күтәреү ярамай, фалиж һуғыуы бар. Гөлнара Зөлфәр ҡыҙы зыян күреүсе тын алмаған, йөрәге типмәгән осраҡта яһалма тын алдырыу, йөрәккә массаж эшләү алымдарын манекенда эшләп күрһәтте. Ҡанды туҡтатыу өсөн повязканы, жгутты дөрөҫ һалыу, һынған урындарға шина бәйләү хаҡында ла аңлатты фельдшер. Юлсылар үҙҙәре лә тыңлап ҡына ултырманы, төрлө хәлдәргә осрағанда, ниндәй ярҙам күрһәтеү хаҡында һорауҙар биреп, уларға тулы яуап алды.
Г. Латипова иң мөһиме, авария урынында ҡурҡып ҡалмаҫҡа, айыҡ, һалҡын аҡыл менән ярҙамға ашығырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

— Һеҙҙең дөрөҫ аҙымығыҙ, ваҡытында күрһәтелгән ярҙамығыҙ артында кемдеңдер ғүмере, яҙмышы тороуын онотмаһағыҙ ине, — тине Гөлнара Зөлфәр ҡыҙы. — Үкенесле, әммә ярҙам итергә һуң булған осраҡтар ҙа була. Шундай ваҡытта ауыр шок хәлендәге яҡындарын ҡурсалау, ярҙам итеү мөһим.

«Ашығыс ярҙам» бүлегенең өлкән фельдшеры юл-транспорт ваҡиғаһы урынына, башҡа зыян күреүселәргә ашыҡҡан тиҙ ярҙам машиналарына юл бирергә саҡырҙы. «Юлда бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ булайыҡ, ҡағиҙәләрҙе үтәйек, шул саҡта юл ҡорбандары һаны ла кәмерәк булыр», — тип тамамланы һүҙен Г. Латипова.

Читайте нас: