+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Ноябрь 2016, 18:12

Бер яңылыш аҙымдың мең бәләһе

«Әйҙә, һин кемдән кәм? Бер тартып ҡарағандан ғына әллә ни булмаҫ», — тип өгөтләгән тиҫтерҙәренә «юҡ» тип әйтә алмайынса, наркомания ауына эләгеүсе үҫмерҙәр һаны йылдан-йыл күбәйә. Әлбиттә, беҙҙең район был күрһәткес буйынса ул хәтлем ҡурҡыныс урында түгел, шулай ҙа республикала хәл тотороҡло тип әйтеп булмай.

Яҡшы ғаиләлә үҫкән, матур тәрбиә алған балаларҙың да бер яңылыш аҙым арҡаһында ҡот осҡос бәләгә ҡалыу осраҡтары бар. Синтетик наркотик ҡабул итеүсе йәштәр бер ҡасан да үҙен сирлегә һанамай, ситтән ҡарағанда улар имен тормош алып барған кеүек күренә. «Синтетик» наркомандар быны уйын кеүек ҡабул итә, етди проблемаға һанамай һәм үҙҙәре аҡылһыҙлыҡтың сигенә сығып реанимацияға эләккәнсе әллә күпме дуҫын мәкерле таблеткаларға өйрәтеп өлгөрә. Синтетик ағыу тураһында күптән һүҙ алып барылһа ла бөгөнгәсә нисә кеше унан ағыуланып үлеүе йәки уның йоғонтоһонда үҙ-үҙенә ҡул һалыуы, психоневрологик диспансерға ябылыуы тураһында төплө мәғлүмәт, статистика юҡ.

Республикала бөгөнгө хәл шундай: реанимацияға наркотик күп ҡулланыуҙан зыян күргән 17-18 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар эләгә. Пациент нигеҙҙә йәшәү менән үлем араһында була: көслө матдәләр менән ағыуланып, аңын юғалта, һаташа, нимә һөйләгәнен аңларлыҡ булмай. Ҡайһы бер осраҡта ул аңын юғалтмауы ла ихтимал, шулай ҙа әңгәмәләшкәндә ул үҙен психик яҡтан аҡылы теүәл булмаған кеше кеүек тота. Ваҡытында дауа алып өлгөрмәһә, пациент оҙайлы комаға китә. Һуңынан, ул аңына килһә лә, ҡәҙимге кеше булып ҡалыуы икеле. Шуға күрә наркотик төрҙәрен (ул нисек кенә зыянһыҙ күренһә лә) бер тапҡыр ҙа ҡабул итмәү хәйерле. Синтетик наркотикты күберәк таратып, йәштәрҙе ылыҡтырып, еңел аҡса эшләргә теләүселәр ниндәй генә юлдар уйлап тапмай: ағыулы матдәне тәмәкегә, дарыуға, эсемлеккә ҡушып та биреүҙәре ихтимал. Мәктәптә уҡып йөрөгән, ихтыяры әле нығынып етмәгән баланы әүрәтеүе лә ҡыйын түгел уларға.

Наркотикты элекке кеүек шприц ярҙамында ғына ҡабул итәләр икән, тип яңылышмағыҙ. Хәҙер еҫкәп, сәйнәп, һурып ҡабул итә торған төрҙәр күп. Ата-әсәләрҙе айырыуса балаһының әйберҙәре араһында кескәй көпшә, йәки ручканың яртыһы (ул ыҫланған, төтөнләнгән булһа бигерәк тә), тишкеләнгән фольга киҫәге кеүек шикле нәмәләр булыуы һиҫкәндерергә тейеш.

Читайте нас: